Ғисмәт
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ғисмәт йәки Ғисмә, Исмәт (ғәр. عِصْمَة ; тура мәғәнәлә, «ҡурсылғанлыҡ») — Шиғый исламда айырата иғтибар ителгән саф күңеллелек, гөнаһтан йәки әхлаҡһыҙлыҡтан ҡурсылғанлыҡ. Шиғый теологияһында ғисмәт пәйғәмбәрҙәргә, имамдарға һәм фәрештәләргә хас[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кешеләргә ғисмәт баһаһы биргәндә, « эшләргә мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, гонаһҡа бирелмәү» тигән сифатты күҙҙә тоталар[2]. Тән һәм йән сәләмәтлеге менән бер рәттән, дошмандарға бирешмәүсәнлеге һәм тыныслығы (әс-Сәкинә) менән бер рәттән, ғисмәт Аллаһ тарафынан бирелгән илаһи мәрхәмәт булып тора.[3][4].
Мәғсүм (хаталарҙан саф) кеше (ғәр. معصوم) — пәйғәмбәрҙәр илаһи динде һаҡлау һәм үҫтереү, Ҡөрьәнде аңлатыу һәм сәләмәт социаль система булдырыу буйынса үҙ миссияһын үтәү өсөн бөтә хаталарҙан һәм гонаһтарҙан һаҡланырға тейеш.
Шиғый-ун икеселәр, ун дүрт мәғсүм (ғәр. معصومون) инаныстары буйынса «Аллаһ тарафынан хата-кәмселектәрҙән азат итеп яралтылғандар» иҫәбенә Мөхәммәт Пәйғәмбәр, шулай уҡ ҡыҙы Фатима[5], исмәғилиҙәр, ун ике имам, зәйдиҙәр инә[6].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эдвард Лейнға ярашлы, «ғисмәт» һүҙенең тамыры — «ғәсәмә» (ғәр. عَصَمَ) һүҙенән килеп сыҡҡан, йәғни, ҡурсыулы, һаҡлаулы[7]. А. Дж. Венсинк фекеренсә, «камиллыҡ» тигәнде аңлата, Уильям М. Миллер тарафынан «тел тейҙермәҫлек», ә В. Иванов буйынса «гонаһҡа бирешмәүсәнлек» тип тәржемә ителә[8]
Дүртенсе шиғый имам Зәйн әл-Ғәбидин ғисмәтте «Ҡөрьәнгә ныҡлы тотонорға мөмкинлек биргән сифат» тип ҡарай. Әл-Ғәбидин Ҡөрьән менән Ун дүрт мәғсүм Ҡиәмәт көнөнә тиклем бер-береһенән айырылмай, һәм уларҙың һәр береһе икенсеһен тормошҡа ашыра, тип әйтә. Үҙ һүҙҙәрен раҫлау өсөн Ҡөрьән 17: 9 аятын килтерә[9].
Ысынлап та, был Ҡөрьән тура булған юлға күндерә, һәм изгелек ҡылыусы иман килтергән кешеләрҙе бөйөк әжер менән һөйөнсөләй |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имамилыҡ
- Камиллыҡ
- Пәйғәмбәрлек (шиғи ислам)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, pp. 151–152
- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, pp. 151–152
- ↑ Nasr, Dabashi & Nasr 1989, p. 99
- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, p. 151
- ↑ Dabashi 2006, p. 463
- ↑ Robinson 1982, p. 47
- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, p. 151
- ↑ al-Shaykh al-Saduq 1982, p. 151
- ↑ Donaldson 1933, pp. 323, 324
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |