Эстәлеккә күсергә

Әзербайжан Википедияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан Википедияһы
Нигеҙләү датаһы ғинуар 2002
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Azərbaycanca Vikipediya
Хужаһы Wikimedia
Әҫәрҙең теле Әзербайжан теле
Яҙыу Латин алфавиты
Хеҙмәтләндереүсе Wikimedia
Продукция интернет-энциклопедия[d]
Рәсми сайт az.wikipedia.org
Лицензия 🅭🅯🄎[d] һәм GNU FDL[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы защищено авторским правом[d]
Число записей 158 352
Эндпоинт API az.wikipedia.org/w/api.p…
Викимедиа проекттарында тел коды az
 Әзербайжан Википедияһы Викимилектә

Әзербайжан Википедияһы (әзерб. Azərbaycanca Vikipediya) — Википедияның әзербайжан телендәге бүлектәре.

2002 йылда булдырыла. Беренсе мәҡәлә 2004 йылдың апрелендә барлыҡҡа килә, 33 мәҡәлә менән декабрҙә үҙ аллы бүлек булып айырылып сыға.

2015 йылға тиклем, башҡа күп Википедияларҙан айырмалы, Әзербайжан Википедияһында мәҡәләләр ике алфавитта: латин һәм ғәрәп алфавитында яҙыла. Был шуға бәйле: Әзербайжанда йәшәгән әзербайжандар латиница, Иранда йәшәгәндәр ғәрәп яҙмаһы менән ҡуллана.

2015 йылдың 22 июлендә Википедияның ғәрәп яҙмалы Әзербайжан бүлеге, латин яҙмалы Әзербайжан Википедияһынан айырылып, үҙ аллы йәшәй башлай.

Төп статистик күрһәткестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һан күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2019 йылдың 30 ноябренә ҡарата Википедияның латин яҙмалы әзербайжан бүлегендә 152 056 мәҡәлә бар. Унда 184 934 ҡатнашыусы теркәлгән, шуларҙың 682-һе һуңғы 30 көн эсендә ниндәй ҙә булһа ғәмәл эшләгән, 15 ҡатнашыусы хаким статусына эйә. Дөйөм төҙәтеүҙәр һаны — 4 938 936.

Википедияның латиин яҙмалы Әзербайжан бүлеге бөтә бүлектәр араһында мәҡәлә һаны буйынса 50-се урынды биләй.

2019 йылдың 30 ноябренә Википедияның ғәрәп алфавитлы бүлегендә 152 193 мәҡәлә бар. 2 722 ҡатнашыусы теркәлгән, уларҙың 91-е һуңғы 30 көндә ниндәй ҙә булһа ғәмәл эшләгән, хакимдар юҡ. Дөйөм үҙгәртеүҙәр һаны — 1 152 945.

Сифат күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Энциклопедия сифатын үлсәү ябайҙан түгел. Айырым тел бүлектәренең үҫешкәнлегенең бер күрһәткесе итеп 2006 йылда «тәрәнлекте» баһалау алымы тәҡдим ителә. «Тәрәнлекте» иҫәпләгән саҡта бүлектең дөйөм биттәре һаны иҫәбенә ингән ярҙамсы биттәр менән мәҡәләләр нисбәте ҡарала һәм һәр мәҡәләгә тура килгән уртаса төҙәтеүҙәр һаны иғтибарға алына. Тәрәнлеге буйынса (29) Әзербайжан Википедияһы 2014 йылдың 27 мартына ҡарата Википедияның 100 меңдән ашыу мәҡәләле 42 бүлеге араһында егерме бишенсе урынды биләй[1].

2019 йылдың 30 ноябренә ҡарата Википедияның латин алфавитлы әҙербайжан бүлегендә 124 һайланған мәҡәлә була[2], ә яҡшы мәҡәләләр һаны 67-гә етә[3].

