Урал дәүләт тау университеты
Урал дәүләт тау университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1914 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Горный институт в городе Екатеринбург, Уральский горный институт Императора Николая II, Уральский горный институт, Свердловский горный институт, Свердловский горный институт имени В. В. Вахрушева, Уральская государственная горно-геологическая академия, Уральский государственный горный университет, Уральскі горны інстытут, Свярдлоўскі горны інстытут, Свярдлоўскі горны інстытут імя В. В. Вахрушава, Уральскі горны інстытут імя В. В. Вахрушава, Уральская дзяржаўная горна-геалагічная акадэмія һәм Уральскі дзяржаўны горны ўніверсітэт |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Здание Алексеевской второй женской гимназии[d], Ленинский район[d], Екатеринбург, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | ursmu.ru |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Преподаватели Уральского горного университета[d] |
Урал дәүләт тау университеты Викимилектә |
Урал дәүләт тау университеты (рус. Уральский государственный горный университет УГГА) — Екатеринбургтың һәм Уралдың боронғо юғары уҡыу йорто, 1914 йылда тау институты булараҡ нигеҙ һалына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1914 йылдың 3 (16) ғинуарында батша Николай II, «Штандарт» император яхтаһы бортында «Екатеринбург ҡалаһында тау институтын булдырыу тураһында» законын раҫлай[2][3][4].
1915 йылдың 7 (20) ноябрендә Екатеринбург ҡала думаһы залында Төҙөлөш комиссияһының беренсе ултырышы үтә, ул буласаҡ Тау институты бинаһының проектын раҫлай[3].
1916 йылдың 17 (30) июлендә Урал тау институтының тәүге нигеҙ ташы һалына[3].
1916 йылдың 6 (19) ноябрендә Төҙөлөш комиссияһы, институт төҙөлөшөн тиҙләтеү маҡсатында, Николай II институтты «Император Ғали йәнәптәре ҡурсыуына алыуын һәм уға „Император Николай II Урал тау институты“ исемен биреүҙе» юллап мөрәжәғәт итә[3].
1917 йылдың 3 (16) ғинуарында «Екатеринбург тау институтын Император Ғали йәнәптәре ҡурсауына алыу һәм был уҡыу йортона „Император Николай II Урал тау институты“» исемен биреү тураһында закон ҡабул ителә.
1917 йылдың 9 (22) октябрендә Екатеринбургта Тау институты асыла[5], уның ректоры итеп ҡаланың почетлы гражданы Петр Петрович фон Вейрман тәғәйенләнә[6].
1947—1993 йылдарҙа институт СССР күмер сәнәғәте халыҡ комиссары В. В. Вахрушев исемен йөрөтә. Университетының беренсе уҡыу бинаһы ихатаһында ҡуйылған бюст ошо хаҡта хәтерләтеп тора.
СССР Юғары Советы Президиумының 1969 йылдың 12 майындағы указы менән халыҡ хужалығы өсөн белегстәр әҙерләүҙә һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн В. В. Вахрушев исемендәге Свердловск тау институты Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1993 йылда Урал дәүләт тау-геология академияһы тип үҙгәртелә. 2004 йылдың майында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Аккредитация коллегияһы ҡарары менән юғары уҡыу йорто — «Университет» статусына эйә була.
2014 йылда вуздың 100 йыллығы байрам ителә, ошо ваҡыт эсендә ул 50 меңдән ашыу тау инженеры, йөҙләгән фән докторы һәм кандидаты әҙерләп сығара. Йыл һайын 25 йүнәлеш буйынса 2,5-3 мең белгес һәм етәксе һөнәри квалификацияһын күтәреү һәм белемде арттырыу буйынса курстар үтә.
Н. Э. Бауман исемендәге МДТУ-ҙың «Һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеүҙең координация-аналитика үҙәге» (КЦСТ) рейтингы буйынса, Тау университетының Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү үҙәге (РГППУ менән бергә), вуз үҙәктәре араһында Урал дәүләт урман-техник университетын (4-се урын) һәм Рәсәйҙең беренсе президенты Б. Н. Ельцини семендәге Урал федераль университетын (5-се урын) үтеп, Свердловск өлкәһе вуздары буйынса 3-сө урын яулай. Рейтингта Рәсәйҙең 79 субъектынан 754 вуз ҡатнаша.
