Эстәлеккә күсергә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(UN битенән йүнәлтелде)
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы
United Nations

Organisation des Nations unies
الأمم المتحدة
Организация Объединённых Наций
Organización de las Naciones Unidas

联合国
Флаг ООН
Флаг ООН

     Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәр
Ағза

193 ағза-дәүләт

Штаб-квартира

Америка Ҡушма Штаттары  Нью-Йорк
Өҫтәмә офистар:
Австрия  Вена[1]
Швейцария  Женева[2]
Кения  Найроби[3]

Ойошма төрө

халыҡ-ара ойошма

Рәсми телдәре

инглиз, француз, рус, ҡытай, ғәрәп, испан

Етәкселәре
Генераль секретары

Португалия  Антониу Гутерреш

'

Эквадор Мария Фернанда Эспиноса Гарсес

Нигеҙләнгән
БМО уставына ҡул ҡуйыу

26 июнь 1945 йыл

Устав ғәмәлгә инде

24 октябрь 1945 йыл

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.un.org/ru/

 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Викимилектә
ООН бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: ООН (мәғәнәләр).
UN бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: UN (мәғәнәләр).

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций) — донъяла тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ дәүләттәр араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.

Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған "Берләшкән Милләттәр Декларацияһы"нда телгә алына.

БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.

БМО-ның Генераль Ассамблеяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (инглизсә United Nations General Assembly, fr. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.

БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.

Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[4] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.

Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрьдекабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.

Генераль секретарь

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.

Исем Фото Ил Вазифаны үтәй башлау ваҡыты Тамамлау ваҡыты
- Глэдвин Джебб
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия
(Көнбайыш Европа)
24 октябрь 1945 йыл 1 февраль 1946 йыл
1 Трюгве Хальвдан Ли
Норвегия Норвегия
(Көнбайыш Европа)
2 февраль 1946 йыл 10 ноябрь 1952 йыл
2 Даг Хаммаршельд
Швеция Швеция
(Көнбайыш Европа)
10 апрель 1953 йыл 18 сентябрь 1961 йыл
3 У Тан
Бирма (1948-1974) Бирма
(Азия)
30 ноябрь 1961 йыл 1 ғинуар 1972 йыл
4 Курт Вальдхайм
Австрия Австрия
(Көнбайыш Европа)
1 ғинуар 1972 йыл 1 ғинуар 1982 йыл
5 Хавьер Перес де Куэльяр
Перу Перу
(Көньяҡ Америка)
1 ғинуар 1982 йыл 1 ғинуар 1992 йыл
6 Бутрос Бутрос-Гали
Мысыр Мысыр
(Африка)
1 ғинуар 1992 йыл 1 ғинуар 1997 йыл
7 Кофи Аннан
Гана Гана
(Африка)
1 ғинуар 1997 йыл 1 ғинуар 2007 йыл
8 Пан Ги Мун
Корея Республикаһы флагы Көньяҡ Корея
(Азия)
1 ғинуар 2007 йыл 1 ғинуар 2017 йыл

Беренсе срогы бөтөр алдынан
(2011 йылдың 21 июнендә)
вәкәләтлектәре тағы 5 йылға оҙайтылды

9 Антониу Гутерреш
Португалия Португалия
(Көнбайыш Европа)
1 ғинуар 2017 йыл Вазифаһын башҡара

БMO-ның Именлек Советы халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек өсөн яуаплы, уның ҡарарҙарына БМО-ның барлыҡ ағзалары буйһонорға бурыслы. БМО-ның именлек Советындағы биш даими ағза (Рәсәй Федерацияһы, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай) вето хоҡуғына эйә.

Именлек Советы биш ағзанан тора: биш ағза — даими (Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай), ҡалған ун ағза (Устав терминологияһы буйынса — «даими булмаған аҡзалар») Уставтың 23 статьяһы 2-се пунктына ярашлы һайлана.

2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[5].

БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.

Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.

Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:

Нью-Йорктағы штаб-фатир