Эстәлеккә күсергә

Шиғыр һынташы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур шиғыр һынташы, б.э.т. яҡынса 9600 йыл[1]
ағас (ҡарағас).
Свердловск өлкә крайҙы өйрәнеү музейы
Шиғыр һынташының В. Я. Толмачёв эшләгән һүрәтләмәһе; 1916 йыл
Шиғыр коллекцияһындағы бер һынташтың башы

Ҙур Шиғыр һынташы (тораташ, бот) — археологик ҡомартҡы, бөгөнгө дәүергә тиклем һаҡланып ҡалған донъялағы иң боронғо ағас скульптура. Ғалимдарҙың һуңғы баһаһы буйынса, йәше 12 100 йыл, 11 600 йыл[1] тип күрһәткән булғандар. Бот б. э. т. IX меңйыллыҡта, мезолит дәүерендә, ҡарағастан эшләнгән ҡомартҡы. Бындай иҫәпләүҙәр менән сағыштырып бирә артефакттар табылған буйынса көньяҡ-көнсығыш Анатолияның, бағана кеүек булып Гөбәкле тәпә һәм Невалы-Чори. Һәйкәл табыу хаҡында һөйләп, дәүер тип голоценда сәнғәт донъяһының рухи һәм һунарсы-собиратель күпкә бай һәм ҡатмарлы булды, тип таный элекке[2].

Һынташ 1890 йылда Урта Уралда хәҙерге Кировград ҡалаһы районында табыла. Әлеге ваҡытта Екатеринбург ҡалаһының Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана, унда уға айырым экспозиция арналған[3][4].

Һынташ, XIX быуаттың икенсе яртыһында Урта Уралда Екатеринбургтан төньяҡ-көнбайышҡа табан 70 километр алыҫлыҡта Калата ауылы районында (хәҙер — Кировград ҡалаһы) Шиғыр торфянигында элегерәк асылған сәселмәле (рассыпной) алтын ятҡылыҡтарын яңынан үҙләштереү һәм ҡаҙыу (разработка и добыча) эштәре алып барылғанда, табыла. Үҙләштереү процесында төрлө приискыларҙа эшселәр мөгөҙҙән, һөйәктән, ағастан, таштан, балсыҡтан яһалған төрлө предметтар осратҡан[4]. 1879 йылда Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте (УОЛЕ) вице-президенты Екатеринбург табибы Александр Андреевич Миславский табылдыҡтар хаҡында тәүге булып хәбәр ебәрә. Ултырыштарҙың береһендә ул табылдыҡтар тураһында хәбәр итте һәм предметтарҙың датаһы хаҡында фараздар яһаны. 1880 йылда уҡ Император Рус география йәмғиәте ҡушыуы буйынса торф ятҡылығыында Екатеринбург археологы Михаил Викторович Малахов етәкселегендә археологик разведка үткәрелә[5].

