Эстәлеккә күсергә

Хаббл (телескоп)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хаббл
ингл. Hubble Space Telescope[1]
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы HST[2]
Масса 12 247 килограмм[3]
Заказчик НАСА[d][4] һәм Европейское космическое агентство[d][4]
Кем хөрмәтенә аталған Эдвин Пауэлл Хаббл[d][5]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Телескоп Комптон[d] һәм Космический телескоп «Джеймс Уэбб»[d]
Ил  Америка Ҡушма Штаттары
Начало пути LC-39B[d][6]
Ракета-носитель спейс-шаттл[d][6][3]
Хеҙмәтләндереүсе Центр космических полётов Годдарда[d][7] һәм Научный институт космического телескопа[d][7]
Подрядчик запуска «Рокуэлл»[d][8]
Несёт научное оборудование Fine Guidance Sensor[d], NICMOS[d], Space Telescope Imaging Spectrograph[d], Advanced Camera for Surveys[d], Широкоугольная камера 3[d] һәм Cosmic Origins Spectrograph[d]
Дата запуска космического аппарата 24 апрель 1990[9][10]
Дата схода с орбиты 2030[11]
Число орбитальных витков 67 869[12]
Родительское тело Ер
Апоцентр 514,3 km[12]
Перицентр 510,2 km[12]
Тип орбиты низкая околоземная орбита[d][3]
Орбита эксцентриситеты 0,0003021[12]
Наклонение орбиты 28,4687 °[12]
Орбитальный период 94,87 Минут[12]
Большая полуось орбиты 6890,4 km[12]
Етештереүсе Lockheed Missiles and Space Company[d][4] һәм PerkinElmer[d][4]
Двигатель солнечные батареи космических аппаратов[d][3] һәм Никель-водородный аккумулятор[d][3]
Фокусное расстояние 57,6 метр[13]
Эшләүсе Космический центр Маршалла[d][4] һәм Центр космических полётов Годдарда[d][4]
Дата принятия в эксплуатацию 20 май 1990[3]
Оҙонлоҡ 13,25 метр[3]
Майҙан 4,525 квадрат метр[13],
0,0754 квадрат метр[13]
Диаметр 4,2 метр[13][3], 2,4 метр[13][3] һәм 0,31 метр[13]
Рәсми сайт hubblesite.org
Коллаж
Астрономическая эпоха 26 июня 2024 года[d][12]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of the Hubble Space Telescope[d]
 Хаббл Викимилектә

Космос телескобы «Хаббл» (КТХ; ингл. Hubble Space Telescope, HST) — Ер тирәләй орбитала осоп йөрөүсе автоматик обсерватория (билдәле Америка астрономы һәм космологы Эдвин Хаббл исемен йөрөтә). Был Телескоп («Хаббл») — АҠШ-тың НАСА һәм Европа космос агентствоһының берҙәм проекты; ул НАСА-ның Ҙур обсерваториялары иҫәбенә инә.

Телескопты космоста тотоу Ер атмосфераһы үтә күренмәле булмаған диапазондарҙа, тәү сиратта инфра-ҡыҙыл диапазонда, электромагнит нурланышты регистрацияларға мөмкинлек бирә. Атмосфераның тәьҫире булмағанлыҡтан, телескоптың күҙәтеү мөмкинлеге Ерҙәгенән 7—10 тапҡырға яҡшыраҡ[14].

Файл:Edwin-hubble.jpg
Эдвин Хаббл

Орбиталь телескоп концепцияһын тәү башлап Герман Оберт «Ракета к межпланетным пространствам» (Die Rakete zu den Planetenräumen) китабында яҙа (1923 йыл).

Космос астрономияһы Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына үҫешә башлай.

1946 йылда Америка астрофизигы Лайман Спитцер «Астрономические преимущества внеземной обсерватории» (Astronomical advantages of an extra-terrestrial observatory) тигән мәҡәлә баҫтыра. Ул космос телескобының ике өҫтөнлөгөн күрһәтә. Берҙән, атмосфераның тәьҫире булмаясаҡ, икенсенән, космос телескобы инфра-ҡыҙыл һәм ультрафиолет диапазондарҙа эшләй ала[14][15].

