6 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
6 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
Stack Exchange сайты | sqa.stackexchange.com |
6 ноябрь Викимилектә |
6 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 310-сы көнө (кәбисә йылында 311-се). Йыл аҙағына тиклем 55 көн ҡала.
← ноябрь ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Һуғыш һәм ҡораллы бәрелештәр ваҡытында тирә-яҡ мөхитте эксплуатациялауға юл ҡуймау көнө.
- Ер: Бөтә донъя ҡағыҙ ҡулланмау көнө.
- Компасһыҙ ориентирлашыу көнө.
Төбәк байрамдары
- Татарстан: Конституция көнө.
- Аргентина: Банк хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хөкөм үтәү системаһының эш башҡарыу һәм режим хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Үзбәкстан: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1932: СССР-ҙа беренсе электровоз эшләнә.
- 1933: Ҡазанда Кәрим Тинчурин исемендәге драма һәм комедия театры асыла.
тулы исемлек
- 1936: Өфөлә Милли йәштәр театры эш башлай.
- 1957: Ленинградта илдәге беренсе Мәңгелек ут тоҡандырыла.
- 1957: XX партсъезд исемендәге Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙер Өфөнефтехим) эш башлай.
- 1975: Саяногорск ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1975: Өфөлә тимер юл вокзалы асыла.
- 1991: Рәсәй Президенты Борис Ельцин указы менән КПСС эшмәкәрлеге туҡтатыла.
- 1992: Татарстанда Конституция ҡабул ителә.
- 2012: Барак Обама АҠШ президенты итеп икенсегә һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Ғәйфулла Хәмит улы (1930—1.08.1982), журналист, партия хеҙмәткәре, яҙыусы һәм драматург. 1964—1965 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире, 1968 йылдан — баш мөхәррире. 1965—1968 йылдарҙа КПСС-тың Күгәрсен район комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
- Лавров Сергей Андреевич (1935), ғалим-конструктор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1959 йылдан Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең өлкән инженер конструкторы, 1960 йылдан баш конструктор урынбаҫары, 1964 йылдан — баш конструктор, 1991 йылдан — тәжрибә конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, 1994–1996 йылдарҙа конструкторлыҡ-техник бүлек начальнигы. 1996 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, бер үк ваҡытта 2005—2012 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Жана Семей ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Сибиряк Сергей Владимирович (1955—26.06.2009), ғалим-иммунолог. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире, 2006 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Екатеринбург ҡалаһындағы Иммунология һәм физиология институтының баш һәм төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Биохимия һәм генетика институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Власов Александр Васильевич (1926—28.02.2017), инженер-төҙөүсе 1946 йылдан Өфөләге 21-се төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1957 йылдан баш инженер, 1958 йылдан — төҙөлөш идаралығы начальнигы, 1961 йылдан — баш инженер, 1968 йылдан — трест идарасыһы. 1978—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Төҙөлөш буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1967). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1974). Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры.
- Нафиҡов Рәүеф Ғәбделғәлим улы (1936), ауыл хужалығы, партия, совет һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1969—1971 йылдарҙа Учалы районы «Ҡыҙыл партизан» колхозының партком секретары, 1971—1983 йылдарҙа — колхоз рәйесе; 1983—1990 йылдарҙа — район советы башҡарма комитеты рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. «Ҡыҙыл партизан» колхозының почётлы колхозсыһы, Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Байраш ауылынан.
тулы исемлек
- Рахмаев Минниәхмәт Ғайфулла улы (1936), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Көйөргәҙе районы «Күмертау» совхозының элекке механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ғәбиҙулла Зарипов (1961—26.11.2001), шағир, журналист. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхтәмов Ибниәмин Әбүссүғүт улы (1877—1941), юрист. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 4-се Дәүләт думаһы (1912—1917) депутаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бәхтейәров Фәйзулла Хизбулла улы (1932—1.12.1998), театр актёры. 1952 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1983).
тулы исемлек
- Ҡорбанғолов Рәйес Ғәйнислам улы (1932—2020), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1968 йылдан Благовар районы мәғариф бүлеге мөдире, 1987—1993 йылдарҙа Языков мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Усман ауылынан.