1890 йылдың 24 ғинуарында (5 февраль) Шиғыр торф ятҡылығының Икенсе Курьин приискыһында дүрт метр тәрәнлектә ун ҙур ағас скульптура киҫәктәре табыла[5][6]. Ағас фрагментлап һаҡланған, шуның өсөн һынташты торфтан өлөшләп сығарыу ҡарары ҡабул ителгән. Бөгөнгө көндә торф ятҡылығы биләмәһен һыу баҫҡан, һәм ҡаҙылма урынын табырлыҡ түгел. Һуңыраҡ территория хужаһы граф Алексей Александрович Стенбок-Фермор бойороғо менән табыш Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте (УОЛЕ) ҡарамағына тапшырылған. Музейға скульптура ватыҡ өйөмө рәүешендә килтерелә. Беренсе реконструкцияны (тергеҙеүҙе) Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте (УОЛЕ) музейының археологик коллекцияһын һаҡлаусы Дмитрий Иванович Лобанов башҡара. Ҡулдары һәм аяҡтары ҡаушырылған фигура фрагменттарҙан ирекле рәүештә йыйылған һәм бейеклеге — 2,8 метр тәшкил иткән. Шуның менән бергә фигураның ҡайһы бер өлөштәре үҙ-ара бәйләнмәгән, ә бер нисә фрагмент бөтөнләй файҙаланылмаған. 1914 йылда археолог Владимир Яковлевич Толмачёв ғилми реконструкция үткәргән[5][7]. Ул төҙөкләндереүендә скульптураның бөтә өлөштәрен дә файҙаланған. В. Я. Толмачёв реконструкцияһы буйынса, 5,3 метр бейеклектәге фигура күләмле скульптура башлы, таҡта рәүешендәге кәүҙәле һәм конус формаһындағы күләмле нигеҙгә баҫтырылған һынташ рәүешендә килеп баҫа. Һуңғараҡ скульптура кәүҙәһенең аҫҡы яртыһы фрагменттары билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында юғала. Хәҙер уның бейеклеге 3,4 метр тәшкил итә. Уртаһынан алып конусҡа беркетелгән нигеҙенә тиклем юғалған фрагменттары тураһында Толмачёвтың һүрәтләмәһе буйынса ғына фекер йөрөтөргә мөмкин. Юғалтылған өлөшөнөң дөйөм оҙонлоғо 195 см[6].

Тышҡы видеофайлдар
Видеоклип, Ҙур Шиғыр һынташы 3D күренешендә

Һын бөтөн (тотош) себер ҡарағасының ярылған бүрәнәһенән яһалған антропоморф фигуранан ғибәрәт[8]. Ағасты эшкәртеү яңы ҡырҡылған ағас олондары буйлап шымартылған таш уймырҙар (тесло-арҡыры балта) һәм яҫы ҡасауҙар (стамеска) ярҙамында алып барылған. Бөтәһе 159 йыллыҡ ҡулса иҫәпләнгән, шуларҙың 137-һен үлсәй алғандар. Тәүге 18 ҡулса башҡаларынан тарыраҡ, был иртә стадияһында ағас үҫеүе, күрәһең, күрше ағастар ҡамасаулағандыр, ауыр шарттарҙа барғанлығын күрһәтә. 20 йәштәрҙә ағас үҫеше тотороҡланған, һәм тотороҡло үҫеш фазаһы 60 йәшкә тиклем дауам иткән. Артабанғы осорҙа үҫеш тиҙлеге тотороҡһоҙ булғанлығы күҙәтелә. Үҫештең кәмеүе 30 йыл самаһы арауыҡта ауыр климат шарттарының ҡабатланыуын дәлилләй, һәм был шул осорҙа йәшәгән һунар һәм емеш йыйыу менән көн күргән кешеләр өсөн дә ауыр йылдар булыуы хаҡында һөйләй. Уртаса йыллыҡ 2,49 мм үҫеш хәҙергегә ҡарағанда (мәҫәлән, Көньяҡ Уралдың субальп зонаһында уртаса йыллыҡ үҫеш 9,89 мм тәшкил итә) кәмерәк[1], ҡулсаларҙың киңлеге лә заманса өлгөләргә ҡарағанда аҙ үҙгәреүсәнлеккә эйә[1]. Башындағы тар ҡулсалар скульптураның аҫҡы өлөшөндә (унан өлгөләр һайлап алып ҡалынған) күҙәтелгән тар бер йыллыҡ ҡулсаларға тап килә. Был күҙәтеү скульптураның бөтөнлөгө һәм уның бөтә фрагменттарының да бер ағас олонона ҡарағанлығына ышандырырлыҡ дәлил булып тора. Бер йыллыҡ ҡулсалар шулай уҡ скульптура кәүҙәһенең төрлө фрагменттарында күренә, һәм улар бөтә өлөштәрҙең дә бер олондан алынғанын раҫлай[9]. Быға тиклем һаҡланған боттоң бер өлөшө икегә бүленә - башы менән кәүҙәһенең өҫкө яртыһы һәм төбөндә уйым менән конусҡа беркетелгән аҫҡы фрагмент тораташ аяҡтарын кәүҙәләндергән суҡтар барлыҡҡа килә. Кәүҙәһе тура мөйөшлө киҫелештә таҡта формаһында. Башы һәм аҫҡы өлөшө күләмле итеп эшләнгән. Һынташ, алдан иҫәпләнгәнсә, ергә күмелмәгән — улай булһа, ер һәм һауа сигендә сереү эҙҙәре булыр ине — ә берәй нәмәгә, бәлки, ағасҡа йәки бағанаға беркетелгәне асыҡланған, һәм был скульптураның бөтә өлөштәренең дә бер тигеҙ һаҡланыуын раҫлай[6].

