Әбделнасир Көрмәнкәев
Әбделнасир Көрмәнкәев | |
Тыуған ваҡыты |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Верхнеурал өйәҙе, Ҡара Табын улусы, Ыҫтамғол ауылы |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Хеҙмәт итеү йылдары |
1812—? |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Әбделнасир Көрмәнкәев — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Ҡара Табын улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Ыҫтамғол ауылында йәшәгән[1].
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Верхнеурал өйәҙендә 6-сы кантон башҡорттарынан 14-се Башҡорт атлы полкы ойошторола. Был полк составында Әбделнасир Көрмәнкәев хеҙмәт итә.
1812 йылдың 8 октябрендә 14-се Башҡорт полкы Һаҡмар үҙәненән ҡуҙғала һәм Һамар ҡалаһы аша үтеп Түбәнге Новгородҡа килеп етә. 1813 йылдың ғинуарында Волынь губернаһына йүнәлә, ә шул уҡ йылдың майында Варшава герцоглығына барып етә. 1813 йылдың 26 сентябрендә полк Гисгибень ауылы, 27 сентябрҙә — Дона, 29 сентябрҙә һәм 1 октябрҙә — Плауден ауылы янындағы алыштарҙа һуғыша.
1813 йылдың 6 һәм 7 октябрендәә Лейпциг янындағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша[2].
1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 5-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 14-се һәм 4-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[3].
1813 йылдың ноябрендә 14-се Башҡорт полкы Магдебургты блокадалауҙа ҡатнаша, ә шул уҡ йылдың декабрендә Кёльн ҡалаһына барып етә[4].
1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 14-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 3 дәрәжә Изге Анна ордены,[5]
- «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы[1],
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Асфандияров, 2013
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 138-139
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 142
- ↑ Рәхимов Р. Н. Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулнасыр Курманаев // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.