Ethnologue
Ethnologue («Этно́ло́г»; тулы атамаһы — Ethnologue: Languages of the World— «Этнолог: Донъя телдәре») — донъя телдәре буйынса иң билдәле белешмәлек, SIL International (элек Summer Institute of Linguistics — «Йәйге лингвистика институты») тарафынан эшләнеп, баҫма һәм электрон төрҙә нәшер ителә.
1971—2000 йылдарҙа Барбара Граймс (Barbara F. Grimes) "Этнолог"тың баш мөхәррире була; унан һуң был вазифаны Рэймонд Гордон (Raymond G. Gordon, Jr.) биләй.
SIL коды
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1984 йылда "Этнолог"та беренсе тапҡыр телдәрҙе таныта торған SIL коды ҡулланыла. 2002 йылда был система Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара ойошма (ISO) тарафынан ISO-ның элекке стандарттары (ISO 639-1 һәм ISO 639-2) менән яраштырылған халыҡ-ара тел кодтары системаһын эшләү өсөн һайлап алына. ISO 639-3 тип аталған был система "Этнолог"тың үҙендә лә (15-се баҫмаһынан башлап) ҡулланыла һәм үҙ эсенә 7467 индексты индерә[1]. Һәр индекс латин алфавитының өсәр юл хәрефенән (2002 йылға тиклем — баш хәрефтәрҙән) тора.
Белешмәлектең төҙөлөшө; һәр тел өсөн мәғлүмәт күләме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был хәҙмәттә телдәрҙең генетик классификацияһы ҡулланылһа ла, китаптың төп өлөшө сәйәси-географик принцип буйынса төҙөлгән: илдәр буйынса киҫәктәр асыла, артабан алфавит тәртибендә телдәр тураһында мәҡәләләр теҙелеп китә. Бер тел бер нисә тапҡыр осрарға мөмкин. Һәр тел өсөн уның телдәр классификацияһындағы урыны күрһәтелә.
"Этнолог"тың төп өлөшө илдәр буйынса төҙөлгән (бөтәһе 228 ил).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Downloading the Code Tables, файл LanguageCodes.tab от 21 февраля 2018 года