1 май
Уҡыу көйләүҙәре
1 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
1 май Викимилектә |
1 май — григориан стиле буйынса йылдың 121-се (кәбисә йылында 122-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 244 көн ҡала.
← май ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- : Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
- Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.
- Глобаль һөйөү көнө.
- Уйын-көлкө, шатлыҡ көнө (майҙың беренсе йәкшәмбеһе).
- Үлән көнө.
- Дауалау массажы көнө.
- Лабиринт көнө.
- Пилотһыҙ осҡостар көнө.
- Скрапбукинг көнө.
- Почта маркаһының тыуған көнө.
- АҠШ: Лайыҡлы эш хаҡы көнө.
- Аргентина: Конституция көнө.
- Венгрия Испания Литва Португалия Румыния: Әсә көнө.
- Германия: Май байрамы.
- Ҡаҙағстан: Ил халыҡтарының берҙәмлеге көнө.
- Маршалл Утрауҙары: Конституция көнө.
- Тонга: Балалар көнө.
- Үзбәкстан: Фонтандар көнө.
- Франция: Ландыш көнө.
- Эстония: Яҙ көнө.
- : Урам музыканттары көнө.
- Ҡатын-ҡыҙ мотоциклсылар көнө.
- АҠШ: Мәктәп директорҙары көнө.
- 1707: Англия менән Шотландия бер дәүләткә — Бөйөк Британия короллегына берләшә.
- 1840: Британияла донъялағы тәүге почта маркалары һатыуға сығарыла.
тулы исемлек
- 1890: Европаның бер нисә илендә эшселәр тәүге тапҡыр 1 Май байрамын билдәләй.
- 1930: Ҡояш системаһының 18 февралдә асылған туғыҙынсы планетаһы Плутондың рәсми атамаһы иғлан ителә.
- 1930: Хәҙерге Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты асыла.
- 1935: Бөрйән районының бөгөнгө «Таң» гәзитенең беренсе һаны донъя күрә.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышы барышында Берлиндағы рейхстаг түбәһенә Еңеү Байрағы ҡаҙала.
- 1960: Свердловск ҡалаһы янында АҠШ-тың пилот Фрэнсис Пауэрс идара иткән разведка самолёты бәреп төшөрөлә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Филипп III (1245–1285), Франция короле
- Тимер Арыҫлан (1915—19.03.1980), шағир. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусы. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Әхмәҙиев Аҙһар Мөхәмәтша улы (1915—17.06.2007), тренер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1966 йылдарҙа мотоспорт буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1967), Бөтә Союз (1964) һәм республика (1955) категорияһындағы судья, СССР-ҙың почётлы судьяһы (1979). 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Сарман районы Сарман ауылынан.
тулы исемлек
- Байрамғолов Миҙхәт Әсфәндиәр улы (1930), педагогик хеҙмәт ветераны, үҙешмәкәр шағир һәм рәссам. Донъяла ҡурайға ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (1998).
- Резеда Вәлиева (1930), Татарстандың балалар яҙыусыһы, шағир, йыр текстары авторы, тәржемәсе. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999). 1934—1957 йылдарҙа Ҡыйғы һәм Салауат райондарында мәктәп директор булған ике Ленин орденлы Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улының ҡыҙы.
- Дауытов Зиҡаф Нәби улы (1935—4.01.2020), хеҙмәт алдынғыһы. 1954—1998 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводы эшсеһе, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән оператор, 1986—1988 йылдарҙа өлкән мастер. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Бәҙрәш ауылынан.
- Сәлимов Мөхәррәм Әхмәтша улы (1935), инженер-металлург, йәмәғәтсе, ҡурайсы һәм үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Панов Александр Константинович (1940—2801.2015), ғалим-инженер-механик. 1975 йылдан Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989 йылдан — нефтехимия заводтарының ҡорамалдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы Стәрлетамаҡ филиалының баш ғилми хеҙмәткәре, 2009 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының Стәрлетамаҡтағы бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1990).
- Искаков Борис Александрович (1945), инженер-химик, хужалыҡ эшмәкәре. Стәрлетамаҡтағы «Синтезкаучук» берекмәһенең изопрен производствоһының элекке етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химигы.