Рәсми исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1914 — Екатеринбург ҡалаһының Тау институты
- 1916 — Император Николай II Урал тау институты
- 1918 — Урал тау институты (УГИ)
- 1934 — Свердловск тау институты(СГИ)
- 1947 — В. В. Вахрушев исемендәге Свердловск Тау институты
- 1993 — Урал дәүләт тау-геология академияһы
- 2004 — Урал дәүләт тау университеты (УГГА)
Хәҙерге университет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылда 9500 тирәһе студент уҡый.
2015 йылда юғары уҡыу йортоноң килеме 463,9 миллион һум тәшкил итә, сығымдары — 426,9 миллион һум.
- Структураһы
Факультеттары:
- тау-технология
- тау-механика
- инженер-иҡтисадий
- донъя иҡтисады һәм бизнес
- геология һәм геофизика
- граждан һағы
- ҡала хужалығы (колледж)
- ситтән тороп уҡыу бүлеге
Екатеринбургтағы биналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Уҡыу йортоноң беренсе бинаһы, Куйбышев урамы, 30
-
Уҡыу йортоноң икенсе бинаһы, Университет тыҡырығы, 9
-
Өсөнсө уҡыу бинаһы, Хохряков урамы, 85
-
Дүртенсе уҡыу бинаһы, Университет тыҡырығы, 7
-
Рәсәй таусылары ҡорамы, Куйбышев урамы, 39
-
Урал геология музейы, Хохряков урамы, 85
-
Спорт йорто, 8 март урамы, 84а
Билдәле тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крутошинский Андрей Михайлович (1918—1944) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы Геройы.
- Мельников Николай Васильевич (1909—1980) — тау эше өлкәһендә совет ғалимы, СССР Фәндәр академияһы академигы.
- Ревнивец Владимир Иванович (1931—1989) — тау эше өлкәһе ғалимы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ике СССР Дәүләт премияһылауреаты.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ История университета . Наш университет. Уральский государственный горный университет. Дата обращения: 9 апрель 2019. 2019 йыл 27 март архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Николай II в истории университета . Наш университет. Уральский государственный горный университет. Дата обращения: 9 апрель 2019. 2019 йыл 27 март архивланған.
- ↑ проф. Филатов. Дают нам Горный Институт! Наш университет. Уральский государственный горный университет. Дата обращения: 9 апрель 2019. 2020 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑ Накануне революции (1892-1917) . Дата обращения: 16 декабрь 2017.
- ↑ Петр Петрович фон Веймарн (1879–1935) // Почетные граждане Екатеринбурга : исторические очерки. — 2-е изд., доп. — Екатеринбург : Сократ, 2003. — С. 30–31. — 192 с. : ил.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный горный университет // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Филатов В. В. «Отечества пользы для…»: К 75-летию Уральского горного института (1917—1992). — Екатеринбург: Издательство Уральского горного института, 1992. — 407 с. — ISBN 5-230-25475-9.
- Уральская государственная горно-геологическая академия / Филатов В. В. // Екатеринбург: Энциклопедия / глав. ред. В. В. Маслаков. — Екатеринбург : Издательство «Академкнига», 2002. — С. 579—580. — 728 с. — 3900 экз. — ISBN 5-93472-068-6.
- Филатов В. В. Уральская государственная горно-геологическая академия им. В. В. Вахрушева // Уральская историческая энциклопедия / Гл. ред. В. В. Алексеев. — Екатеринбург: Академкнига; УрО РАН, 2000. — С. 550. — 640 с. — ISBN 5-93472-019-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный горный университет — официальный сайт.
- Наш университет . Уральский государственный горный университет. 2016 йыл 7 июль архивланған.
- Шорин, А. Г. Здания уральского горного. — Екатеринбург : Уральский государственный горный университет, 2017.