- Рәхмәтов Ғәрифйән Әхмәтхан улы (1932—1.02.2004), механизатор. 1948—1997 йылдарҙа Хәйбулла районы «Аҡъяр» совхозы тракторсыһы, комбайнсыһы. Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы (1966). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Ғилмаев Андрей Васильевич (1937—2005), педагог, журналист, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы үҙәге Үрге Тәтешлелә удмурт телендә нәшер ителгән «Ошмес» («Шишмә») республика гәзитенең 1999—2002 йылдарҙағы баш мөхәррире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Сығышы менән ошо райондың Ураҙгилде ауылынан.
- Муллаҡаев Марат Нурәхмәт улы (1952), журналист, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Байғужа ауылынан.
- Вахмянин Василий Алексеевич (1957), урман хужалығы инженеры. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы Өфө территориаль идаралығының дәүләт контроле бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2013).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пегов Виктор Николаевич (1938—22.10.2018), рәссам, педагог. 1962—2016 йылдарҙа Өфө сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР‑ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының почётлы гражданы.
- Тимерғәзиев Мансур Фәтих улы (1938—19.06.2019), балет артисы. 1960 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы; 1977 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада артисы, 1993—2007 йылдарҙа филармонияның ҡуйыу бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1974). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Заһиҙуллин Рәшит Шәйҙулла улы (1948), рәссам. 1976—1994 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 2001 йылдан Өфөнең 2-се педагогия колледжы уҡытыусыһы. 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Атанова Гүзәл Зәйнулла ҡыҙы (1958), педагог. 1980 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директор урынбаҫары һәм директоры. 2003—2011 йылдарҙа рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2009). Республиканың «Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (Өфө, 2010). Сығышы менән ошо райондың Аҡъяр ауылынан.
- Баева Елена Ивановна (1963), спортсы, тренер. Йөҙөү буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1979). Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре. Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чеверёв Александр Михайлович (1889—2.10.1921), революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылдың июненән РСДРП(б)-ның Өфө комитеты, Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары Советының башҡарма комитеты ағзаһы, Өфө губерна Ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡарамағындағы революцияға ҡаршы сығыштарҙы баҫтырыу буйынса махсус отряд командиры. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1918). Сығышы менән хәҙер Ырымбур ҡалаһы составына ингән элекке Бәрҙе станицаһынан.
- Семёнов Георгий Степанович (1939—28.06.2017), музыкант, 1989–2009 йылдарҙа Өфө ҡалаһының рус йырҙарын башҡарыусы «Зори Агидели» халыҡ хоры етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
тулы исемлек
- Щедрина Нэлля Михайловна (1944), ғалим-әҙәбиәт белгесе. 1967—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1979 йылдарҙа филология факультеты деканы урынбаҫары. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Сығышы менән хәҙерге Мурманск өлкәһенең Кандалакша ҡалаһынан.
- Файвуш Георгий Маркович (1954), Әрмәнстан ғалим-геоботанигы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1998), биология фәндәре докторы (1992). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Миңлеғолова Зөлфирә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1959), педагог. 1985–2007 йылдарҙа Әлшәй районы Раевка ауылындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Башҡорт лицейы педагогы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (1995). Сығышы менән шул райондың Иҫке Сәпәш ауылынан.
- Закиров Рауил Шамил улы (1979—2.01.2000), Төньяҡ Кавказдағы торрорға ҡаршы операцияла һәләк булған саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткәр, БМП-ның уҡсы-тоҫҡаусыһы. Батырлыҡ ордены кавалеры (2000, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Кәртәле ауылынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1494: Сөләймән I, Ғосман империяһы солтаны.
- 1852: Дмитрий Мамин-Сибиряк, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1672: Генрих Шютц, Германия композиторы.
- 1893: Пётр Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы.
тулы исемлек
- 1941: Морис Леблан, Франция яҙыусыһы.
- 1956: Ғабдрахман Сәғҙи, СССР-ҙың әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор.
- 1987: Яҡуп Чанышев, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, генерал-лейтенант.