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе, педагог-методист. 1972 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2008—2017 йылдарҙа — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2003), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017) һәм мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Канапацкий Александр Яковлевич (1955), ғалим-философ. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика һәм психология кафедраһы, 1998 йылдан — музыка кафедраһы, 2006 йылдан — психология кафедраһы мөдире. 2009—2017 йылдарҙа Мәскәү Психология институты һәм Мәскәү дәүләт һәм муниципаль идара итеү институты уҡытыусы. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһы Минск өлкәһенең Червень районы ҡала тибындағы Смиловичи ҡасабаһынан.
- Фазуллин Йыһанур Йосоп улы (1955), ғалим-математик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2010 йылдан математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты деканы. Физика‑математика фәндәре докторы (2006), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2014). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2011).
- Хисаметдинов Валерий Шайхетдин улы (1960—6.11.2021), хәрби хеҙмәт ветераны, отставкалағы полковник. 2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихиялы бәлә-ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы. Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтан Ғәбәши (Солтанәхмәт Хәсәнғата улы Ғәбәши; 1891—8.01.1942), композитор, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың һәм башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1932 йылдан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумы уҡытыусыһы. 1936 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан — Борай районы Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы.
- Мәмбәтҡолов Бәҙри Мөжәүир улы (1911—20.09.1999), педагог. 1963—1972 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһы директоры. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ленин (1960), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1943, 1963) ордены кавалеры. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Ковалёв Николай Григорьевич (1921—3.05.2002), хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1954—1974 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү заводы, 1977—1993 йылдарҙа хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Пирометр» заводы директоры. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почётлы авиатөҙөүсе (1999).
- Лихов Виталий Кузьмич (1926), инженер-металлург, хужалыҡ эшмәкәре. 1951—1994 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1969 йылдан — директор урынбаҫары, 1973 йылдан — баш инженер, 1983 йылдан — лаборатория начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған металлургы (1987). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1987). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһе Заокский районы Дмитриевский ауылынан.
- Бәкеров Мират Самиҡ улы (1931—30.12.2007), инженер-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1961—1970 йылдарҙа Өфө химия заводының баш инженеры, 1970—1972 йылдарҙа — директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР-ҙың почётлы (1971) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1968) химигы.
- Баҙыҡшанов Таһир Ибраһим улы (1941—25.06.2023), зоотехник, ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1992—1998 йылдарҙа Благовещен районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Ҡандра ауылынан.
- Левашова Вера Ивановна (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-химик технолог. 1966 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы; 2000 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында төп ғилми хеҙмәткәр, 2004—2007 йылдарҙа дөйөм химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (2002), профессор. (2008). Сығышы менән Стәрлетамаҡтан.
- Царева Рима Шөғәй ҡыҙы (1941), юғары мәктәп ветераны, ғалим-педагог. 1965 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—1986 йылдарҙа филология факультетының декан урынбаҫары. Педагогия фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2004).
- Богодухов Александр Андреевич (1946), хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһы электр селтәрҙәренең элекке хеҙмәткәре. Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
- Калаев Валерий Фёдорович (1951), ветеринар-табип, ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2006 йылдан Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Һарғамыш ауылынан.
- Дауытов Салауат Булат улы (1956), ғалим-хирург. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2001). 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2001 йылдан ғилми-тикшеренеү секторы директоры; 2005 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Ҡаҙаҡлар-Ҡобау ауылынан.
- Кәримова Гөлшат Мөнир ҡыҙы (1956), музыкант, пианист. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокал буйынса концертмейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001).
- Сафин Фәнил Мәсғүт улы (1961), ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре. 1996—2000 һәм 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының юстиция министры, 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды Рәйесе; Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан.
- Ситдиҡов Илшат Хәмит улы (1961), ғалим-биолог, ауыл хужалығы эшмәкәре һәм муниципаль хеҙмәткәр. 1995—2001 йылдарҙа Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте, 2011—2018 йылдарҙа Баймаҡ районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Биология фәндәре кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Әхмәтшина Айгөл Ғайса ҡыҙы (1996), опера йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2021).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Зиннәт Вәли улы (1902—16.05.1997), әкиәт һәм көләмәстәр һөйләү оҫтаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Вәлиәхмәтов Ансар Фазлиәхмәт улы (1922—10.07.2005), ғалим-патологоанатом. 1976—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының кафедра мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1977). 1-се (1985) һәм 2-се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Фаршатов Фазыл Ғәли улы (1922—1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1957—1973 йылдарҙа Баҡалы районы «Большевик» колхозы рәйесе һәм «Яңы Маты» совхозының Туҡтағол бүлексәһе идарасыһы, 1973 йылдан — бүлексә зоотехнигы; 1979—1983 йылдарҙа Туҡтағол ауыл Советы башҡарма комитетының баш бухгалтеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Кәримов Ғәлимйән Ғиниәт улы (1927—26.03.1991), механизатор. 1943 йылдан Әбйәлил районы Әлмөхәмәт МТС-ы, 1957 йылдан — «Урал» совхозы тракторсыһы, 1975 йылдан — Әбдрәш фермаһының келәт мөдире, 1980 йылдан — фуражсыһы. Ленин ордены кавалеры (1957). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Әбдрәш ауылынан.
- Моисеева Зоя Николаевна (1927-2012), табип-терапевт, 1954—1983 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Аҡҡулов Хәйҙәр Абдулхай улы (1932), хеҙмәт алдынғыһы. 1955—1996 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Ленин ордены кавалеры (1963). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Иҫәкәй ауылынан.
- Ғарифуллин Ҡәҙим Мөғәллим улы (1932), ғалим-иҡтисадсы. 1986 йылдан хәҙерге Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының Иҡтисад һәм финанс институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2000 йылдарҙа — фәнни эштәр буйынса проректор. Иҡтисад фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Татарстан Республикаһының (1994) атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Егетәк ауылынан.
- Хурамшин Тәлғәт Закир улы (1932—3.03.2019), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1978—1989 йылдарҙа СССР-ҙың Нефть продукттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. РСФСР-ҙың 10-сы саҡырылыш һәм Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1974).
- Аҙанова-Вафина Фәниә Ғабдулғәзиз ҡыҙы (1937), хеҙмәт ветераны, ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980—2008 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән, төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1993).
- Ишбирҙин Батыр Нурислам улы (1937—15.01.2004), педагог. Әбйәлил районы Таштимерҙәге 17-се ауыл урта профессиональ-техник училищеһының элекке мастеры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Ҡушый ауылынан.
- Әхиәретдинова Рая Муллаҡай ҡыҙы (1937), малсылыҡ ветераны. 1952—1992 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Рәсәй» колхозы һауынсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Уртай ауылынан.
- Йосопов Борис Хафиз улы (1942), ауыл хужалығы, партия органдары һәм һөнәри белем биреү өлкәһе ветераны. 1979 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1982 йылдан КПСС-тың Дәүләкән район комитеты секретары, халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, КПСС район комитетының беренсе секретары, 1990 йылдан — 103-сө һөнәри-техник училище директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.
- Йәтимова Венера Фәтхулла ҡыҙы (1942), педагог. 1960 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1977—2000 йылдарҙа Иләс мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1978 йылдан — директор, 1982—1995 йылдарҙа уҡытыу эштәре мөдире. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы (1977). Сығышы менән ошо райондың Айыулы ауылынан.
- Нурдәүләтов Муса Солтанморат улы (1942), механик, транспорт тармағы ветераны, йәмәғәтсе, ҡул оҫтаһы. 1981—2002 йылдарҙа Йошкар-Ола ҡалаһы автотранспорт предприятиеһы автобазаһының баш механигы. Алтын һәм көмөш фольганан беренсе ҡурай яһаусы. 2003 йылдан Йошкар-Оланың Башҡорт ҡоролтайы рәйесе. Башҡортостан (1995) һәм Марий Эл (2004) Республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Алғаҙы ауылынан.
- Хәмзин Әҙеһәм Мостафа улы (1942), педагог, муниципаль хеҙмәткәр, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1965 йылдан Әбйәлил районы мәктәптәре уҡытыусыһы, уҡытыу бүлеге мөдире, директоры, 1998—1999 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы. Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1992). Сығышы менән ошо райондың Рысҡужа ауылынан.
- Ғәлимова Фәниә Хәмит ҡыҙы (1947), педагогик хеҙмәт ветераны. Әлшәй районы Себенле мәктәбенең элекке башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо ауылдан.
- Дәүләткилдин Азамат Хәким улы (1947), комсомол органдары, юғары мәктәп, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт ветераны, иҡтисадсы. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең территориялар менән эшләү бүлегенең баш белгесе, мөдир урынбаҫары. 2000—2009 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәтенең эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2007) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997). Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Сәйфуллина Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны, театр һәм кино актёры, педагог. 1971 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актёры, 1994 йылдан — режиссёр ассистенты; 2000 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының труппа мөдире, 2008 йылдан — Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһының өҫтәлмә белем биреү педагогы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Ғәҙелбай ауылынан.
