Әл-Ләйҫ ибн Сәғд
Әл-Ләйҫ ибн Сәғд | |
ғәр. الليث بن سعد | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Өмәүиҙәр хәлифәлеге Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | июнь 713 |
Тыуған урыны | Каркашанда[d], Тух[d], Кальюбия[d], Мысыр |
Вафат булған көнө | 16 декабрь 791 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Фустат[d], Каир[d], Мысыр |
Балалары | Шуайб ибн Лайс ибн Саад[d] |
Һөнәр төрө | Фаҡиһ, Мөхәддис |
Эшмәкәрлек төрө | Фиҡһ һәм Хәҙис ғилеме |
Уҡыусылар | Мөхәммәт әш-Шәфиғи, Абу Якуб аль-Бувайти[d] һәм Саид ибн Мансур[d] |
Кемдә уҡыған | Ибрахим ибн Абу Абля[d] һәм Джафар ибн Абдуллах аль-Ансари[d] |
Әүҙемлек урыны | Мысыр |
Нигеҙләүсе | Ләйҫи мәҙһәб |
Әл-Ләйҫ ибн Сәғд (ғәр. الليث بن سعد; рус. аль-Лайс ибн Са́ад; 712, Ҡарҡашанда — 791, Ҡаһирә)- мосолман ғалимы, мөхәддис һәм ҡанун белгесе — фаҡиһ. Үҙ ваҡытында әл-Ләйҫ ибн Сәғдтең фәтүәләрен Мысыр мосолмандары нигеҙ итеп алған, ләкин абруйлы эйәреүселәре булмау сәбәпле, улар үҙ аллы Ләйҫи мәҙһәбкә әйләнә алмаған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләйҫ ибн Сәғд Ҡалҡашанда ауылында 712 йылда тыуған. Уның ғаиләһе Исфаһандан булған, тик Фарсияны ғәрәптәр баҫып алғандан һуң ҡоллоҡҡа эләккән. Улар фәһм тигән билдәле ғәрәп ырыуына ҡараған. Атаһы ҡорайыштарҙан булған. Ул осорҙа фәһмиҙәр Мысырҙа ҙур ихтирам менән файҙаланған, был уның тәрбиәһендә ҙур роль уйнаған.
Әл-Ләйҫ ибн Сәғд үҙенең йомартлығы менән дан тота. Уның йыллыҡ килеме 80000 динарға етә, әммә ул мөлкәтенән бер ҡасан да хатта бер генә дирһәм дә зәҡәт (һалым) түләмәгән, сөнки ул бар нәмәһен ярлыларға таратып торған[1].Шулай уҡ әл-Ләйҫ даими рәүештә ғалимдарҙың һәм ябай кешеләрҙең бурыстарын түләгән, тип һөйләйҙәр[2].
Әл-Ләйҫ ибн Сәғд һижри 175 йылда (мил. 791 йыл) 14 шәғбан, йома көн вафат булған[3]. Ул Ҡаһирәлә Әрүахтар ҡалаһында ерләнгән[4].
Дини эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Ләйҫ ибн Сәғд Мысыр һәм Хижәз ғалимдарынан дини тәғлимәт дисциплиналарына өйрәнә, ә һуңғараҡ үҙе Мысырҙа хәҙистәр һәм ислам хоҡуғы буйынса дәрестәр бирә. Үҙ заманының иң белемле кешеләренең береһе була һәм Мысыр мөхәддистәренең һәм фаҡиһтарының имамы булып һанала. Был ғалимдың тәрән белеменә ҡарамаҫтан, уның методологияһы һәм фәтүәләре һаҡланмағанлыҡтан, Ләйҫи мәҙһәб үҫешеп китә алмаған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әл-Лайса ибн Саад тураһында биографик белешмә мосолман ғалимдары тураһында мәғлүмәттәр базаһында 2012 йыл 7 ноябрь архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |