Эстәлеккә күсергә

Яугилде (Ғафури районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яугилде
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Координаталар

54°08′53″ с. ш. 56°31′05″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC 6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 813 006

ОКТМО коды

80 621 413 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яугилде (Рәсәй)
Яугилде
Яугилде
Яугилде (Ғафури районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яугилде

Яугилде (рус. Явгильды), халыҡсан исеме СамышБашҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 226 кеше[1]. Почта индексы — 453060, ОКАТО коды — 80221813006.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 226 118 108 52,2 47,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (98 %) йәшәй[2].

Яугилде ауылы уға нигеҙ һалыусы Яугилде тигән кеше исеме менән атап йөрөтөлә. Яугилде тураһында мәғлүмәттәр булмаһа ла, VII ревизия материалдары буйынса уның 70 йәшлек улы Ҡәҙерғол Яугилдин, ейәне Ишморат һәм бүләсәләре Солтанморат, Байбулат, Байгилде Ишморатовтар булыуы билдәле. Яугилденең кесе улы Рахманғол, ейәне Ниғмәтулла икәнлеге билдәле. Оло улының тыуған йылы ауылдың барлыҡҡа килеү йылы менән тап килергә мөмкин (XVIII быуаттың уртаһы).

Ауылдың икенсе атамаһы ла бар – Самыш. Самыш исемле хорунжий йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында Яугилденән Кинйәбулат Кусяпҡолов һәм Ҡанмырҙа Кәйепҡолов ҡатнашҡанлығы билдәле.[3]

Ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]