- Вәлиева Рәсилә Сәфиулла ҡыҙы (1952), мәҙәниәт өлкәһе ветераны. 1970 йылдан Әбйәлил районы Буранғол ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1983—2005 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Гәрәева Лина Авзал ҡыҙы (1952—11.11.2021), йырсы. 1982—2007 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостандың халыҡ артисы.
- Ишбаева Гөлйемеш Мөхәмәтша ҡыҙы (1952), хеҙмәт ветераны. 1971—2003 йылдарҙа Баймаҡ ҡойоу-механика заводы эшсеһе, кран машинисы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1984). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Юлалы ауылынан.
- Абдуллин Шәфәғәтулла Миңтаһир улы (1957), ғалим-ветеринария табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән Мәсетле районының Йыланыш ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Василевский Виталий Сергеевич (1908—28.01.1991), рус совет яҙыусыһы, журналист. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1943 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1978) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Медведевка ауылынан.
- Рәмиев Бәшир Искәндәр улы (1918—16.05.1994), ғалим-инженер, уйлап табыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзында тәүге ЭВМ-дарҙы эшләүселәрҙең береһе. Техник фәндәр докторы (1962). Сталин премияһы лауреаты (1954). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ишбулатов Хәмит Ниғәмәт улы (1928—28.10.2008), механизатор. 1948—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы мнханизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Фәтҡуллин Мөхтәр Хөрмәт улы (1928), дәүләт хеҙмәткәре. 1979—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районының Сурағол ауылынан.
- Хәсәнов Әсғәт Хәсән улы (1928—4.12.2003), педагог, ауыл хужалығы, партия органдары һәм һөнәри-техник белем биреү өлкәһе хеҙмәткәре. 1954 йылдан КПСС-тың Әбйәлил район комитеты инструкторы, дөйөм бүлек мөдире, 1960 йылдан «Йәнгел» совхозының партком секретары; 1964—1988 йылдарҙа 93-сө һөнәри училище директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). СССР-ҙың (1976) һәм РСФСР-ҙың (1972) һөнәри техник белем биреү отличнигы. Әбйәлил ауылының почётлы гражданы (2002). Сығышы менән ошо райондың Дауыт ауылынан.
- Усманова Фәүзиә Усман ҡыҙы (1943), рәссам, педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы.
- Ғәзизов Вилүр Ғайса улы (1948), аппаратсы. 1966—2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Зыятдинов Гөлфәт Ғәбдинур улы (1948), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Балтас районы Нажар ауылынан.
- Рәжәпов Рәшит Шәһит улы (1953), инженер-механик, урта махсус уҡыу йорто, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1979 йылдан Стәрлетамаҡ станоктар эшләү техникумы уҡытыусыһы, бүлек мөдире, 1986—1996 йылдарҙа — директоры; 1983 йылдан КПСС-тың ҡала комитеты инструкторы; 1996 йылдан ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары; 2011—2018 йылдарҙа политехник колледж директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Рәсәйҙең почётлы урта махсус һәм юғары белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Шәйхетдинова Кәүсәриә Әғзәм ҡыҙы (1953), һатыусы. 1980—2003 йылдарҙа Дүртөйлө районы Күкҡуян сауҙа предприятиеһының 81-се магазин һатыусыһы, мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1996), Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы (1985). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Нәсибуллин Рөстәм Ислам улы (1958), ғалим-химик, йәмәғәтсе. 1980 йылдан Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы уҡытыусыһы. 2007—2014 йылдарҙа филиалдың профком рәйесе. Техник фәндәр кандидаты (2001), доцент (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка ауылынан.
- Хәйретдинов Рәмил Акмал улы (1958—05.2017), хәрби хеҙмәткәр, лётчик, майор. Вертолёт, вертолёт звеноһы һәм вертолёт эскадрильяһы командиры, Афған һуғышында һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (март һәм май 1989). Сығышы менән Дүртөйлө ҡалаһынан.
- Алсынбаев Нияз Зәбихулла улы (1963), журналист. 1989 йылдан Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2004 йылдан «Юлдаш» каналының баш мөхәррире, 2010 йылдан радио хеҙмәте начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
- Байрамғолова Гөлфирә Рауил ҡыҙы (1973), ғалим-физиолог, педагог. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы. Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Арыҫланов Аҫылгәрәй Солтан улы (1919—28.10.1985), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Йәрмәкәй районы «Яңы тормош» колхозының һәм «Спартак» совхозының элекке етәксеһе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Тарҡаҙы ауылынан.
