Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙы-Йәлдәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡаҙы-Йәлдәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°30′33″ с. ш. 55°09′16″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC 6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 834 013

ОКТМО коды

80 624 434 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡаҙы-Йәлдәк (Рәсәй)
Ҡаҙы-Йәлдәк
Ҡаҙы-Йәлдәк
Ҡаҙы-Йәлдәк (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаҙы-Йәлдәк

Ҡаҙы-Йәлдәк (рус. Казы-Ельдяк) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 273 кеше[1]. Почта индексы — 452306, ОКАТО коды — 80224834013.

Ҡаҙы күле буйына урынлашҡан Ҡаҙы-Йәлдәк ауылы беренсе тапҡыр 1701 йылдағы сығанаҡта атап үтелә. Шул йылдың 20 февралендә Йәлдәк ауылында йәшәгән башҡорттар Аҡсыуаш Юкачев, Мәкис Юҡшиев, Доскей Аҡбашев Бөрө крәҫтиәне П. А. Поповтан 20 һум аҡса алып тора. Башҡорттар Таулы Ләкәләков, Бисура Бәҙәргәнов, Тупаҫ Дверынкин документта аҡса алып тороусының ышаныслы кешеләре тип таныла. 1714 йылдың 10 июнендәге яҙмаға ярашлы батша ғәли йәнәптәренең крәҫтиәне П. А. Попов иптәштәре менән бергә Йәлдәк ауылы («Ҡаҙыбаш тож») башҡорттары Яугилде Таулин, Шәриф Солтанаев, Мупа Туйкиндарҙан ерҙәренең бер өлөшөн, уларға 3 һум 70 тин түләп, ҡуртымға ала. Тултырылған документта ауылдың икенсе исеме Балтино тип тә күрһәтелә. Ауыл атамаһы антропоним — аҫаба башҡорт Балта Муняковтың исеменән алынған[2].

1713 йылдан алып Йәлдәк ауылына башҡа милләт кешеләре килеп төпләнә башлай. Шул йылдың 19 мартында типтәрҙәр ауыл ерҙәренә индерелә. Артабан 1804 йылда 27 мишәр ер алып ғаиләһе йәшәй башлай. 1762 йылда ауылда 10 типтәр булыуы асыҡлана, ә 1792 йылдың 12 майында аҫаба башҡорттар менән килешеү нигеҙендә бер мишәр ғаиләһе килеп төпләнә. 1804 йылда бер төркөм мишәрҙәр ауылға индерелә[2].


1795 йылдағы V рәүиз документтарында 18 ихатала 139 башҡорт, 2 ихатала 14 типтәр, 1 ихатала 9 мишәр теркәлә. 1859 йылда 84 ихатала 520 башҡорт, 39 ихатала 220 керҙәш (припущенник), ә 1870 йылда 134 ихатала 744 кеше йәшәүе билдәләнә. 1920 йылдағы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу документтарында Ҡаҙы-Йәлдәктә 711 типтәрҙең йәшәүе һәм 126 башҡорт ихатаһы булыуы һәм башҡорттарҙың ауылда йәшәүселәрҙең 2/3 өлөшөн тәшкил итеүе күрһәтелә. 1843 йылда 246 башҡортҡа 720 бот ужым һәм 832 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда тирмән эшләй. 16 мишәргә 56 бот ужым һәм 36 бот яҙғы иген сәселә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 273 128 145 46,9 53,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 24 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Байгилде): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 115 км