19 февраль
Уҡыу көйләүҙәре
19 февраль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
19 февраль Викимилектә |
19 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 50-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 315 көн ҡала (кәбисә йылында 316).
← февраль ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Плагиатҡа юл ҡуймау көнө.
- Синоптик картаның тыуған көнө.
- Исландия: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Непал: Демократия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Йәш һайлаусылар көнө.
- Төркмәнстан: Дәүләт флагы көнө.
- Әрмәнстан: Китап бүләк итеү көнө.
- Ҡырғыҙстан: Финанс полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Мексика: Армия көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең хәрби оркестр хеҙмәте көнө.
- Орнитологтар көнө.
- 1863 йыл: Сорғот ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1775: Императрица Екатерина II Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат йыйыу тураһында указға ҡул ҡуя.
- 1855: Францияла донъялағы беренсе һауа торошо картаһы төҙөлә.
- 1878: Томас Эдисон фонографҡа патент ала.
- 1899: Санкт-Петербург Политехник институты асыла.
- 1921: «Труд» гәзитенең беренсе һаны сыға.
- 1930: Борай район гәзитенең тәүге донъя күрә.
- 1954: СССР Юғары Советы Президиумы Ҡырым өлкәһен РСФСР-ҙан Украина ССР-ы составына биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1955: Мәскәү — Берлин даими тимер юл бәйләнеше булдырыла.
- 1957: СССР менән Цейлон (1972 йылдан — Шри-Ланка) араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырыла.
- 1986: Советтар Союзының «Мир» орбиталь станцияһы эшләй башлай.
- 2008: «Су-35БМ» күп маҡсатлы истребителенең тәүге осошо.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богданова Галина Михайловна (1925—9.09.2013), хеҙмәт алдынғыһы. 1941—1980 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шымартыусыһы. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1930—27.02.2002), ғалим-фармаколог. 1952 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа 2-се фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Арғаяш ауылынан.
- Машкин Фёдор Иванович (1930—6.03.2002), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының VI-XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV—XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (1930), ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963—1989 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты проректоры һәм ректоры, 1989 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылдан — мәктәп менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Илеш районының почётлы гражданы (2012).
- Рәхмәтуллин Самат Хәмит улы (1950), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1971—2006 йылдарҙа Яңауыл район Советы башҡарма комитетының һәм Яңауыл районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе, 2006—2009 йылдарҙа — район хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм буйынса бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Ибашев Дмитрий Ишмаевич (1960), табип, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Бөрө район үҙәк дауаханаһының табибы, шул иҫәптән 2004 йылдан — дауахананың хирургия бүлеге мөдире. 2015 йылдан ҡаланың Мари милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡорманай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ключарёв Александр Сергеевич (1906—31.03.1972), композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. 1934—1937 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтының музыка секторы мөдире. РСФСР-ҙың (1969) һәм Татар АССР-ының (1939) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ТАССР-ҙың халыҡ артисы (1964) һәм Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1970). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Фёдоров Леонид Александрович (1926–29.08.2008), күмер сәнәғәте алдынғыһы. 1960–1983 йылдарҙа «Кузбассуголь» комбинаты «Анжероуголь» тресының 5-се һәм 7-се шахталарында тау эшсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Шланлы ауылынан.
- Кантор Евгений Абрамович (1946), ғалим-химик-органик, юғары мәктәп ветераны. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан тармаҡ лабораторияһы, 1986—2018 йылдарҙа физика кафедраһы мөдире. Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, химия фәндәре докторы (1982), профессор (1986). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы (1981), балет артисы. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе һәм дипломанты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Климин Игорь Петрович (1937), хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың хеҙмәтләндереү өлкәһенең атҡаҙанған, Рәсәй торлаҡ-коммуналь хужалығының почётлы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры.
- Штеренбах Владимир Шапсович (1947—4.01.2015), йырсы. 1972—2014 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһы солисы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2003).
- Хәйҙәрова Илфрида Наил ҡыҙы (1962), мәғариф ветераны. 1997 йылдан Краснокама районы Ҡуян урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Ҡуян ауылының почётлы гражданы (2007).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңләхмәт улы (1953), педагог, журналист, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Иҙрис ауылынан.
- Ибраһимов Байрас Нәҙим улы (1953), сәнғәт хеҙмәткәре. 1991—1994 һәм 2016—2020 йылдарҙа Өфө «Нур» татар дәүләт театрының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1947), дәүләт органдары хеҙмәткәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1931 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Креков Фёдор Андреевич (1919—14.06.2007), тимер юлсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955—1990 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Дим локоматив депоһының электровоз машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1950). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Рождественка ауылынан.
тулы исемлек
- Әминев Гесиод Абдулла улы (1939—31.01.2021), психофизиолог-ғалим, педагог. 1980 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, психология кафедраһы мөдире, 1996 йылдан Мәскәү дәүләт университеты психология факультетының Өфө филиалы директоры, 1998—2005 йылдарҙа БДУ-ның факультет-ара психология үҙәге директоры. Психология фәндәре докторы (1978), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Сығышы менән хәҙерге Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙан.
- Сәғитов Салауат Сабит улы (1954), баянсы-музыкант, педагог. Хәҙерге Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы, «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле аккомпаниаторы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1473: Николай Коперник, Польша астрономы.
- 1920: Иван Поминов, СССР ғалимы, физик-оптик, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1940: Руслан Әхмәтов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2003).
- 1945: Юрий Антонов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1997).
- 1950: Георгий Ковтун (1950), СССР балетмейстеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).
- 1955: Рафиҡ Мөхәммәтшин (1955), СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, Рәсәй Ислам институты ректоры.
- 1989: Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы, башҡорт теленең ғалим-методисы.