Ҡорман
Ҡорман | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Abramis brama (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
Төрҙәштәре | ||||||||||||||
| ||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 135696 |
Ҡорман, Тәлпән (йәш ҡорман), Табан балыҡ (рус. Лещ, йәки обыкновенный лещ, йәки восточный лещ, йәки дунайский лещ[1] (лат. Abramis brama)[2]) — карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ.
Тышҡы ҡиәфәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кәүҙәһе бейек, иң бейек урыны кәүҙә оҙонлоғоноң өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Ян-яҡтан ҡыҫылған. Башы һәм ауыҙы бәләкәй. Ауыҙы түңәрәкләнеп тамамлана.
Йәш ҡормандар(ҡарағанат тип йөрөтөлә) көмөш кеүек ялтырап торған аҡ-һорғолт төҫтә булһа, ҙурыраҡтары иһә алтынһыу көрәнерәк төҫтә.
Кәүҙәһенең оҙонлоғо 82 см, ауырлығы — 6 кг етә, 23 йыл йәшәй ала[3].
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорман төркөмдәргә туплана, башлыса тәрән, үҫентеләр менән ҡапланған урындарҙы ярата. Һаҡ. Соҡорҙары булған тобаларҙа, тирмән сөнгөлдәрендә, йәйгесә көпләнгән йөк кәмәләре һәм һал аҫтында ла осратырға ла мөмкин.
Ауыҙының ялпаҡ булыуы йомшаҡ ләмдә аҙыҡ табыу өсөн бик ҡулай. Балағорттары зоопланктон менән туҡлана. Селбәрәләре, 30 мм оҙонлоҡҡа еткәс, бентос менән туҡланыуға күсә. Бөжәктәрҙең ҡарышлауыҡтары, трубочниктар, ҡабырсаҡтар һәм ҡусҡарҙар менән туҡлана. Шулай уҡ ылымыҡтарҙы ла аҙыҡ урынына ҡуллана алалар[4].
Был балыҡтар ҙур күлдәрҙә йәки көслө ағымлы йылғаларҙа ҙур көтөүҙәргә йыйыла. Ундай көтөүҙәр һыу ятҡылыҡтарының төбөн ҡалдыҡһыҙ таҙарта һәм, үҙҙәре артынан таҙартылған «юл» ҡалдырып, бик етеҙ хәрәкәт итә.
Ҡормандар тәрән урындарҙа ҡышлай. Волга тамағында йәшәгәндәр диңгеҙҙә ҡышлай, бер өлөшө йылғаға инә.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорман 3 йәштән 4 йәшкә тиклем енси өлгөрә. Ыуылдырығын һәр ваҡыт үләнле һайлыҡтарҙа, һай ҡултыҡтарға сәсә, был ваҡытта ҡаты итеп ҡарпый. Һыу 21 °С[5] тиклем йылынғас, 92 — 338 мең самаһы ыуылдырыҡ һала.
Рәсәйҙең үҙәк һәм төньяғында ыуылдырыҡ сәсеү ваҡыты май башында, көньяҡта апрель урталарынан ғына башлана.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорман балыҡ Үҙәк һәм Төньяҡ Европала Төньяҡ, Балтик, Каспий, Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәре бассейндарында осрай, Себерҙә Обь, Иртыш һәм Йәнәсәй йылғалары бассейндарында климатҡа яраҡлаштырылған. 1930 йылдарҙа Урал аръяғы күлдәренә индерелә[6]. Арал диңгеҙендә, Балхаш күлендә һәм Һырдаръяның түбәнге ағымында бар. Алыҫ Төньяҡта һәм элекке СССР территорияһының көньяғында юҡ. Төньяҡ Двинала һаны бик аҙ һәм бында Волга системаһы каналдары аша үтеп инеүе мөмкин. Кавказ аръяғында бер нисә урында (Ленкарань эргәһендә һәм Палеостоми күлендә, шулай уҡ Мингечаур һыуһаҡлағысында) ғына осрай. Күлдә, быуала, йылғала, Каспий, Азов һәм Арал диңгеҙҙәре һыуһаҡлағыстарында һәм татырлы һыу ятҡылыҡтарында йәшәй.
Кәсепселек йәһәтенән әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡиммәтле балыҡ. Донъя буйынса 1999 йылда 62,9 мең тонна ауланған. Балыҡты йылым һәм йәтмә ярҙамында тоталар[4].
Сауҙала ҡаҡланған, ыҫланған, яңы тотолған һәм туңдырылған килеш һатыла. Шулай уҡ консервалар яһау өсөн файҙаланыла.
Генетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кариотип: 50 хромосом (2n), FN = 80[7].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лещ 2017 йыл 19 июль архивланған. в информационной поисковой системе по биоразнообразию «Позвоночные животные России» 2013 йыл 18 май архивланған. на сайте 2007 йыл 13 декабрь архивланған. Института проблем экологии и эволюции имени А. Н. Северцова
- Лещ // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Был ихтиология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- ↑ Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 133. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
- ↑ Молодые особи — Ҡалып:F , которых на Юге России называют чебаки́
- ↑ Ҡалып:FishBase
- ↑ 4,0 4,1 Промысловые рыбы России: в 2 томах / Под ред. О. Ф. Гриценко, А. Н. Котляра, Б. Н. Котенёва. — М.: Издательство ВНИРО, 2006. — Т. 1. — С. 168—170. — 656 с. — ISBN 5-85382-229-2.
- ↑ Targońska K. et al. Influence of temperature during four following spawning seasons on the spawning effectiveness of common bream, Abramis brama (L.) under natural and controlled conditions (инг.) // Journal of Thermal Biology. — 2014. — Vol. 39. — № January. — P. 17—23. — ISSN 0306-4565. — DOI:10.1016/j.jtherbio.2013.11.005 Архивировано из первоисточника 24 сентябрь 2015.
- ↑ Смагин А. И. Экология водоёмов зоны техногенной радиационной аномалии на Южном Урале: Автореферат диссертации … по специальности 03.00.16 / Институт экологии и эволюции имени А. Н. Северцова РАН (г. Пермь). — Озёрск: Георгий. — 2008. — 51 с. — С. 13. Архивная копия от 8 май 2018 на Wayback Machine
- ↑ Васильев В. П. Эволюционная кариология рыб. — М.: Наука, 1985. — 300 с.