Эстәлеккә күсергә

Чернышевский урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чернышевский урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Киров районы, Ленин районы һәм Өфө
Оҙонлоҡ 3,6 ± 0,1 km
 Чернышевский урамы (Өфө) Викимилектә

Чернышевский урамы Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондары биләмәләрендә урынлашҡан. Нижегородкаға яҡын Петр Комлев урамынан башланып һәм Салауат Юлаев проспектына терәлеп, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай һуҙыла.

Урамдың тәүге исеме — Кузнецкий, сөнки уның аҙағында, Соҡалаҡҡа яҡыныраҡ, күп һанлы тимерлектәр урынлашҡан булған. 1860 йылдарҙа урамды борондан йәшәгән урындағы сауҙагәр Колмацкийҙар хөрмәтенә үҙгәртәләр, был сауҙагәрҙәрҙең Нижегородкала күн заводы һәм Каруанһарайҙа кибеттәре булған. Әммә 1898 йылда сауҙагәрҙәргә аталған был исем халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, ҡала думаһындағы фекер алышыуҙар һөҙөмтәһенән һуң урам Уфимский тигән икенсе исем ала. 1920 йылдан ул яңынан яҙыусы Н. Г. Чернышевский хөрмәтенә үҙгәртелә.

Тарихи биналар һәм ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Ғәлиә» мәҙрәсәһе, хәҙер — Рәсәй ислам университеты бинаһы
  • С. Л. Сахаров йорто, элекке Өфө телеграфы бинаһы

Заманса ҡоролмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чернышевский урамы буйынса автобустар хәрәкәте булдырылған.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.