Орнаменттары һәм йөҙҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һынташтың кәүҙәһе һәр яҡлап семәрле геометрик биҙәк (орнамент) менән ҡапланған. Орнаментҡа өҫтәп киң яҫылыҡтарҙа кеше йөҙҙәре уйылып эшләнгән. Толмачёвтың һүрәтендә бындай биш йөҙ бар: өсәүһе алғы яғында һәм икәүһе артҡы яғында[7]. 2003 йылдан Толмачёвтың һүрәтләмәһендә теркәлмәгән тағы бер, алтынсы йөҙ, күренә. «Шиғыр хазинаһы» экспозицияһын монтажлаған ваҡытта Шиғыр коллекцияһын һаҡлаусы Светлана Савченко тарафынан кәүҙәнең артҡы яҫылығында табылған[6]. Тура мөйөш формаһындағы моронло башҡа һынташтарҙан айырмалы рәүештә, был йөҙҙөң танауын моделләштереү өсөн ағас ботағы файҙаланылған, һөҙөмтәлә танау башҡа йөҙҙәрҙеке менән сағыштырғанда, ҡыҫҡараҡ, конус формаһында һәм был, С. Н. Савченко фекеренсә, йөҙҙөң йәнлек моронона оҡшашлығын күрһәтә[6]. 2014 йылдан скульптураның артҡы яҫылығындағы өҫкө өлөшөндә урынлашҡан етенсе йөҙ беленә. Был йөҙҙөң танауы тура мөйөшлө булған, әммә ул ҡупҡан (уның микроскоп аҫтында күренгән контуры ғына һаҡланған)[10].

Һәр йөҙ айырым фигураны ослай. Хәҙер Оло Шиғыр һынташында, юғалған өлөштөң һүрәттәре менән бергә, һигеҙ персонаж айырыла: күләмле башлы өҫкө һүрәт, алғы яҫылыҡта өс фигура, дүрт фигура — кире яғында. Бөтә фигуралар ҙа индивидуаль һәм бер-бер артлы килә. Уларҙың бер өлөшө - һөлдәнең айырым элементтары ғына күрһәтелгән «һөлдә» йәки «рентген» стилендә төшөрөлгән антропоморф һүрәттәр. Тикшереүселәр, персонаждар күберәк булырға мөмкин, тип фаразлай. Нигеҙҙең аҫҡы өлөшөндә, уң яҫы йөҙ яғында киҫешкән ике параллель кәкерсәк рәүешендәге һүрәт нимә менән бәйле икәнлеге билдәһеҙ булып ҡала. Толмачёв үҙенең һүрәттәренә тәфсирендә билдәләүенсә, был кәкерсәктәр һүрәтенең юғалған өлөшөндәге алда килгән фигураға бер ҡыҫылышы ла юҡ. Тимәк, был өлөштәрҙең тоташҡан урынында юғалған киҫәк һәм тағы бер йөҙ булыуы ихтимал[11].

Һүрәттәр араһынан һыу һәм һауа стихияларын һүрәтләүсе персонаждарҙы, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет башланғыстарын һынландырыусы фигураларҙы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын айырырға мөмкин. Этнографик материалдар боронғо һүрәттәрҙең мәғәнәһен аңлатыуҙың ҡайһы бер мөмкинлектәрен күрһәтә, әммә уны тулыһынса асып бирмәй. Фигуралар бер мәғәнәле аңлатма менән генә асылмай. Әгәр бында донъяның һәм кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе тураһында мифтар төшөрөлһә, персонаждарҙың вертикаль ҡуйылышы ваҡиғалар эҙмә-эҙлелеген сағылдыра йәки күрһәтелгән образдарҙың билдәле бер иерархияһын дәлилләй ала. Уғырҙар мифологияһына нигеҙләнеп, Наталия Михайловна Чаиркина һүрәтләнештә донъяның вертикаль моделен күрә, ул үҙ эсенә арауыҡтың ете сфераһын ҡосҡан Үрге, Урта һәм Түбәнге донъяларға бүленә[12]. Данияның Милли музейы археологы Петер Ван Петерсен Peter Vang Petersen тораташ тыйылған биләмәнең сигендә иҫкәртеү хеҙмәтен үтәгәндер тип фаразлай[13]. Бер төркөм белгестәр Төркиәләге Гөбәкле-Тәпә ҡалаһындағы монументаль таш ҡорал һүрәттәре менән оҡшаш биҙәлеште билдәләй[14].

Һынташтағы һүрәттәре Уралдың урман һыҙатында йәшәгән кешеләрҙең ошондай иртә заманда уҡ ҡатмарлы мифологик күҙаллауҙар системаһы булыуы хаҡында һөйләй[9].

Датаһы тураһында дискуссия һынташ табылған мәлдән алып барыла. Скульптураның ғәҙәти булмаған характеры уның типологик датаһын билдәләүҙе ҡатмарлаштырҙы. Неолит дәүере (б. э. т. V—VI мең йыллыҡтар), энеолит йәки баҡыр быуаты (б. э. т. IV—III мең йыллыҡтар), бронза быуаты (б. э. т. II мең йыллыҡ) һәм иртә тимер быуаты (б. э. т. I мең йыллыҡ) менән билдәләү ихтималлығы тураһында фараздар барлыҡҡа килә[11].

1997 йылда боттың өҫкө йөҙө ҡуба башлауы асыҡлана, һәм уны консервациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уға тиклем ағастың эске ҡатындағы үрнәктәренә радиоуглерод анализы үткәрергә хәл ителә. Анализ ике лабораторияла: Ганна Ивановна Зайцева етәкселегендә Санкт-Петербургтың Матди мәҙәниәт тарихы институтында һәм Леопольд Дмитриевич Сулержицкий етәкселегендә Мәскәүҙәге Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институтында яһалды[15]. Ике экспертиза ла бер үк һөҙөмтә күрһәтте: һынташ мезолит - урта таш быуат уртаһында яһалды. Калибрланмаған радиоуглеродлы бөтә өс дата б. э. т. 8,8 һәм 8,5 мең йыл араһындағы диапазонға ята, был калибрланған б. э. т. 7820-7590 йылдарға тап килә[16]. Алынған даталар бәхәс тыуҙырҙы. Күп ғалимдар скульптураның шундай иртә осорҙа яһалғанына шикләнеүен белдерҙе һәм өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреүҙе кәрәкле тип тапты, был фәнни баҫмаларҙа ла бер нисә тапҡыр яңғыраны. бот бер нисә мең йыл дауамында торф ятҡылығында ятҡан олондан яһалған һәм, тимәк, тораташтың йәше байтаҡҡа йәш булыуы ихтимал, тигән фараздар күтәрелгән[17].

