Эстәлеккә күсергә

Һөләймән (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Һөләймән
Һөләймән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Координаталар

54°46′23″ с. ш. 59°52′31″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC 6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 820 008

ОКТМО коды

80 653 420 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һөләймән (Рәсәй)
Һөләймән
Һөләймән
Һөләймән (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һөләймән

Һөләймән — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 179 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820008.

Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 82 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һөйөндөк): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Устинов): 2 км[2]

Һөләймән ауылына Себер даруғаһы Ҡаратабын һәм Барын‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан алып билдәле. Ауыл тәүге төпләнеүсе Һөләймән Иштуғанов исеме менән аталған. Шулай уҡ Мулдаш исеме менән билдәле булған. 1795 йылда 15 йортта 63 кеше йәшәгән, 1866 йылда 42 йортта — 225 кеше. Һөләймән ауылы кешеләре ярым күсмә тормош алып барған. 228 кеше йәшәгән һәр 40 йортҡа 8,5 ат, 2,2 һыйыр, 7,5 һарыҡ, 0,2 баш кәзә тура килгән. Был уртаса һандар. Ысынбарлыҡта бер хужаның унарлаған баш аты булһа, ҡалғандарының йә бер аты ғына, ҡайһы берҙәре йә бөтөнләй атһыҙ булған. Шулай уҡ халыҡтың күпселеге алтын приискыларында эшләгән. Бер өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән[3]. 2008 йылдың 19 ноябрендәге «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр тураһында»ғы Башҡортостан Республикаһы 49-з Законы нигеҙендә:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәр индерергә:

43) Учалы районы буйынса:
б) Илсеғол ауылында административ үҙәге менән «Илсеғол ауыл Советы» атамаһын һаҡлап, Илсеғол һәм Һөйөндөк ауыл советтарын берләштерергә. Һөйөндөк ауыл Советының Көсөк, Һөләймән, Һөйөндөк, Устиновка ауылдарын Илсеғол ауыл советы составына индерергә.

Бер кескәй мәктәп 4-се класҡа тиклем белем бирә торғайны, 2010 йылда ябылды. Малсылыҡ фермаһы көн һайын Учалыға һөт ебәрә. 1990-сы йылдағы үҙгәрелештәрҙән һуң юҡҡа сыҡҡан игенлектәрҙе бөгөнгө көнгә әкренләп күтәрергә тырышалар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 179 87 92 48,6 51,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ҡарағалпаҡ урамы (рус. улица Кара-Калпак)
  • Мейәс урамы (рус. улица Миасс)
  • Урман урамы (рус. улица Урман)
  • Йәлембәт урамы (рус. улица Ялембет)[5]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 14. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. −416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7