Әсебар заказнигы
Әсебар заказнигы | |
Нигеҙләү датаһы | 6 август 2001 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Бөрйән районы |
«Әсебар» заказнигы ( рус. «Асебар», заказник) — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Әсебар урмансылыҡ хужалығы биләмәһендә һунар йәнлектәре (марал, мышы) һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола[1].
Категорияһы:дәүләт тәбиғәт зоология заказнигы.
Барлыҡҡа килеүе:Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының №189 ҡарары менән 2001 йылдың 6 августында хайуандар донъяһын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән.
Урынлашыуы:Әсебар урмансылыҡ хужалығы биләмәһенең (39492 га) ерен биләй. Ағиҙелдең ҡушылдығы—Бетерә йылғаһы бассейнында, Яңы Усман ауылынан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта, Йылайыр яйлаһының төньяғында урынлашҡан[2].
Майҙаны: 7 мең 687 гектар
Маҡсаты: һунар йәнлектәре марал, мышы һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоологик заказник булараҡ ойошторола.
Рельефы: тигеҙ, уба һәм арҡаларҙан тора.
Үҫемлектәр донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бейек булмаған тауҙарҙы ҡарағайлыҡтар һәм ҡайын урмандары биләй, көнбайышҡа табан улар япраҡлы ағастар менән ҡатнаша.Биләмәһәенең 95,0%‑ын урман ҡаплаған. Күпселек өлөшөн икенсел ҡайын, ҡайын‑уҫаҡ урмандары биләй. Ҡарт, йәштәре 80—100 йылдан ашыу булған ҡарағай һәм ҡарағай‑ҡарағас урмандары һаҡланған.
Тигеҙлектәрҙә – туғайҙар, ә битләүҙәрҙә урыны менән далалар осрай. Заказник буйлап Үҙән йылғаһының ҡушылдығы булған Бетерә йылғаһы һәм Әсебар шишмәһе аға. Уның үҙәнендә тәбиғи тоҙло тупраҡ бар.
Үҫемлектәр донъяһы бай. Бында үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡаурый ҡылған, Литвинов торна борсағы, ысын кәкүк ситеге һ.б. Ҡылғандың һәм кәкүк ситегенең бер нисә төрө үҫә. Тәбиғәтте һаҡлау, фәнни тикшеренеүҙәр һәм ресурс йәһәтенән тыйыулыҡтың әһәмиәте ҙур.
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һунар-кәсеп хайуандары бай һәм күп төрлө. Тоҙло тупраҡтарҙа һәм ҡышҡы туплауҙарҙа тояҡлы хайуандар йыйыла.
Аҡ ҡуян, бурһыҡ, бүре, мышы, тейен, урман көҙәне, һары шәшке, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, әлгәнйәк, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр һәм башҡалар тереклек итә.
Фаунала һирәк төрҙәр бихисап. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән бөркөт, ваҡ һайыҫҡан, көсөгән, кәлмәргән, өкө, сапсан, һоро өкө, һөҙһөт, шоңҡар, ябалаҡ һәм башҡа йыртҡыс ҡоштар, европа бәрҙеһе, зөгәй, йылға бағыры, ҡыҙыл балыҡ, марал, европа шәшкеһе, ҡама һәм бүтән хайуандар осрай[1].
Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре эшенең норматив хоҡуҡи нигеҙе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Постановление кабинета Министров Республики Башкортостан от 26.02.1999 №48
Об утверждении положений об особо охраняемых природных территориях в Республике Башкортостан
- Постановление Кабинета Министров Башкирской АССР от 06.08.2001 №189
О государственном природном заказнике республиканского значения "Асебар" по охране животного мира
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 25.08.2005 №189
О государственных природных зоологических заказниках республиканского значения
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 28.01.2008 №13
Об утверждении положений о государственных природных зоологических заказниках республиканского значения
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 20.06.2013 №263
О внесении изменений в некоторые Постановления Кабинета Министров Республики Башкортостан и Правительства Республики Башкортостан об особо охраняемых природных территориях
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 11.09.2017 №420
О внесении изменений в некоторые решения Правительства Республики Башкортостан
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 30.06.2021 №316
О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В НЕКОТОРЫЕ РЕШЕНИЯ ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 29.12.2021 №733
О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В НЕКОТОРЫЕ РЕШЕНИЯ ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
- Постановление правительства Республики Башкортостан от 06.09.2022 №511
О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В НЕКОТОРЫЕ РЕШЕНИЯ ПРАВИТЕЛЬСТВА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әсебар заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2022)
- Асебар . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Әсебар заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асебар . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).