Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы
Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 25 декабрь 1928 |
Тыуған урыны | Ахун, Учалы районы |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 2016 (87 йәш) |
Ерләнгән урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, етәксе |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы (рус. Шарафутдинов Адгам Ганиевич; 25 декабрь 1928 йыл—24 сентябрь 2016 йыл) — партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—1983 йылдарҙа КПСС-тың Мәләүез, 1983—1986 йылдарҙа — Ишембай ҡала комитеттарының 1‑се секретары. Техник фәндәр кандидаты (1972). Башҡорт АССР-ының 8—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР‑ҙың ауыл хужалығы (1969) һәм РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы (1982) отличнигы. Ленин (1973), Октябрь Революцияһы (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы — 1928 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны хәҙер Учалы районы Ахун ауылында тыуған. 1952 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. 1953 йылдан Учалы районында эшләй: МТС-тың баш инженеры, 1958 йылдан башлап «Поляковка», 1964 йылдан — «Байрамғол» совхоздары директоры вазифаһын башҡара. 1975 йылдан алып КПСС-тың Мәләүез, 1983 йылдан — Ишембай ҡала комитеттарының 1-се секретары вазифаһында, 1987—1989 йылдарҙа — Бөрө районының «Калинники» совхозы директоры.
1989 йылдан башлап Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта. 1990-1991 йылдарҙа ауыл хужалығы производствоһы менән идара итеү кафедра мөдире, 1994 йылдан алып «Аҡбуҙат» ипподромы (Өфө), 1999-2005 йылдарҙа — Мәләүез районының «Толпар» ат спорты комплексы директоры. Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы республиканың ауыл хужалығы производствоһын һәм йылҡысылығын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән. Уның етәкселегендә «Байрамғол» совхозы үҙ-үҙен финанслауға һәм тулыһынса хужалыҡ иҫәбенә күскән, юғары килемле (49 %-ҡа тиклем) хужалыҡ булып киткән: иген культураларының уңдырышлылығы 22 ц/га еткән, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2926 кг тәшкил иткән (1974); «Ләйсән» халыҡ бейеү ансамбле, «Байрамғол» спорт клубы ойошторолған, сана-бобслей трассаһы һәм «Толпар» ат спорты комплексы төҙөлгән. Башҡорт АССР-ы Юғары Совеының 8—11-се саҡырылыш депутаты.2016 йылдың 24 сентябрендә вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнгән.
Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
- «Интенсивный откорм молодняка крупного рогатого скота». Өфө, 1971;
- «Уверенной поступью //Байрамгуловские узоры». Өфө, 1974;
- «Республика Байрамгул». Өфө, 2013.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1973);
- Октябрь Революцияһы ордены (1971);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966, 1976);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981);
- СССР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1969);
- РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1928 йылда тыуғандар
- Учалы районында тыуғандар
- 24 сентябрҙә вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Өфөлә ерләнгәндәр
- Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаусылар
- РСФСР халыҡ мәғарифы отличниктары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Өфөлә вафат булғандар
- Техник фәндәр кандидаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр