Сәскәле үҫемлектәр
Сәскәлеләр | |||||
---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | |||||
|
|||||
Латинса исеме | |||||
Magnoliophyta | |||||
|
Сәскәле үҫемлектәр йәки ябыҡ орлоҡлолар, көплө орлоҡлолар (рус. Цветко́вые расте́ния, Покры́тосеменны́е, лат. Magnoliophyta, йәки Angiospermae грек. ανγio — сосуд, σπέρμα — орлоҡ) иң юғары үҫемлектәр бүлегенә инә.
Сәскәләре енси үрсеү ағзаһы булып тора һәм орлоҡ бөрөһө (орлоғо емеш эсендә) емшән эсендә көплө (ҡаплаулы) була. Шуға ла уларҙы ябыҡ, йәки көплө орлоҡлолар тип атайҙар ҙа инде.
Сәскәле үҫемлектәр, йәки Ябыҡ орлоҡлолар бүлегенең төп билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1.Үрсеү (репродуктив)органы — сәскә.
2.Орлоҡ бөрөһөн һәм емеште һаҡлаусы емшән һәм емеш эргәлегенең булыуы.
3.Сәскәһенең ел, бөжәктәр, һыу һәм ҡоштар ярҙамында һеркәләнеүе
4.Инә үрсем(инә гаметофит) булып орлоҡ бөрөһө эсендәге 8 ядролы ( 8 гаплоид күҙәнәктән торған)яралғы моҡсайы тора.
5.Ата үрсем булып (ата гаметофит) булып вегетатив һәм генератив күҙәнәктәрҙәг торған һеркә тора.
6.Сәскәле үҫемлектәрҙең йәнә бер үҙенсәлеге - икеләтә аталаныуы. Орлоҡ бөрөһө эсендә ике күҙәнәк аталана:
йомортҡа күҙәнәк( n ) спермий (n)= зигота(2n)
үҙәк күҙәнәк (2n) спермий (n) = триплоид күҙәнәк (3n)
7.Икеләтә аталаныу гиготанан — орлоҡ бәбәге (буласаҡ үҫемлек), триплоид күҙәнәктән —эндосперм (бәбәк өсөн туҡлыҡлы матдәләр), орлоҡ бөрөһөнән —орлоҡ, емшәндән емеш барлыҡҡа килеүе менән тамамлана.
Орлоҡтың бөтә үҫеше емшән эсендә, аҙаҡ өлгөргәнсе емеш эсендә (емеш эргәлеге һаҡлай) бара.
8.Сәскәле үҫемлектәрҙең орлоғандағы эндосперм триплоид күҙәнәктәрҙән тора.Эндоспермда бәбәк өсөн туҡлыҡлы матдәләр һалына, һәм ул орлоҡ эсендә уның менән бергә өлгөрә.
9.Орлоҡтың бәбәгенән спорофит үҫеп сыға(үҫемлектең енси булмаған диплоид быуыны).Был быуын үлән, ҡыуаҡ, лиана, ағас формалары булып йәшәй.
Емеш бары сәскәле үҫемлектәрҙә генә була. Ошо үҙенсәлеге сәскәле үҫемлектәрҙе барыһынан да отошлораҡ итә.
Сәскәле үҫемлектәр башҡа төр үҫемлектәрҙән сәскәләре булыуы һәм емеш барлыҡҡа килтереүе менән айырыла.
Систематикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәскәле үҫемлектәр ғәжәп күп төрлө. Быны төшөнөү өсөн уларҙы үҙ сиратында тағы ла төркөмдәргә бүләләр.
Сәскәле үҫемлектәрҙең 250 меңгә яҡын (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 350 меү тирәһе тип бирелә) төрө билдәле. Сөнки әлеге көнгә хәтле яңынан-яңы төрҙәрен таба торалар. Төҙөлөштәре буйынса ырыуға берләштерәләр.
Оҡшаш ырыуҙар ғаиләгә инә. Мәҫәлән: бойҙай ырыуы, арыш ырыуы, арпа ырыуы һәм уларға оҡшаш башҡа ырыуҙар, ҡыяҡлылар ғаиләһенә инә.