Спитцер был проектты пропагандалауға күп көс һала . 1962 йылда АҠШ Милли фәнни академияһы уның космос программаһына орбитала эшләүсе телескопты эшләүҙе тәҡдим иткән докладын баҫтырып сығара. 1965 йылда Спитцер ҙур космос телескобы өсөн фәнни мәсьәләләрҙе билдәләргә тейеш комитет етәксеһе итеп билдәләнә[16].

Старт шаттла «Дискавери» с телескопом «Хаббл» на борту

Башта телескопты космосҡа сығарыу 1986 йылға планлаштырыла, ләкин «Челленджер» катастрофаһынан һуң (28 ғинуар) «Спейс шаттл» программаһынан бер аҙға баш тарталар.

Был ваҡытта телескоп яһалма таҙарлылған атмосферлы бинала тора, борт системаларының ҡайһы берҙәрен ҡабыҙалар, уны һаҡлауға ай һайын 6 млн доллар аҡса китә[17].

Был осорҙа телескопта ҡайһы бер элементтар яҡшырағына алмаштырыла: ҡояш батареялары, борттағы хисаплау һәм бәйләнеш системаһы һәм башҡалар[17][18] Бынан тыш, телескоп менән идара итеү өсөн программа 1990 йылға ғына әҙер була.[19].

Шаттл «Дискавери» STS-31 1990 йылдың 24 апрелендә йыһанға осорола, икенсе көнөнә Ер тирәләй орбитаға ул телескопты сығара[20].

1999 йылда иҫәпләүҙәренсә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6 млрд доллар (АҠШ) һәм 593 млн евро (Европа космос агентлығы) киткән[21].

  1. Okolski G. A Chronology of the Hubble Space Telescope
  2. https://snl.no/Hubble-romteleskopet
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Hubble Essentials: Quick FactsНаучный институт космического телескопа.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Hille K. About - The Hubble StoryНАСА, 2018.
  5. Hubble Essentials: About Edwin Hubble (ингл.)STScI.
  6. 6,0 6,1 Макдауэлл Д. Jonathan's Space Report — 1989.
  7. 7,0 7,1 Garner R. About - The Hubble TeamНАСА, 2016.
  8. SP-407 Space Shuttle - Space Shuttle ParticipantsНАСА, 1976.
  9. Hubble Space Telescope (HST) (ингл.)NASA.
  10. McDowell J. Space News Digest V1 #265 (ингл.) — 1995. — Vol. 1, Iss. 265.
  11. Kuta S. Hubble Is Slowly Falling—and SpaceX Wants to Give It a Boost (ингл.)Smithsonian Magazine, 2022.
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 12,7 https://heavens-above.com/orbit.aspx?satid=20580
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 https://asd.gsfc.nasa.gov/archive/hubble/a_pdf/news/SM2-MediaGuide.pdf — Б. 1—6.
  14. 14,0 14,1 Lyman Spitzer, Jr. Chapter 3, Document III-1. Report to Project Rand: Astronomical Advantages of an Extra-Terrestrial Observatory // NASA SP-2001-4407: Exploring the Unknown. — P. 546.
  15. The Hubble Story (ингл.). NASA. — Исторический обзор на официальном сайте. Дата обращения: 27 ноябрь 2018. Архивировано 18 август 2011 года.
  16. Denise Applewhite. Lyman Spitzer Jr. (ингл.). NASA Spitzer Space Telescope. Caltech. Дата обращения: 27 ноябрь 2018. Архивировано 18 август 2011 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
  17. 17,0 17,1 Joseph N. Tatarewicz. Chapter 16: The Hubble Space Telescope Servicing Mission P. 371. NASA. Дата обращения: ???. Архивировано из оригинала 8 апрель 2010 года. 2011 йыл 1 август архивланған.
  18. The Hubble Story Continued (ингл.). NASA. — Исторический обзор. Дата обращения: ???. Архивировано 18 август 2011 года.
  19. John Wilford. Telescope Is Set to Peer at Space and Time (ингл.). New York Times (9 апрель 1990). Дата обращения: ???. Архивировано 18 август 2011 года.
  20. STS-31 (ингл.). NASA. Дата обращения: ???. Архивировано 18 август 2011 года. 2011 йыл 15 август архивланған.
  21. The European Homepage for the NASA/ESA Hubble Space Telescope — Frequently Asked Questions (ингл.). Дата обращения: 10 ғинуар 2007. Архивировано 18 август 2011 года.

ссылка на KML  Телескоп «Хаббл» Google Maps  KMZ (3D-модель — файл KMZ для Google Earth)