Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы
Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 март 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Наурыҙ, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | педиатр |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы (17 март 1947 йыл) — дәүләт хеҙмәте, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәлмә белем биреү институты хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сания Вәли ҡыҙы Шәһәрова 1947 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуа. 1971 йылда Башҡорт медицина институтының педиатрия факультетын тамамлай. Табип карьераһын Учалы ҡалаһында участка педиатры булып башлай, артабан 1972—1984 йылдарҙа Өфө ҡалаһының йоғошло сирҙәр дауаханаһында ординатор, бүлек мөдире булып эшләй[2].
1995—1999 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы, 1999—2001 йылдарҙа - Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры.
2001 йылдан — доцент, 2004 йылдан — Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты курсы менән педиатрия кафедраһы профессоры[2].
Уның әүҙем ҡатнашлығында республикала һәм Өфөлә дауалау учреждениелары асыла, республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе артабан үҫешә башлай.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1997 йылда Ырымбур медицина академияһында «Пути совершенствования медицинской помощи детям инвалидам в условиях крупного города» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 2004 йылда Мәскәүҙә Федераль реабилитация үҙәгендә «Заболеваемость, инвалидность и комплексная реабилитация больных и инвалидов вследствие болезней системы кровообращения в РБ» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ һаулығын өйрәнеүгә һәм уның медик-биоогик күрһәткестәрен эшләүгә, поликлиника шарттарында балаларҙы дауалауҙы камиллаштырыуға, балалар инвалидлығын иҫкәртеүгә, балаларҙы һәм инвалид бала булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау проблемаларына арналған[1]. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республиканың һәм Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған табибы. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнгән, бик күп рәхмәт хаттары бар[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Шагарова Сания Валеевна(недоступная ссылка)
- ↑ Шагарова С.В. 2019 йыл 26 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 апрель 2022)