Ә ғаиләнең һәр береһен үҫемлектәрҙең ниндәй ҙә булһа бер класына индерәләр: бер өлөшлөләр ( Liliopsida, йәки Monocotyledones, 5 аҫкласс, 37 тәртип, 125 тирәһе ғәилә, 3000-дән артығыраҡ ырыу һәм 59 000 тирәһе төрҙән тора) йәиһә, ике өлөшлөләр (Magnoliopsida, йәки Dicotyledones, 6 аҫкласс, 128 тәртип, 418 ғәилә, 10 000 тирәһе ырыу һәм 199 000 тирәһе төр) класына.
Ғаиләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1. Әүернә сәскәлеләр — 3000-гә яҡын төрө бар, бер һәп күп йыллыҡтар, бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә, сәскәләре бөтәһе лә әүернә(крест) һымаҡ. Сәскәләре тәлгәш, емештәре пәрҙәле ҡуҙаҡ. Күбеһе культуралы үҫемлектәр(кәбеҫтә,һыйыр шалҡаны, торма, редис, шалҡан, турнепс, горчица, керән, левкой). Сүп үләндәре лә бар(тиле шалҡан, тиле торма, ярут, көтөүсе муҡсаһы, ҡаҡы, еҫле тиле торма). Ҡайһы берҙәренән май һығалар.
2. Роза сәскәлеләр - 2000 самаһы төр инә. Улар араһында ағастар, ҡыуаҡтар һәм үләндәр бар. Емеш ағастарынан алмағас, груша, сейә, слива, һары сейә, персик, абрикос, миндаль, муйыл, миләш киң билдәле.
Декоратив ҡыуаҡтар: гөлйемеш, энәлек, спирея. Үҫемлектәр: эт табаны, тура һабаҡлы ҡаҙ үләне, ҡыҫыр сәскә, аҡ селек.
Сәскәләре бер-береһенә оҡшаш — дөрөҫ формала. сәскә төбө киң, каса һымаҡ. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы, ул 5 каса һәм 5 таж япраҡсаларынан тора. Күбеһенең һеркәстәр күп була.
3. Ҡуҙаҡлылар - 12 меңдән ашыу иҫәпләнә. Бер йыллыҡ, ике йыллыҡ үҫемлектәр, шулай уҡ ҡыуаҡтар, ағастар ҙа бар.
Культуралы ҡуҙаҡлылар: борсаҡ, фасоль, соя, мал борсағы, люпин.
Декоратив үҫемлектәр: һары акация, глициния, хуш еҫле кәрешкә.Улар тышҡы яҡтан бер — береһенә бик аҙ оҡшаған. Уларҙың ҡуҙаҡтары булғанға ошо ғаиләгә берләштергәндәр.
4. Эт ҡарағаты һымаҡтар - 2000-гә яҡын төр. Улар хужалыҡта мөһим һаналалар. Аҙыҡ үҫемлектәре: картуф, помидор, баклажан.
Декоратив үҫемлектәр: гибридлы петуния, хуш еҫле тәмәке.
Дөйөм билдәләре: сәскәләренә ҡушылып үҫкән 5 япраҡсалы каса, ҡушылып -ҫкән 5 япраҡсалы таж, 5 һеркәс, 1 емешлектәре бар. Улар араһында ағыулы үҫемлектәр бар: ҡара тилебәрән, ҡаразирә, эт еләге.
5. Ҡатмарлы сәскәлеләр — 25 мең самаһы төр. Көнбағыш, астра, георгин, тырнаҡ гөл, хризантема, зәңгәр сәскә, ромашкалар, бәпембә, үгәй инә үләне һ.б.
Кәрзинкә сәскәлек. Сәскәлектә бик күп һанда ваҡ сәскәләр бар.
Сәскәләренең ике ҡат сәскә эргәлеге бар. Ләкин касаһы йә насәр үҫешкән, йә касалар урынына ярыларҙан торған өлтөк була. Күп кенә үҫемлектәрҙең орлоғонда осҡостары була. Улар ел ярҙамында таралалар.
6. Ләлә сәскәлеләр - киң таралған, 3 меңдән ашыу төр.
7. Ҡыяҡлылар - был ғаиләгә бик күп үҫемлектәр керә. Тамыр системаһы суҡ, һабаҡтары быуынлы, япраҡтары ҡыяҡлы. Япраҡ йәймәһе тар, оҙон, паралель һеңерсәле һәм оҙон еңсәле.
Сәскәләрендә ике сәскә ҡабығы, ике сәскә ярыһы, өс һеркәс һәм ике емешлек ауыҙы була, бер йөнтәҫ ултырма емешлек бар. Емештәре— бөртөксә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хәйретдинов С. С. Сәскәле үҫемлектәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.