Ҙәмийҙәр
Уҡыу көйләүҙәре
Ҙәмийҙәр |
Ҙәмийҙәр (ғәр. ذمية; рус. Дамийты;) — исламда тарихи шиғый мәҙһәбе. 800-се йылдар тирәһендә әүҙем була[1][2]. Ҙәмийҙар ышанғанса,Али ибн Әбү Талип илаһ булған, ә Мөхәммәт — уның илсеһе. Төркөмдөң исеме ғәрәп телендәге «ҙәм» ҡылымынан килеп сыҡҡан, уны «ғәйепләү, хөкөм итеү» тип тәржемә итергә мөмкин. Улар Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе Алиға түгел, ә үҙенә эйәрергә саҡырыуы өсөн ғәйепле тип һанаған.
Инаныстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ышанғандар:
- Али ибн Әбү Талиптың илаһлығына[3][4]
- Али үҙе Мөхәммәтте үҙенең пәйғәмбәре итеп тәғәйенләгәненә[5][6]
- Мөхәммәт кешеләрҙе Алиға түгел, ә үҙенә эйәрергә саҡыра башлай. Бының өсөн ҙәмийҙәр Мөхәммәтте ныҡ тәнҡитләй.
- Ҙәмиҙәрҙең бер өлөшө Али түгел, ә Мөхәммәт илаһ тип иҫәпләгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре Алиҙы юғарыраҡ, икенселәре Мөхәммәтте юғарыраҡ һанаған.
- Мөхәммәтте лә, Алиҙы ла илаһ тип, уларҙы тиң тип һанағандар.
- Ҙәмийҙәрҙең бер өлөшө пәйғәмбәр ғаиләһе, йәғни — Мөхәммәт, Али, Фатима, Хәсән һәм Хөсәйен бер шәхес булған тип иҫәпләгән, йәки рух бер үк ваҡытта уның бер нисә ағзаһына ингән (шул иҫәптән был ғаилә ағзаһы Фатима ла) һәм уның ысынбарлыҡта ҡатын-ҡыҙ түгел, ә ир-ат булыуын иҫбатлауҙарға барып еткән[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Suffering in the Mu’tazilite theology: ‘Abd al-J̆abbār’s teaching on pain …, by Margaretha T. Heemskerk, pg.28, and 209
- ↑ An Introduction to Shi’i Islam: The History and Doctrines of Twelver Shi’ism, by Moojan Momen
- ↑ Forthcoming, by Jalal Toufic, pg.3, Footnote 3 2008 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Documents of The Right Word, by Hakikat Kitapevi, pg.66
- ↑ Forthcoming, by Jalal Toufic, pg.3, Footnote 3
- ↑ 6,0 6,1 Documents of The Right Word, by Hakikat Kitapevi, pg.66
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.