Эстәлеккә күсергә

Түбәнге Бишенде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Нижние Бишинды
башҡ. Түбәнге Бишенде
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Туймазы

Ауыл Советы

Үрге Бишенде

Координаталар

54°29′25″ с. ш. 53°44′25″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1755

Элекке исеме

Кесе Бишенде

Халҡы

744[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC 6

Почта индексы

452790

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 810 008

ОКТМО коды

80 651 410 106

ГКГН номеры

0522507

Нижние Бишинды (Рәсәй)
Нижние Бишинды
Нижние Бишинды
Түбәнге Бишенде (Башҡортостан Республикаһы)
Нижние Бишинды

Түбәнге Бишенде (рус. Нижние Бишинды) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 737 кеше[2]. Үрге Бишенде ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452790, ОКАТО коды — 80251810008.

Түбәнге Бишенде ауылы — Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙе Әйле улусының һәм Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусының керҙәш-башҡорттары торағы. Был керҙәштәрҙең ике төркөмө лә ерҙе файҙаланыу хоҡуғына бер үк документҡа — 1755 йылдың 1 июнендәге Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары биргән килешеү хатына һылтаналар. Хаттың йөкмәткеһе: «1755 йылдың 1 июнендә Ҡазан юлының Өфө өйәҙе Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары Хәсән Берҙеғолов (тамға X), Муаш Яҡупов (-Г»), … Нуғайбәк контораһында ошо яҙыу буйынса… олатайҙарыбыҙҙың һәм атайҙарыбыҙҙың үҙ аҫаба ерҙәрен шул уҡ Ҡазан юлының Өфө өйәҙе Йәнәй улусы Тоҡай ауылының башҡорттары Әмир Рысметовҡа, Мораҙым Әмировҡа, Әбделғазый, Әбдүш һәм Ҡарсән Ҡадирметовтарға, уларҙың балаларына һәм бүләсәрҙәренә ихаталар булып урынлашырға һәм мәңге йәшәргә һәм ер һөрөргә, бесән сабырға, урман ҡырҡырға, ҡабыҡ һыҙырырға, һәм солоҡ тотоуҙан һәм йәнлек аулауҙан башҡа, был йортҡа кәрәк булған барыһы менән файҙаланырға… бирҙек". Үрҙә телгә алынған документтан тыш, әйлеләр тағы ике килешеү күрһәтә: беренсеһе — 1775 йылдың 17 мартынан, икенсеһе — 1787 йылдың 28 июненән. Әммә 1791 йылда аҫабалар Түбәнге Бишенде ауылы ерҙәрен завод хужаһы Осокинға һата. Тап шул ваҡытта яҡтарҙың оҙайлы ер өсөн тартышы башлана, унда йәшәүселәр заводсы крәҫтиәндәре баҫып алған бик күп ерҙәрен юғалталар.

Түбәнге Бишенде ауылы халҡы, Ҡыр-Йыландарҙың керҙәштәре булған көйө, үҙҙәре сыҡҡан Троицк өйәҙенең Әйле улусы Иҫке Туғыҙлы ауылында үҙҙәренең аҫаба хоҡуҡтарын һаҡлап ҡалғандар. Быға уларҙың Әйле улусының бөтә аҫабалары менән бер рәттән улус йәмғиәте эштәрендә бер тигеҙ хоҡуҡта ҡатнашыуы дәлил булып тора. Атап әйткәндә, улар был йәмғиәткә кешеләрҙе ҡабул итеүҙә ҡатнашҡандар. Мәҫәлән, 1781 йылдың 12 июлендә Түбәнге Бишенде кешеләре әйлеләр Нияз Әхмәров, Таймас Сөләймәнов, Һәбәнәк Мортазин, Ғәббәс Сәфәров Ясир Яҡупов Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәренең Себер юлы әйлеләре менән бергә Әйле ауылына мордва крәҫтиәндәренә инергә рөхсәт бирәләр (1802 йылдың 8 февралендә килешеү ҡабатлана).

Түбәнге Бишенде — бында ваҡытлыса йәшәгән, һуңынан Баҡалы ауылына күсерелгән, яңы ғына суҡындырылған типтәрҙәрҙе (1795 йылда — 85 йән ир-ат) иҫәпкә алмағанда, бер милләтле тораҡ пункты. Керҙәш-башҡорттарҙың бер өлөшө ҡатламдан ҡатламға күскән. Мәҫәлән, 1795 йылда 15 ир-егет типтәрҙәр араһында була, һуңынан башҡорт ҡатламына кире ҡайталар. Уларҙың яртыһы типтәр булып киткән. 1755 йылда ауылға нигеҙ һалынғандан алып 1920 йылға тиклем унда тик башҡорттар ғына йәшәгән. 1795 йылда улар бөтәһе 212 кеше була, 1816 йылда — 400, 1834 йылда — 456, 1859 йылда — 537, 1870 йылда — 558, 1897 йылда — 1054, 1905 йылда — 1260, 1920 йылда — 1340 кеше. Ошо йылдар буйынса ихаталар һаны түбәндәге һандарҙа күрһәтелгән: 26, 44, 68, 81, 110, 201, 265. Ауылда мәсет, тирмән, тимерлек һәм кибеттәр булған.

1843 йылда 456 башҡортҡа 400 бот ужым, 6496 бот яҙғы иген, 124 бот картуф сәселә[3].

Ауылда төп мәктәп (1‑се Серафимов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)[4]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1340
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 927
1959 йыл 15 ғинуар 883
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 628
2002 йыл 9 октябрь 668
2010 йыл 14 октябрь 744

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләттәр башҡорттар (69 %), татарҙар (27 %)[5].

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 16 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Үрге Бишенде): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 10 км.

Урам исеме[7]:

  • Еңеүҙең 60-йыллығы урамы (рус. улица 60-летия Победы)
  • Тау урамы (рус. улица Горная)
  • Йәштәр биҫтәһе (рус. микрорайон Молодежный)
  • 9 Май урамы (рус. улица 9 Мая)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Дала урамы (рус. улица Степная)


Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 253. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Түбәнге Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Түбәнге Бишенде ауылы