24 апрель
Уҡыу көйләүҙәре
24 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 114-се (кәбисә йылында 115-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 251 көн ҡала.
← апрель ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тыныслыҡ хаҡына күп яҡлылыҡ һәм дипломатия көнө.
- Йәштәр теләктәшлеге көнө.
- Менингит менән көрәш көнө.
- Бөтә донъя иммунлаштыу аҙнаһы башланған көн.
- Эҙләү-ҡотҡарыу эттәре көнө.
- Скульптура көнө.
- Пинхол фотографиялар көнө.
- Өҫтәл уйындары көнө.
- Газландырылған һыуҙың тыуған көнө.
- Лаборатория хайуандарын һаҡлау-яҡлау көнө.
- АҠШ: Ҡамырға төрөлгән сосиска көнө.
- Бангладеш: Хеҙмәтте һаҡлау көнө.
- Гамбия: Республика көнө.
- Монголия: Милли генералдар көнө.
- Непал: Демократия көнө.
- Төркмәнстан: Аһал-тәкә юртағы көнө.
- Һиндостан: Ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси хоҡуҡтары киңәйтелгән көн.
- Ер: Ветеринария табиптары көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Теш табиптары көнө.
- Һиндостан: Урындағы үҙидаралыҡ көнө.
- 1800: АҠШ-тың Конгресс китапханаһы ойошторола.
- 1833: Газландырылған һыуға патент алына.
тулы исемлек
- 1938: СССР-ҙа «Волга-Волга» музыкаль кинокомедияһының премьераһы була.
- 1946: Беренсе СССР турбореактив истребителе «МиГ-9»ҙың тәүге осошо.
- 1975: Башҡорт АССР-ының Өфө районында хәҙер дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы булып билдәлелек алған «Алексеевка» совхозы ойошторола.
- 1977: Өфөнөң Беренсе Май урамында «Һаҡмар» рестораны асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (1905—16.12.1964), СССР-ҙың партия, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1945). 1938—1941 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ВКП (б)-ның ХVIII съезы (1939) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Усманов Әбүбәкер Нурийән улы (1910—13.06.1982), ғалим-тарихсы һәм фольклорсы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1937—1971 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылға тиклем һәм 1943 йылдан институт директоры, 1951 йылдан директор урынбаҫары; 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы, 1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 1948 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Челпановский Анатолий Фёдорович (1936—29.04.2005), инженер-механик. 1981 йылдан Ишембайҙағы «Витязь» транспорт машиналары эшләү заводының яуаплы хеҙмәткәре: конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, әйҙәүсе инженер, бүлек, артабан бюро начальнигы. Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Сығышы менән Харьков ҡалаһынан.
- Абдуллин Радик Рәхмәтулла улы (1941—3.10.2015), баянсы-музыкант, йырҙар авторы, театр актёры, йәмәғәтсе. 1962 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1962—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт театры актёры; профсоюз комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Козлов Александр Фёдорович (1922—26.11.2004), архитектор, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947 йылдан «Башкиргражданпроект» институтының архитекторҙар төркөмө етәксеһе, баш архитекторы, 1965—1984 йылдарҙа — институт директоры. 1955 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, 1955—2000 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Архитекторҙар союздары Башҡортостан бүлексәһенең идара ағзаһы һәм идара рәйесе урынбаҫары. Өфөнөң ун саҡырылыш ҡала Советы депутаты, СССР Архитекторҙар союзының бер нисә съезы делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1969). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Приморье крайының Партизан ҡала округына ҡараған Бровничи ауылынан.
тулы исемлек
- Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы (1927—21.05.2007), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1957), РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы.
- Дәүләтов Эдуард Ғазали улы (1947—10.12.1998), ғалим-биохимик. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—1998 йылдарҙа биоорганик һәм клиник химия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993—1997 йылдарҙа дөйөм табиблыҡ факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), медицина фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
- Ҡасимова Евгения Владимировна (1947), музыкант-скрипкасы, педагог. Өфө ҡалаһының Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Слепнёв Евгений Леонидович (1947), комсомол, партия һәм дәүләт органдары ветераны, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Башҡортостан Республикаһы Конституция судының элекке судьяһы, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2007). Сығышы менән Иваново өлкәһенең Юрьевец районынан.
