Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Учалы, Учалы районы
Вафат булған көнө 21 май 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф
Эш урыны Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты
Нигеҙләүсе этнографический музей[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы (рус. Хисматуллина Зумара Валиевна; 21 июль 1930 йыл21 май 2009 йыл) — уҡытыусы-методист (1983), географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф. Башҡорт АССР-ының (1981) һәм Рәсәй Федерацияһының (1987) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин премияһы лауреаты (1994), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1997), Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының этнография музейын ойоштороусы.

Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина 1930 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Учалы ауылында тыуған.

1948 йылда Учалы урта мәктәбен, 1952 йылда Фирғәнә педагогия институтының география факультетын тамамлай. Шул уҡ йылда Үзбәкстанда, 1953 йылдан Ҡурған-Түбә урта мәктәбендә эшләй.

1956 йылда Учалы районының Мулдаҡай урта мәктәбендә, 1957 йылдан Учалы район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә өлкән инспектор, 1960 йылда — Килмәк, 1963 йылда — Тажикстанда (Дүшәмбегә яҡын) ер эштәре институтында, 1964—1966 йылдарҙа Наурыҙ урта мәктәбендә, 1966 йылдан Өфөлә йәшәй, 57-се урта мәктәптә уҡыта.

1976—2002 йылдарҙа хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында география уҡытыусыһы булып эшләй[1].

Ул ойошторған «Глобус», «Крайҙы өйрәнеүсе» ғилми йәмғиәттәрендә йөҙҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә.

Тәрбиәләнеүселәре менән берлектә Волга буйынан Тубыл йылғаһына тиклем, башҡорттарҙың тарихи йәшәгән урындары буйлап илленән ашыу поход һәм экскурсия ойоштора. Уларҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы, БР Яҙыусылар союзы этнография секторының ғилми эштәре менән бәйле.

1977 йылда гимназияла уның етәкселегендә этнография музейы ойошторола. 1987 йылда — «Халыҡ музейы», 1990 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәп музейы» исеме бирелә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын асыу тантанаһына музейҙа яңы экспозициялар булдырыла һәм уға тарихи-этнографик статусы бирелә.

Музейҙа тарихи әһәмиәткә эйә 1500-ҙән ашыу экспонат урынлашҡан. Музей Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү йәмғиәтенең Үҙәк советы иҫтәлекле миҙалы, СССР, РСФСР, БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығының грамоталары һәм дипломдары менән бүләкләнгән.

Музей йәштәрҙе милли мәҙәниәт традицияларында тәрбиәләү үҙәге булып хеҙмәт итә. Бында гимназия ҡала мәктәптәре уҡыусылары өсөн дәрестәр, мәктәп директорҙары, дәүләт халыҡ мәғарифы учреждениелары, музейҙар етәкселәре өсөн семинарҙар, конференциялар үткәрелә. Этнография музейында 70-тән ашыу сит ил вәкилдәре була. Музейҙың коллекциялары Башҡортостан, Марий Эл, Сыуашстан, Татарстан халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Салауат дәүләт музейҙарында «ХХ быуат башында башҡорттарҙың көнкүреше һәм кейемдәре» («Быт и костюмы башкир в начале ХХ века») тематик бүлек менән күргәҙмәләргә ҡуйыла.


1982 йылда Зөмәрә Вәли ҡыҙы Палдиски ҡалаһына (Эстония) ғилми экспедицияла ҡатнаша. Уның башланғысы менән 1989 йылдың 16 июнендә, Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә, ошо ҡалала башҡорт халҡының милли геройына һәйкәл ҡуйыла һәм уның исемен йөрөткән мәктәптә музей асыла, башҡорт рәссамдарының 150-нән ашыу экспонаты һәм картинаһы тапшырыла[2].

Методик эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының педагогика кафедраһы методисы, студенттарҙың педагогик практикаһы етәксеһе булараҡ, алдынғы уҡытыу методикаһын индереүгә булышлыҡ итә.

География әҙәбиәтенә һәм дәреслектәргә, методик әсбаптарға рецензия яһауҙа әүҙем ҡатнаша. «Башҡортостан географияһы», «Башҡортостандың тәбиғәт шарттары», «Башҡортостандың урман ресурстары» һ.б., шулай уҡ БДПИ-ның геофакультет студенттарының диплом эштәрен рецензиялай.

Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта Рәсәй уҡытыусыларының ғилми-теоретик конференцияларында 4 тапҡыр доклад менән сығыш яһай[2].

Ижтимағи эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик ҙур ижтимағи эш алып бара: методик совет ағзаһы, Халыҡ мәғарифы һәм юғары уҡыу йорттары профсоюзы өлкә комитеты ағзаһы, БДПИ методисы, халыҡ депутаттарының Калинин район советы депутаты (1977—2002), республика һәм ҡала экскурсия-туристик станцияһы советы ағзаһы, өс тапҡыр Бөтә Союз туристик ярыштары финалы судьяһы булып тора[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1976 йыл);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981 йыл);
  • «Уҡытыусы — методист» (1983 йыл);
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы" (1987 йыл);
  • Учалы ҡалаһының һәм районының Муса Мортазин премияһы лауреаты (1994 йыл);
  • «Өфөнө үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» иҫтәлекле билдә (1995 йыл);
  • Мәскәүҙә «Мәктәп — 99» өсөнсө халыҡ-ара күргәҙмәһе лауреаты;
  • «Башҡортостан-2000 баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» дипломы;
  • Рус география йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһы (2002 йыл).

Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ фәндәре академияһы, геология идаралығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.

«Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына, «Мең йыллыҡтар сигендә башҡорт ҡатын-ҡыҙы» (2002), «Учалы районының күренекле кешеләре», «Салауат Юлаев», «Башҡортостан Республикаһы энциклопедияһы» китаптарына ингән, музейҙарҙа уның фотоһүрәттәре тора.

2009 йылдың 21 майында Өфөлә вафат була[2].