Хөрмә
Хөрмә | |||||||||||||||||
Көнсығыш хөрмәһе (Diospyros kaki) | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Diospyros L., 1753 | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
Исемлек | |||||||||||||||||
Номенклатура тибы | |||||||||||||||||
|
Хөрмә (лат. Diōspyros) — субтропик һәм тропик эбен (Ebenaceae) ғаиләләренә ингән япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Ағастар биш йөҙ йәшкә тиклем йәшәй ала. Күп төрҙәренең емеше ашарға яраҡлы, ҡайһы бер тропик төрҙәре ҡиммәтле үҙағас сығанағы булып тора — эбен ағасы.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырыуҙың латинса атамаһы Diospyros, грек сығышлы һәм уны «аллаларҙың ризығы» тип тәржемә итергә мөмкин, икенсе мәғәнәлә — «илаһи ут»
Рус телендә «хөрмә» һүҙе фарсы теленән ингән, унда төп нөсхәлә خرمסالو kormâlu — йәғни финик сливаһы.. خرما kormâ — финик, آلو âlu һүҙе слива тигәнде аңлата. Хөрмә атамаһы башта кавказ хөрмәләре тип йөрөтөлә. Киптерелгән хөрмә тәме финктарға бик оҡшаш, шунлыҡтан фарси телендә кавказ хөрмәһе исеме бирелә. Артабан был атама башҡа төр хөрмәләргә , шул иҫәптән көнсығыш япондарға тарала. Ашарға яраҡлы емешле төрҙәрҙе «ҡырағай финик», «финик сливаһы» тип тә атала.
Ботаник тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ағас йәки ҡыуаҡ, япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел төҫтә. Терминаль бөрөләре юҡ. Япрағы — ябай, сиратлы, ҡайһы берҙә ярым үтә күренмәле ҙур булмаған биҙсәләр менән. Сәскәһе ике өйлө йәки полигам. Ата сәскәләре япраҡ ҡуйынлы, ҡағиҙә булараҡ, тәлгәштәргә йыйылған. Һеркәстәре 4-тән алып күмәк булырға мөмкин, йыш ҡына парлы. Инә сәскәләр ғәҙәттә яңғыҙ, япраҡ ҡуйынында урынлашҡан. Каса япрағы ғәҙәттә 3-5 (ҡайһы берҙә 7) тажлы, редукцияға бирелеүе мөмкин. Тажы ҡыңғырау йәки көпшәле, 3 — 5 (-7) айырсалы. Емеше — итләс еләк, ҡалын тиресәле, ҡағиҙә булараҡ, эре каса япраҡлы. Орлоғо 1 — 10 һәм унан күберәк, йыш ҡына ян-яғы ҡыҫылған [2]
.
Емештәрен ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өлгөрмәгән хөрмә емештәренең тәме ҡырҡыу һәм ашҡаҙан-эсәк боҙолоуына килтереүе мөмкин.
Шәкәр миҡдары сағыштырмаса юғары булыуға ҡарамаҫтан, хөрмә ҡандағы шәкәрҙең ҡырҡа артыуына булышлыҡ итмәй (гликемик индексы түбән) һәм уның составында 100 г продуктҡа ни бары 62 ккал ғына була. Хөрмәнең сағыу ҡыҙғылт һары төҫө уның бета-каротен һәм биофлавоидтар миҡдары юғары булыуы тураһында һөйләй. Өлгөрөп еткән хөрмә составында (100 граммда/көндәлек ҡабул итеүҙән): 25 % шәкәр, 1,5 % аҡһым, 0,85 % май, 55 процентҡа тиклем С витамины, таннин, йод, тимер, магний, калий кеүек төрлө элементтарҙың эҙе бар.
Хөрмә диуретик эффектҡа эйә.
Хөрмә целлюлозаһы бактерицид үҙенсәлектәренә эйә, шуға күрә эпидемия ваҡытында уны туҡланыу рационына индереү дөйөм дауалауға булышлыҡ итә. Ҡайһы бер илдәрҙә икегә бүлгән хөрмәне тән бешеүенә һәм яраларға ҡарата ҡулланыла. Хөрмә физик яҡтан йонсоғанда файҙалы. Емештәрҙең ҡаты «ҡойроғонан» төнәтмә энуризды дауалай.
Традицион медицина емештәрҙән тыш, хөрмәнең япрағын да ҡуллана. Киптерелгән хөрмә япрағы биологик яҡтан әүҙем тип һанала, шуға күрә уларҙан сәй оло йәштәгеләргә, шулай уҡ анемия менән сирләүселәр өсөн файҙалы. Парлы япраҡтар яраларға һәм абсцесстарға һалына.
Хөрмә емештәрен яңы килеш тә, киптереп тә ҡулланалар, ҡайнатма, десерттар, шарап, һыра әҙерләргә мөмкин.
Ҡыҙҙырылған һәм ваҡланған виргин хөрмәһе орлоғон Конфедерация армияһы һалдаттары һәм Көньяҡ халҡы Америкалағы Граждандар һуғышы ваҡытында кофеға алмаш итеп ҡуллана[3].
Үҙағасы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙағастан ҡайһы бер илдәрҙә мебель һәм спорт ҡорамалдары эшләнә.
Хөрмә үҙағасы шул тиклем һоҡланғыс һәм нәзәкәтле, унан ҡайһы бер музыка ҡоралдары эшләйҙәр. Данлыҡлы ҡара эбен ағасын хөрмә үҙағасынан алалар.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Diospyros // Ботанический словарь / сост. Н. И. Анненков. — СПб.: Тип. Имп. АН, 1878. — XXI 645 с.
- С. Р. Эбеновое дерево // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Хурма // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Diospyros // Flora of China : [англ.] = 中国植物志 : in 25 vol. / ed. by Z. Wu, P. H. Raven, D. Hong[d]. — Beijing : Science Press ; St. Louis : Missouri Botanical Garden Press, 1996. — Vol. 15 : Myrsinaceae through Loganiaceae. — P. 215. — 387 p. — ISBN 978-0-915279-34-0. — ISBN 978-0-915279-37-1</nowiki> (vol. 15).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сведения о роде Diospyros в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT). (инг.)
- ↑ Flora of China, 1996
- ↑ C. H. Briand The common persimmon (Diospyros virginiana L.): The history of an underutilized fruit tree (16th-19th centuries) (инг.) // Huntia. — Pittsburgh, PA, USA: Hunt Institute for botanical Documentation, 2005. — Т. 12. — № 1. — С. 71-90. — ISSN 0073-4071.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Diospyros (англ.): сведения о таксоне на сайте Tropicos.
- Хөрмә: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.
- Хурма — Diospyros