2014 йылдың 4 мартына ҡарата Википедияның һәр тел бүлегендә булырға тейешле мәҡәләләр күләме буйынса Әзербайжан Википедияһы башҡа тел бүлектәре араһында 54-се урынды биләй.

Әзербайжан Википедияһы бөтә бүлектәр араһында инеү һаны буйынса 46-сы урында тора — уның биттәре сәғәтенә 7500 тапҡыр ҡарала (2014 йылдың февраленә ҡарата)[4].

Ҡатнашыусыларҙың географик бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың мартына ҡарата 200-ләп википедиясы йәшәгән урыны тип Әзербайжанды йә уның берәй ҡалаһын күрһәтә [5].

Илдәрҙән төҙәтеүҙәр проценты
Страна % от правок
Әзербайжан Әзербайжан
  
84.3 %
Төркиә Төркиә
  
3.2 %
Иран Иран
  
3.2 %
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
  
2.2 %
Европа Берләшмәһе Европа Берләшмәһе
  
1.7 %
Германия Германия
  
0.8 %
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ
  
0.5 %
Бөйөк Британия Бөйөк Британия
  
0.5 %
Другие
  
3.1 %
Источник
  • 2002 йылдың 2 июне  — Википедияның әзербайжан телендәге бүлеге булдырыла.
  • 2007 йылдың 9 марты  — 5 000 мәҡәлә.
  • 2007 йылдың 22 июле  — 10 000 мәҡәлә.
  • 2011 йылдың 29 июле  — 75 000 мәҡәлә (5 819-ы ғәрәп алфавитында). 75 меңенсе мәҡәлә صفی‌خانلو (ғәрәп алфавитында) E THP тигән ҡатнашыусы тарафынан яҙыла.
  • 2011 йылдың 7 авгусы  — Ebrahimibot тгән атамалы боттың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә موعتصیم آباد(جوادیه) (تویسیرکان) Әзербайжан Википедияһында ғәрәп яҙмалы мәҡәләләр һаны 10000-гә етә, һуңыраҡ آشاغا طویلان (اسدآباد) тигән мәҡәлә AzWikiҙағы 80 000-се мәҡәлә була.
  • Бүлек оҙаҡ йылдар буйы Төрки Википедиялары араһында 2-се урынды биәлп килә, әммә 2011 йылдың октябрендәҠаҙаҡ уны уҙып китә, ә 2013 йылда тағы Үзбәк Википедияһы ла алға сыға.
  • 2012 йылдың 17 сентябре  — 90 000 мәҡәлә.
  • 2014 йылдың 10 марты — Әзербайжан баш ҡалаһы Баҡыла әзербайжан телендәге Википедияны үҫтереү эшмәкәрлеге планын әҙерләү маҡсатында википедиясыларҙың беренсе милли форумы үтә.
  • 2014 йылдың 25 марты  — 100 000 мәҡәлә.
  • 2015 йылдың 11 марты — 99 999 мәҡәлә.
  • 2015 йылдың 12 марты — 100 000 мәҡәлә.
  • 2015 йылдың 31 марты  — 98 384 мәҡәлә.
  • 2015 йылдың 1 апреле  — 97 949 мәҡәлә.
  • 2015 йылдың 14 апреле  — 95 873 мәҡәлә (ғәрәп яҙмалы бер мәҡәлә лә ҡалмай).
  • 2015 йылдың 22 июле  — ғәрәп телле айырым Әзербайжан Википедияһы булдырыла.
  • 2015 йылдың 29 октябре  — 100 000 мәҡәлә.
  1. Список Википедий
  2. Ҡалып:Ll — Избранные статьи азербайджанского раздела
  3. Ҡалып:Ll — Хорошие статьи азербайджанского раздела
  4. Page Views for Wikipedia, All Platforms, Normalized (Таблицы статистики Википедии) (ингл.). Дата обращения: 2011-15-03. Архивировано 30 май 2012 года.
  5. Ҡалып:Ll