- Абдрахманов Ғәйнетдин Шәйхи улы (1929—13.04.2001), слесарь-торбасы. 1958—1994 йылдарҙа «Башкирэнерго» йәмғиәтенең слесарҙар бригадаһы бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Яңы Опто ауылынан.
тулы исемлек
- Шәйнуров Фәрит Вәлинур улы (1934—12.09.1987), спортсы һәм тренер. 1959—1969 йылдарҙа СССР-ҙың мотоспорт буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. 1984—1987 йылдарҙа СССР-ҙың спидвей буйынса йыйылма командаһы һәм ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының мотоспорт буйынса йыйылма командаһы тренеры. СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1968). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Иҫке Илек ауылынан.
- Иҫәнбаев Ишбулды Солтанғәли улы (1939—2003), механизатор. Хәйбулла районы «Хәйбулла» совхозының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ҡотдосов Фәнис Ғәзиз улы (1939—2021), спортсы, көрәшсе, тренер. Милли көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Әсәҙуллин Диас Тәлғәт улы (1939), ветеринария табибы, ауыл хужалығы, партия, урындағы башҡарма органдар һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1984 йылдан КПСС-тың Ҡариҙел район комитетының беренсе секретары, 1991 йылдан Өфө агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Штейнберг Валерий Эмануилович (1944), педагог-ғалим. 1999 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Термез ҡалаһынан.
- Ғәзизов Хәтиб Шәрифйән улы (1949), инженер-механик-ғалим. 1971 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003).
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1949), нефтсе-инженер. Комсомол, партия, урындағы башҡарма һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре (2006). Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2004). Краснокама районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән ошо райондың Яңы Нуғай ауылынан.
- Жуковская Светлана Ивановна (1954), журналист. «Альшеевские вести» район гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Әлшәй районының почётлы гражданы (2024).
- Розенцвет Виктор Александрович (1954), ғалим-химик. 1976 йылдан Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт нефтехимия заводы хеҙмәткәре, 1979 йылдан сектор мөдире, 1982 йылдан лаборатория начальнигы; 1987 йылдан Тольятти «Синтезкаучук» предприятеһының лаборатория начальнигы; 2004 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Һамар федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Волга бассейны экологияһы институтының өлкән, 2009 йылдан әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. Химия фәндәре докторы (2009). Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1984). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Сафин Йәмил Камил улы (1954), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Балтас районы «Сигнал» колхозының элекке механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Фәррәхов Фәиз Фәрүәзетдин улы (1954), спортсы, уҡытыусы-тренер. Октябрьский ҡалаһы 1-се спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999).
- Рамазанов Раүил Рифғәт улы (1959—22.01.2024), педагог. Өфө ҡалаһының 45-се урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Хисмәтуллин Ҡәнифйән Нәсебетдин улы (1959), урмансы-инженер. 2003—2017 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Луч» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондан.
- Мәүлийәров Хәмит Дәүләтйәр улы (1964), төҙөүсе-инженер, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2015 йылдан Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш министры урынбаҫары, 2018 йылдан «Милли мәҙәни мираҫ» фонды президенты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1830: Гвидо Гезелле, Бельгия шағиры, филолог.
- 1895: Николай Ежов, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 2-се эске эштәр халыҡ комиссары.
тулы исемлек
- 1900: Александер Ват (төп фамилияһы «Хват»), Польша шағиры, прозаик, тәржемәсе.
- 1900: Иньяцио Силоне, Италия яҙыусыһы, сәйәси эшмәкәр.
- 1905: Александр Борисов, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1951), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- 1910: Сурая Каджар, СССР һәм Әзербайжан йырсыһы.
- 1930: Рәшит Йыһаншин, СССР-ҙың ғалим-табибы, Төмән медицина институтының элекке проректоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1979).
- 1935: Вәҡиф Нуруллин, СССР яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- 1940: Мансур Шиһапов, СССР шағиры, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1996).
- 1950: Сергей Захаров, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсы, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1996).
- 1960: Стив Котен, АҠШ жокейы.
- 1965: Ренат Ғатауллин, СССР һәм Рәсәй футболсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры.
- 1975: Светлана Чуйкина, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.