3 ноябрь
Уҡыу көйләүҙәре
3 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
3 ноябрь Викимилектә |
3 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 307-се көнө (кәбисә йылында 308-се). Йыл аҙағына тиклем 58 көн ҡала.
← ноябрь ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Калькулятор көнө.
- Клише көнө.
- Медуза көнө.
- Сер һаҡлау көнө.
- Ер: Проект менеджеры көнө.
тулы исемлек
- 1936: Франклин Рузвельт АҠШ президенты итеп икенсегә һайлана.
- 1941: Өфөләге «Восход» икмәк бешереү заводы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәриф Сөнчәләй (төп исеме — Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев; 1885—9.11.1959), ғалим-этнограф, иҡтисадсы һәм педагог. Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы хеҙмәткәр. Тарих фәндәре кандидаты (1935).
- Туҡаев Шакир Яхъя улы (1900—28.11.1975), хәрби табип, медицина хеҙмәте полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылынан.
тулы исемлек
- Стрижевский Вячеслав Александрович (1940), ғалим, дәүләт, театр һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1999). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1965 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1983 йылдан — Театр эшмәкәрҙәре союздары (1983) ағзаһы. 1983 йылдан Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры директоры, 1998 йылдан— Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры, бер үк ваҡытта 1998—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. 2001—2006 йылдарҙа Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының үҙәк контроль-ревизия комиссияһы рәйесе; 1997—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы «Возрождение» Поляк мәҙәни ағартыу үҙәге рәйесе. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Игнатенко Сергей Николаевич (1955), рәссам, педагог. 1993—2002 йылдарҙа «Сәнғәт» галереяһы рәссамы, 2004 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, 2014 йылдан — художество бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Латипова Лилиә Фуат ҡыҙы (1955), ғалим-педиатр. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2005 йылдан Дипломдан һуң белем биреү институтының директор урынбаҫары, 2010—2011 йылдарҙа институттың педиатрия һәм балалар хирургияһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миронов Павел Миронович (1861—20.09.1921), педагог, мәғрифәтсе. 1882 йылдан Өфөнөң 1-се ҡала дүрт класлы училищеһы, бер үк ваҡытта 1893—1905 йылдарҙа Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы уҡытыусыһы; 1918 йылдан Өфө сыуаш уҡытыусылар семинарияһы мөдире. Дәреслек һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Действительный статский советник (1912). 4-се дәрәжә Изге Владимир (1913), 2-се (1910) һәм 3-сө (1903) дәрәжә Изге Анна, 2-се (1906) һәм 3-сө (1896) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Сүпрәле районы Яңы Элмәле ауылынан.
- Шакиров Закир Шакир улы (1881—3.12.1968), педагог-мәғрифәтсе, тел белгесе. 1920—1956 йылдарҙа (өҙөклөк менән) К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институты уҡытусыһы, шул иҫәптән 1931—1951 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1932—1941 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. Хеҙмәт Геройы (1928). Башҡортостан АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1944).
тулы исемлек
- Сәлихов Кев Миңнулла улы (1936), ғалим-физик. 1989—2012 йылдарҙа Ҡазан университетының химик физика кафедраһы мөдире. 1992 йылдан Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты. Рәсәй (2011) һәм Татарстан Республикаһы (1992) Фәндәр академиялары академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), физика-математика фәндәре докторы (1974), профессор (1981). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Ленин премияһы (1986), Татарстандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1998), А. Гумбольдт исемендәге (2001) һәм Е. К. Завойский исемендәге (2004) премиялар лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1971), 4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2007), «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры.
- Рәиф Әмиров (1941), юғары мәктәп һәм фән ветераны, әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылдан филология факультеты деканы, 1983–2008 йылдарҙа рус әҙәбиәте кафедраһы мөдире. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2001), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Татарстан Республикаһының Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ‑ара (1998), «Мәғрифәт» Бөтә Рәсәй мәғариф фондының Башҡортостан республика бүлексәһе, Мишкә һәм Ҡалтасы райондары хакимиәттәре булдырған Яныш Ялкайн исемендәге (2012) премия лауреаты.
