Эстәлеккә күсергә

Штеренбах Владимир Шапсович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Штеренбах Владимир Шапсович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 19 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Кинель[d], Кинель районы[d], Һамар өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 4 ғинуар 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (67 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Йырсы тауышы бас[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]

Штеренбах Владимир Шапсович (19 февраль 1947 йыл  — 4 ғинуар 2015 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].

Штеренбах Владимир Шапсович 1947 йылдың 19 февралендә Куйбышев өлкәһенең Кинель ҡасабаһында (хәҙер Һамар өлкәһенең Кинель ҡалаһы) тыуған. 1972 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың май айына тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективында — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһында эшләй, бер үк ваҡытта ете йыл дауамында капелла инспекторы була. 1982—2014 йылдарҙа бастар төркөмө концермейстеры вазифаһын башҡара, йәш артистарға ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итә.

Капелла составында Рәсәй буйлап гастролдәр менән төрлө хор конкурстарында сығыш яһай, Якутск, Чебоксар, Ҡаҙан, Мәскәү ҡалаларында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә ҡатнаша.

Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]