2015 йылда скульптураның датаһын билдәләү буйынса яңы эштәр башҡарыла. Экспертиза менән Германиялағы Гейдельберг университетының Клаус Чира Klaus Tschira исемендәге Археометрик тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре шөғөлләнгән. Тиҙләтелгән масс-спектрометрия (Accelerator mass spectrometry) алымын ҡулланып, башҡарылған аныҡланған калибрлы кәкре һыҙыҡлы радиоуглерод анализы әлеге ваҡытҡа тиклем 11 600 йыл тигән ваҡытты күрһәтте[18][1]. Иртәрәк тикшеренеүҙә алынған йәштең түбәнәйеүе ундағы объекттың тышҡы һәм эске ҡатламдарынан өлгөләрҙең ҡушылыуы (датаны ябай радиоуглеродлы анализ өсөн сағыштырмаса күп материал ҡулланыу кәрәклегенән) һәм балауыҙҙан алынған заманса углеродтың тышҡы ҡатламдарына реставрация ваҡытында файҙаланылған башҡа материалдарҙың эләгеүе менән аңлатыла. Датаны яңынан билдәләү тиҙләтелгән масс-спектрометрия алымын ҡулланыу арҡаһында аҙ миҡдар материалда башҡарылды, был хәҙерге углерод менән бысранмаған өлгөләрҙе айырырға мөмкинлек бирҙе. Тикшереү ваҡытында калибровка кәкрелегенең һиҙелерлек тирбәлеүе арҡаһында килеп сыҡҡан йәш айырмаһы ярайһы уҡ ҙур булһа ла, һуңғы һығымта һынташтың яһалыу көнөн б. э. т. 9,6 мең йылға яҡын[1] тип билдәләй, был һуңғы боҙланыу тамамланыуға һәм юғары дриастан голоцендың пребореталь осорона күсеүгә тап килә[1].

Радиоуглерод анализынан тыш, тикшереүҙәрҙең комплекслы программаһы дендрологик һәм техник-трасологик анализды ла индерә. Техник-трасологик анализ - микроскоп аҫтында һынташ йөҙөн өйрәнеү - скульптураны яһауҙа ҡулланылған ҡоралдарҙы билдәләргә, эшкәртеү алымдарын һәм уларҙы ҡулланыу эҙмә-эҙлелеген асыҡларға мөмкинлек бирҙе. Дендрологик һәм техник-трасологик анализдар скульптураның яңы киҫелгән ағастан эшләнеүен иҫбатланы; тимәк, ағас йәшен билдәләү аша тораташ яһалған дата күрһәтелә[19][1].

2021 йылда «Quaternary International» журналында Германиялағы Гёттинген университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты археологтарының һәм Свердловск өлкәһе музейынан баш ғилми хеҙмәткәрҙең тикшеренеүҙәре баҫылып сыҡты. Ғалимдар алдағы ғилми эштәрҙең һөҙөмтәләрен тикшергәндән һуң, артефакт ҡырҡып алынған 159 йыллыҡ ҡулсалы ҡарағастың - яҡынса 12 250 йыл, һәм был һуңғы боҙлоҡ осоро аҙағында - голоцен башында һындың барлыҡҡа килеүенә һәм 12 100 йылға яҡын йәшкә етеүен дәлилләй, тигән һығымтаға кил[20][21]. -->

Тарихы һәм һаҡлау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғыр боронғолоғо тәүге тапҡыр тамашасыларға Себер-Урал фәнни-сәнәғәт күргәҙмәһендә (1887-1888) тәҡдим ителә. Ул ябылғандан һуң, табылдыҡ хужаһы граф Алексей Александрович Стенбок-Фермор УОЛЕ музейына коллекцияға нигеҙ һалған тәүге 40 шиғыр әйберен бүләк итте. Шуның өсөн граф УОЛЕның почётлы ағзаһы итеп һайлана. Артабан граф музейға бер нисә тапҡыр шиғыр әйберҙәре, шул иҫәптән Оло Шиғыр һынташын бүләк иткән[4].

Һынташ УОЛЕ музейында, һуңынан Свердловск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейының тарихи экспозицияһы экспонаты булараҡ был һынташ даими рәүештә күрһәтелә. 1960 йылдарҙа Аллаһы тәғәлә Вознесение сиркәүе бинаһындағы музейҙың элекке тарихи экспозицияһында ҡуйыла. 2003 йылдан скульптура даими рәүештә «Шиғыр хазинаһы» экспозицияһында күрһәтелә, унда махсус температура-дымлылыҡ режимын талап итеүсе органик материалдарҙан эшләнгән үҙенсәлекле шиғыр әйберҙәре ҡуйылған. Температура режимы махсус ҡорамалдар ярҙамында бина эсендә һаҡлана. Айырым фрагменттарҙан тороуы арҡаһында, ботты күргәҙмәгә ҡуйыуы ауыр. Килеүселәр скульптураны һәр яҡлап ҡарай алһын өсөн, бот өлөштәренең бер-береһенә баҫымы минималь булһын өсөн, витриналағы фрагменттар махсус конструкцияға беркетелгән. Быяла артында махсус яҡтыртҡыс эшләй, ул фигураның ваҡ деталдәрен ҡарарға мөмкинлек бирә[4].