- Вәлиева Роза Ғүмәр ҡыҙы (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электромеханик. 1974–2008 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2006).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданов Александр Николаевич (1882—5.09.1964), ғалим-ботаник, йәмәғәтсе. 1935—1959 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, ботаника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1947—1956 йылдарҙа Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Профессор (1927). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1948). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Мердуши ауылынан.
- Мөхәмәтов Тауаш Бикйән улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960 йылдан Әбйәлил районы «Путь Ленина» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әүмеш ауылынан.
тулы исемлек
- Таңғатарова Венера Ғәйзулла ҡыҙы (1937—2019), малсы, күп балалы әсә. 1957—1987 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы һауынсыһы. Герой әсә (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1981). Сығышы менән ошо райондың Юлыҡ ауылынан.
- Шематонова-Иванова Валентина Александровна (1937), Кушнаренко районы үҙәге Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәптең элекке математика уҡытыусыһы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Талипов Флорит Сәлих улы (1948—21.02.2011), театр режиссёры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Белоруссияның Якуб Колас исемендәге Милли академия драма театрының элекке художество етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Уҫман ауылынан.
- Зинәтуллина Фирзинә Наис ҡыҙы (1963), Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең төп мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
тулы исемлек
- Боченков Николай Кузьмич (1968—25.09.1996), Салауат ҡала эске эштәр бүлегенең хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған участка инспекторы, кесе лейтенант. Батырлыҡ ордены кавалеры (1996, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылынан.
- Асҡарова Сулпан Рәил ҡыҙы (1973), бейеүсе, балетмейстер. 1988 йылдан «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле, 1993 йылдан — Сибай дәүләт филармонияһы солисы; 2001 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының репетитор—хореографы, 2002 йылдан Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, 2012 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры балетмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2000), балетмейстерҙарҙың республика конкурсы лауреаты (1993). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Буранбаев Рафил Рафаил улы (1983), полиция хеҙмәткәре, көрәшсе. 2007 йылдан Баймаҡ район эске эштәр бүлегенең участка оперуполномоченныйы. Милли көрәш буйынса үҫмерҙәр араһында Рәсәй чемпионы (2001). Сығышы менән ошо райондың 2-се Этҡол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бартольд Василий Владимирович (1869—19.08.1930), ғалим-тарихсы, шәрҡиәтсе. 1920—1928 йылдарҙа Ленинград көнсығыш институты профессоры, 1928—1930 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы Төрөк ғилеме кабинеты (Ленинград) директоры. Санкт-Петербург (1913), Рәсәй империяһы (1917) һәм СССР Фәндәр академиялары (1925) академигы. Шәреҡ тарихы докторы (1900), профессор (1901). Тәүге тапҡыр 1913 йылда немец телендә баҫылған «Ислам энциклопедияһы» китабында «Баджгирд» мәҡәләһендә «башҡорт» этнонимы, башҡорттар, 17—18 быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары, башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте, Башҡортостандағы ер сәйәсәте тураһында мәғлүмәттәр бирә. Көньяҡ Урал, Себер һәм Үҙәк Азия буйлап фәнни сәфәр барышында 1913 йылдың майында Ырымбурҙа, Өфөлә, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш ауылында була. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бер нисә хеҙмәтен баҫтырып сығарыуға булышлыҡ күрһәтә, уның менән фәнни темаларға хат алыша. Рус археология йәмғиәтенең Ҙур алтын миҙалы менән бүләкләнгән (1913). Сығышы менән хәҙерге Санкт‑Петербург ҡалаһынан.
- Йосопов Марсель Харис улы (1969), сәйәсмән, эшҡыуар, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының V (2007-2011) һәм VI (2011-2016) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. 2011—2012 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2009).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
- 1918: Александр Ляпунов, Рәсәй империяһы математигы.
- 1986: Морат Ҡужаҡов, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы.
тулы исемлек
- 2003: Рәсүл Ғамзатов, СССР шағиры.
- 2007: Илшат Йомағолов, башҡорт театр актёры, драматург, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- 2010: Виктор Черномырдин, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.