Топҡапы
Һарай | |
Босфорҙан күренеш | |
Ил | Төркиә |
Бина тибы | Һарай |
Архитектура стиле | Ғосман архитектураһы |
Проект авторы | Алаюдин, Даут аға, Синан |
Нигеҙләүсе | Мәхмәт II |
Төҙөлөшө | 1465—1478 йылдар |
Билдәле йәшәүселәр | Сөләймән I |
Статус | Музей |
Сайт | Рәсми сайт |
Топҡапы Викимилектә |
Топҡапы (төрөк.|Topkapi), иҫкесә Сераль — Ғосман империяһында XIX быуат уртаһына тиклем төп һарай. Истанбулдың тарихи үҙәгендә, Сарайбурну морононда, Босфор менән Алтын Мөгөҙҙөң Мәрмәр диңгеҙгә тоташҡан ерендә урынлашҡан.
Ғосман империяһы ҡолағандан һуң һарай музейға әйләндерелә, ул — майҙаны буйынса донъяла иң ҙур музейҙарҙың береһе. Дөйөм тамашаға ҡуйылған экспонаттар һаны 65 000 берәмеккә етә (был бөтә коллекцияның ундан бер өлөшө генә).
Диуарҙар менән уратылған һарай-парк ансамбленең дөйөм майҙаны уларға тоташҡан баҡсалар һәм төкәтмәләр менән бергә 700 мең квадрат метр тәшкил итә. Истамбулдың был тарихи районы 1985 йылда Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән ҡомартҡыларҙың береһе булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1453 йылда, төрөктәр Константинополде баҫып алғас, ғосман солтаны Яулап алыусы Мәхмәт башта хәҙерге Истанбулдың Баязит майҙанында уның өсөн төҙөлгән һарайға урынлаша. Был һарай бөтөнләй һаҡланмаған, әммә иҫке һарайҙың һәрәме тәүҙән үк Топҡапыла төйәкләнгән була. Был иҫке һәрәм әле «Сермәрле павильон» булараҡ билдәле.
1475—78 йылдарҙа Мәхмәт византий императорҙары резиденцияһының харабаларында яңы Топҡапы һарайын һалдыра башлай. Иҫке «Семәрле павильон» был һарайҙың ситендә тороп ҡала. Тәүге ярты быуатта Топҡапы солтандарҙың «эш» резиденцияһы булып ҡына хеҙмәт итә: «Семәрле киоск» менән һәрәм һарай комплексына инмәй.
XVI быуатта Роксолана (славян йәриәһе, һуңынан солтан Сөләймән I-нең ҡатыны) һәрәмде, солтанға яҡыныраҡ булыр өсөн, солтан һарайы Топҡапыға күсертә. Күркәм Сөләймән осоронда Топҡапы һәрәмен төҙөү Топҡапы һарайына уны һалған мәлдән алып беренсе тапҡыр индерелгән ҙур үҙгәреш була.
Артабанғы быуаттарҙа Топҡапы артабан киңәйә, зиннәтлегә әйләнә бара. 400-ләп йыл буйы һарай Ғосман империяһының төп һарайы булып ҡала — унда 25 солтан йәшәй һәм идара итә. 1854 йылда солтан Абдулмәжит I Европа өлгөһөндә төҙөлгән яңы резиденцияға — Долмабахче һарайына күсә.
1923 йылда, республика урынлашҡас, Топҡапы, башҡа һарайҙар кеүек үк, Мостафа Кәмал Ататөрк указы менән музейға әйләндерелә. Төрөк дәүләте башлығының резиденцияһы булып Долмабахче һарайы ҡала.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Топҡапы һарайы диуарҙар менән уратып алынған һәм бер-береһенән бүленгән дүрт ихата (авлу) принцибы буйынса ҡоролған:
- Төп ҡапҡа — Хаким ҡапҡаһы йәки Баб-и Һумайун (ғосман. Bab-ı Hümayun) беренсе ихатаға алып бара, унда хеҙмәт һәм ярҙамсы биналар, шулай уҡ мәсет итеп үҙгәртелгән боронғо Изге Ирина сиркәүе булған.
- Сәләм ҡапҡаһы йәки Баб-ус-сәләм (ғосман. Babü's-selâm) артында диван канцелярияһы менән ҡаҙна урынлашҡан.
- Бәхет ҡапҡаһы йәки Баб-ус-саадәт (ғосман. Babü's-saadet) артында — һәрәм, шәмширлик (самшит ағаслығы булған ихата, унда тәхет вариҫтары йәшәгән) һәм әндәрүн (төпкө бүлмәләр). Төпкө бүлмәләр яғында идаралыҡ кадрҙары әҙерләй торған Әндәрүн мәктәбе урынлашҡан.
- Дүртенсе ихатала Реван, Софа һәм Мәжидиә павильондары, Башлала башняһы, Софа мәсете, сөннәтләү павильоны, гардероб һәм башҡа биналар булған.[1]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История Османского государства, общества и цивилизации: В 2 т = Osmanli devleti ve medeniyeti tarihi. — М.: Восточная литература, 2006. — Т. 1: История Османского государства и общества. — С. 112—113. — XXXII 602 с. — 2000 экз. — ISBN 5-02-018509-4.