Датаһы һәм иҫәп-хисаптар өсөн үрнәктәр 1999 һәм 2014 йылдарҙа һайлап алына. 1999 йылда дендрохронологик анализ башҡарыу барышында аҫҡы фрагментын бысалар. Бысыу иллюстрацияһы 10-сы фрагмент фотоһында күренә[8]. 2014 йылда бер төркөм археологтар ҡалған мәсьәләләрҙе һәм дата буйынса шиктәрҙе хәл итеү өсөн скульптураны тәрәнерәк өйрәнеү буйынса программа әҙерләй. Улар үрнәктәрҙе һайлап ала. Бының өсөн һынташ фрагменттарының береһен бысып, тиҙләтелгән масс-спектрометрия алымы менән объекттың радиоуглерод датаһын билдәләү һәм һөҙөмтәне дөйөм климат шкалаһына бәйләү өсөн [22][10], уның эске өлөшөнән ете ҙур булмаған тапсыҡ (һәр береһенең оҙонлоғо 1 сантиметрҙан, дөйөм массаһы 2 грамдан артмай[18])) алынды .

Мәҙәниәт министрлығы дәғүәләре

2014 йылдың октябрендә Свердловск өлкәһе полицияһына, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры урынбаҫары Григорий Пирумовтан музейҙы һәм археологтарҙы мәҙәни мираҫ объектының бөтөнлөгөн боҙоуға бәйле тикшереүҙәргә рөхсәт алмауҙа ғәйепләгән ғариза килде. 2015 йылдың июлендә тәфтиш комитеты прокуратура тәҡдиме менән Свердловск өлкәһе тыуған яҡты өйрәнеү музейы директорына һәм бер төркөм ғалимдарға - археологтар һәм дендрологтарға - Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 243-сө статьяһының («Мәҙәни мираҫ объекттарын йәки мәҙәни ҡиммәттәрҙе юҡ итеү йәки зыян килтереү») 1-сестатьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты[23].

2016 йылдың 29 мартында енәйәт эше туҡтатылғайны. Эксперттар һығымтаһы буйынса, 2014 йылғы ғилми тикшеренеүҙәр скульптураның тышҡы күренеше йәки археологик ҡиммәте үҙгәреүенә килтермәгән[24]. -->

