14 август
Уҡыу көйләүҙәре
14 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
14 август Викимилектә |
14 август — григориан стиле буйынса йылдың 226-сы (кәбисә йылында 227-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 139 көн ҡала.
← август ⊟ | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй Федерацияһы: Төҙөүселәр көнө (августың икенсе йәкшәмбеһе).
- Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге енәйәттәр менән көрәш подразделениелары көнө.
- 1865: Санкт-Петербург ҡалаһында зоопарк эшләй башлай.
- 1888: АҠШ-та электр иҫәпләгескә патент алына.
- 1893: Парижда донъяла тәүге тапҡыр водитель таныҡлығы бирелә.
- 1920: Бельгияның Антверпен ҡалаһында Етенсе Олимпия уйындарын асыу тантанаһы була.
- 1930: СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы «Мәжбүри башланғыс белем биреү тураһында» тигән ҡарар ҡабул итә.
- 1941: Өфөлә «Уфимкабель» заводы эшләй башлай.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыромятников Василий Степанович (1885—20.03.1979), Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, педагог. Башҡортостанда профессиональ һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- Мухачёв Аркадий Васильевич (1910—21.12.1958), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғөзәйеров Ғарифулла Вәли улы (1911—2.11.1993), журналист, матбуғат һәм дәүләт эшмәкәре. 1958 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1935 йылдан республика гәзит һәм журналдары мөхәррире. 1958 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радиотапшырыуҙар комитеты рәйесе, 1965—1970 йылдарҙа рәйес урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Мөхәмәтдинов Разар Мөхәмәтдин улы (1936), хеҙмәт ветераны, инженер-технолог, инженер-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1965—2001 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. 20-се һәм 21-се саҡырылыш Салауат ҡала Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1991). СССР Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы министрлығының иң яҡшы рационализаторы (1989). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Адай ауылынан.
- Ибраһимов Мәсәғүт Мәхмүт улы (1951), хеҙмәт ветераны. Сибай автотранспорт предприятиеһы эксплуатациялау бүлегенең элекке начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы транспортсыһы.
- Дәүләтбаева Зифа Айытбай ҡыҙы (1966), театр актёры. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Күсей ауылынан.
- Щербакова Виктория Александровна (1971), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр, режиссёр. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нурбулатова Луиза Зәкирйән ҡыҙы (1942—17.02.2013), педагог. 1966—1971 йылдарҙа Хәйбулла районы башланғыс мәктәптәре, 1989—1998 йылдарҙа Подольск урта мәктәбе уҡытыусыһы; 1971 йылдан Подольск ауылындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире, 1982—1988 йылдарҙа — тәрбиәсе. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Иҫке Аткүл ауылынан.
- Нәсипов Нәсих Вәдих улы (1942), механизатор. 1967 йылдан Баҡалы районы «Баҡалы» совхозы тракторсыһы, 1974 йылдан — машина-трактор паркында мастер-көйләүсе, артабан — комбайнсы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986), коммунистик хеҙмәт ударнигы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡуян ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биктимеров Сәлмән Ғәлиәхмәт улы (1913—24.02.1971), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, өлкән сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Кочетков Степан Михайлович (1923—24.09.1984), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия кесе сержанты. Уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Зәйтүнә Насретдинова (1923—1.10.2009), башҡорт балет артисы, педагог. СССР-ҙың (1955) һәм РСФСР-ҙың (1954) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1946) артисы. Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1946) ордендары кавалеры.
- Зәкиев Мирфәтих Зәки улы (1928), ғалим-тел белгесе, төркиәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1980—1990 йылдарҙа Татар АССР‑ы Юғары Советы рәйесе. Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1963), профессор (1964), Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2011). РСФСР-ҙың (1976) һәм Татар АССР‑ының (1970) атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың юғары мәктәп отличнигы (1972), мәғариф отличнигы (1974). Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994), Башҡортостандың Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы (1993) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1981), «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары, шулай уҡ бер нисә сит ил ордендары кавалеры.
- Ташкинова Валентина Ивановна (1943), малсылыҡ өлкәһе ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1971). Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1971—1975). Ленин (1973) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Әртә районы Рыбино ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Садиҡова Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы (1919—20.09.1985), СССР-ҙың ғалим-археологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, комсомол органдары хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1965). Хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог.
- Кочетков Степан Михайлович (1923—24.09.1984), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Гвардия лейтенанты (1947). Советтар Союзы Геройы (1943).
- Заһиҙуллин Шамил Зариф улы (1944), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1996) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (1991), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003).
- Морозов Валерий Георгиевич (1944—23.11.2006), дирижёр, баянсы, педагог. 1975—2006 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Колбин Борис Григорьевич (1949—2.03.2012), дәүләт эшмәкәре. 2002—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡдисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры, 2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Октябрьский ҡалаһынан.
- Хәлилов Әҡсән Насретдин улы (1959), педагог, шағир. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, 1997 йылдан — Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.
- Альберт Шаһиев (1959), йырсы, театр актёры. 1995 йылдан Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы, 2000 йылдан — Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2013 йылдан — Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһе артист‑вокалисы (солисы). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1790: Василий Глинка, Рәсәй империяһы архитекторы, классицизм оҫтаһы, архитектура академигы.
- 1860: Эрнест Сетон-Томпсон, Канада яҙыусыһы, хайуандар тураһында әҫәрҙәр авторы.
- 1875: Мстислав Добужинский, Рәсәй империяһы һәм Литва рәссамы, эмигрант.
- 1885: Владимир Бахметьев, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
- 1900: Тамара Церетели, СССР-ҙың эстрада йырсыһы, Грузия ССР-ының атҡаҙанған артисы (1958).
- 1940: Макар Алпатов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, театр режиссёры һәм сценарист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы.
- 1945: Вим Вендерс, Германия кинорежиссёры, фотограф, сценарист һәм продюсер.
- 1945: Стив Мартин, АҠШ-тың комик актёры, «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1957: Родрик Дэни, Төркиә иҡтисадсыһы.
- 1960: Сара Брайтман, Англия йырсыһы, актриса.
- 2012: Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).