- Сөләймәнов Миҙхәт Мәхмүт улы (1952), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. «Башресурсы» берекмәһенең элекке генераль директоры. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923—13.01.2009), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1980—1988 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Мөхәмәтйәнов Анатолий Михайлович (1928—?), нефтсе. 1952—1984 йылдарҙа Краснохолмский быраулау эштәре идаралығының дизелисы, быраулаусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Уяҙы ауылынан.
тулы исемлек
- Баронов Василий Степанович (1933), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1952 йылдан Силәбе өлкәһе һәм Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1979—2002 йылдарҙа Ҡыҙыл Башҡортостан мәктәбе уҡытыусыһы. «Красная Башкирия» совхозы музейын ойоштороусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1974), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1968). Ҡыҙыл Башҡортостан ауылының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Мари Иле Республикаһының Старое Девичье ауылынан.
- Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы (1938), бейеүсе, халыҡ бейеүҙәрен ҡуйыусы, тарихсы-ғалим. 1960—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1975—1992 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1965).
- Ҡарасурин Хәниф Хәмит улы (1948—23.12.2003), хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған юрист, юстицияның өлкән советнигы (2000). 1979 йылдан Башҡортостан прокуратура органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1994—2003 йылдарҙа Сибай ҡалаһы прокуроры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1-се Лесозавод ҡасабаһынан.
- Юлтимеров Азат Шәрип улы (1953), педагог, мәғариф, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1984 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы, пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, секретары; 1992 йылдан 23-сө урта мәктәп директоры, 1993 йылдан ҡала мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары, 2002 йылдан ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, 2005—2011 йылдарҙа мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2003). «Иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәр» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бочков Борис Григорьевич (1924—15.01.1991), водитель. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1984 йылдарҙа Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозы шофёры, механигы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) ордендары кавалеры. Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1984). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ихсанов Әхиәр Ғүмәр улы (1924—17.12.2008), шахтёр, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, зенит артиллерияһының орудие командиры, өлкән сержант. 1947—1974 йылдарҙа Учалы районындағы Миндәк руднигы быраулаусыһы, шахта проходчигы. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ҡоҙаш ауылынан.
тулы исемлек
- Андрианов Андрей Андрианович (1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989). Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939), малсы, йәмәғәтсе. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. Башҡорт АССР‑ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты һәм атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәлимов Дамир Мәзит улы (1944), режиссёр, 1987 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Илизаров Борис Семёнович (1944), тарихсы-ғалим. 1973 йылдан Бөтә Союз документтар алып барыу һәм архив эше ғилми-тикшеренеү институтының, 1979 йылдан — Мәскәү тарих-архив институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1995 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (1949—3.06.2005), агроном-ғалим, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1996—2005 йылдарҙа Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1620: Джон Граунт, Британия статистигы, демография фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1815: Энтони Троллоп, Британия яҙыусыһы.
тулы исемлек
- 1845: Карл Фридрих Георг Шпиттелер, Швейцария яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1919).
- 1880: Гидеон Сундбэк, Швеция—АҠШ инженеры, «молния» ҡаптырмаһын уйлап сығарыусы.
- 1905: Роберт Пенн Уоррен, АҠШ яҙыусыһы, шағир.
- 1905: Иван Флёров, Ҡыҙыл Армияның беренсе айырым реактив артиллерия батареяһы командиры, Рәсәй Геройы (1995, үлгәндән һуң).
- 1915: Усман Әлмиев, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1957).
- 1925: Михаил Әхмәтов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1930: Юрий Левада, СССР һәм Рәсәй социологы, политолог, дәүләткә ҡарамаған «Левада-Центр» тикшеренеү үҙәген ойоштороусы һәм уның директоры.
- 1930: Фердинанд Фарсин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
- 1939: Лили Иванова, эстрада йырсыһы, Болгарияның халыҡ артисы.