Документалистика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Zhilin M., Savchenko S., Hansen S., Heussner K.-U., Terberger T. Early art in the Urals: new research on the wooden sculpture from Shigir (инг.) // Antiquity. — 2018. — В. 362. — Т. 92. — С. 334—350. — DOI:10.15184/aqy.2018.48 Архивировано из первоисточника 14 сентябрь 2019.
  2. Савченко, 2018
  3. =KP.RU1>Ирина Костерина. Научная сенсация: Шигирский идол в два раза старше Египетских пирамид. KP.RU. КОМСОМОЛЬСКАЯ ПРАВДА (27 август 2015). Дата обращения: 21 март 2019. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Шигирская кладовая. UOLE-MUSEUM.RU. Свердловский областной краеведческий музей. Дата обращения: 21 март 2019. Архивировано 29 ғинуар 2019 года. 2019 йыл 29 ғинуар архивланған.
  5. 5,0 5,1 5,2 Древности Восточного Урала, 1914
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 О новых деталях изображений Большого Шигирского идола, 2004
  7. 7,0 7,1 Толмачёв, 1916, с. 94—96
  8. 8,0 8,1 Древесно-кольцевой анализ отдельных частей «идола» из Шигирского торфяника, 1999
  9. 9,0 9,1 Савченко, 2018, с. 11
  10. 10,0 10,1 Предварительные результаты исследований деревянной культовой скульптуры — Большого Шигирского идола, 2015
  11. 11,0 11,1 Савченко, 2018, с. 9
  12. Чаиркина, 2013, с. 103
  13. This 11,000-year-old statue unearthed in Siberia may reveal ancient views of taboos and demons, Science (24 апрель 2018).
  14. Is this the original face of god?, NewsComAu.
  15. История формирования коллекции шигирских древностей, 1999
  16. Chronology of the perishables, 2013
  17. Савченко, 2018, с. 15
  18. 18,0 18,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; TASS.RU1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  19. Савченко, 2018, с. 13
  20. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Культура төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  21. Появились новые данные о древнейшей в мире деревянной скульптуре из России. Телеканал «Наука» (23 март 2021). Дата обращения: 23 март 2021.
  22. Дарья Козинова. «Если подтвердится, это будет по-настоящему мировая сенсация». ZNAK.COM. Информационное агентство «Znak» (24 июнь 2014). Дата обращения: 21 март 2019. Архивировано 28 июнь 2018 года. 2018 йыл 28 июнь архивланған.
  23. Игорь Пушкарев. Дело семи щепок. ZNAK.COM. Информационное агентство «Znak» (29 июль 2015). Дата обращения: 21 март 2019. Архивировано 28 июнь 2018 года. 2018 йыл 28 июнь архивланған.
  24. Андрей Давыдов. Закончено уголовное дело по повреждению Большого Шигирского идола. MK.RU. МОСКОВСКИЙ КОМСОМОЛЕЦ (29 март 2016). Дата обращения: 21 март 2019. Архивировано 28 июнь 2018 года.
  • Горячев В. М. Древесно-кольцевой анализ отдельных частей «идола» из Шигирского торфяника // Третьи Берсовские чтения. — Екатеринбург, 1999. — С. 45—49.
  • Савченко С. Н., Жилин М. Г., Тербергер Т., Хойсснер К.-У. Предварительные результаты исследований деревянной культовой скульптуры — Большого Шигирского идола // Седьмые Берсовские чтения. — Екатеринбург : Квадрат, 2015.
  • Савченко С. Н., Жилин М. Г., Тербергер Т., Хойсснер К.-У. Большой Шигирский идол в контексте раннего мезолита Зауралья // Уральский исторический вестник. — 2018. — № 1 (58). — С. 8—19. — ББК 63.442.12(235.55).
  • Савченко С. Н. История формирования коллекции шигирских древностей в Свердловском областном краеведческом музее // 120 лет археологии восточного склона Урала. Первые чтения памяти В. Ф. Генинга. — Екатеринбург : Уральский государственный университет, 1999. — С. 46—53.
  • Савченко С. Н. Тайны Шигирских древностей // Мир музея. — 2004. — № 8. — С. 2—6. — ISSN 0869-8171.
  • Савченко С. Н., Жилин М. Г. О новых деталях изображений Большого Шигирского идола // Четвёртые Берсовские чтения. — Екатеринбург : АКВА-ПРЕСС, 2004. — С. 130—135.
  • Толмачёв В. Я. Древности Восточного Урала // Записки Уральского общества любителей естествознания. — Екатеринбург, 1914. — Т. XXXIV, вып. 8. — С. 148—160. — 179 с.
  • Толмачёв В. Я. Деревянный идол из Шигирского торфяника // Известия Императорской Археологической Комиссии. — Санкт-Петербург, 1916. — Вып. 60. — С. 94—99. — 128 с.
  • Чаиркина Н. М. Большой Шигирский идол // Уральский исторический вестник. — 2013. — № 4 (41). — С. 100—110. — ББК 63.442.13(235.55).
  • Chairkina N. M., Kuzmin Y. V., Burr G. S. Chronology of the perishables: first AMS 14C dates of wooden artefacts fromAeneolithic–Bronze Age waterloggedsites in the Trans-Urals, Russia // Antiquity. — 2013. — № 336. — С. 418—429.

Ҡалып:Хорошая статья