Токат
Город | |
Токат төр. Tokat | |
Ил |
Турция |
---|---|
Статус |
административный центр ила |
Ил | |
Координаталар | |
Майҙаны |
1.923 км² |
Бейеклеге |
623 м |
Халҡы |
124.496 человек (2008) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
90 356 |
Почта индексы |
60000 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
60 |
Рәсми сайт |
tokat.bel.tr (төр.) |
Токат (төр. Tokat) — Төркиәнең ҡалаһы һәм район Токат провинцияһының административ үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]=== 628 йылда фарсыларҙы еңгәндән һуң византия императоры Ираклий тарафынан төҙөлгән һәм уның һеңлеһе Евдокия хөрмәтенә аталған. Әммә был ваҡытта ҡала мөһим роль уйнамаған, урындағы Дазимон ҡәлғәһе генә әһәмиәткә эйә булған, яҡындағы Понтий Ҡоманы мөһимерәк булған. 1021 йылда әрмән батшаһы булыуы Сенекерим Арцруни Токатты византий императорынан феодал биләмә сифатнда алған. 1045 йылда династик никах арҡаһында Токат Арцрунидтарҙан икенсе әрмән династияһы — Багратидтарға күсә. 1071 йылдан 1175 йылға тиклем был биләмәләрҙә Данишмендтар идара иткән. 1396 йылдан Токат төркмән әмирлеге Ғосман империяһы.өлөшө булып киткән. 1612 йылда ҡалала 500 әрмән йорто була[1].
XIX быуатта Токат Азиялағы иң ҙур төрөк ҡалаларының береһе булған. Яҡындағы Сивас ҡалаһы үҫеше арҡаһында Токат яйлап бөлгөнлөккә төшкән.
Константинополдә Әрмән Патриархатын халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 1912 йылда Токат санжагында (ҡаҙы Токат, Никсар, Эрбаа, Зиле) әрмән халҡының һаны 32271 кеше тәшкил иткән.
1912 йылда Токат (Токат, Никсар, Эбраа, Зиле) санжагында: төрөктәр — 151 800 кеше, Гректар — 27 174 кеше йәшәгән[2]Ҡалып:Привести цитату
Ҡалала 4 әрмән сиркәүе, 1 грек православие сиркәүе һәм 1 йәһүд синагогаһы була. Америка миссионерҙары — протестант, ә иезуиттар католик мәктәбен асҡан.
Беренсе бөтә донъя һуғышы осоронда мәсихселәрҙе эҙәрләү һөҙөмтәһендә христиан халҡының бер өлөшө һәләк булған, тере ҡалғандары башҡа илдәргә күсергә мәжбүр булған.
Данлыҡлы кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лазарь Тохатци — XVI быуат әрмән шағиры, яҙыусыһы һәм сиркәү эшмәкәре.
- Тадеос Тохатци — XVI быуат әрмән шағиры.
- Минас Тохатци — XVI—XVII быуаттарҙағы әрмән шағиры һәм гусаны.
- Акоп Тохатци — XVI—XVII быуаттарҙың әрмән шағиры, яҙыусыһы һәм тәржемәсеһе.
- Хачатур Тохатци — XVI—XVII быуаттарҙың әрмән шағиры.
- Вартан Гунанян (1644—1715) — рухани, Әрсән католик сиркәүенең львов архиепискобы.
- Осман Нури-паша (1837—1900) — Плевна оборонаһында дан алған ғосман генералы.
- Саввидис, Симеон (1859—1927) — грек рәссамы, грек һынлы сәнғәтенең "Мюнхен мәктәбе"нең төп вәкилдәренең береһе.
- Угур Борал (1982 й. тыуған) — футболсы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Dickran Kouymjian[en]. Armenia from the Fall of the Cilician Kingdom (1375) to the Forced Emigration under Shah Abbas (1604) // The Armenian People from Ancient to Modern Times / Richard G. Hovannisian. — NY: Palgrave Macmillan, 1997. — 26. — P. 1—50. — 493 p. — ISBN 0312101686.
- ↑ George Sotiriadis: An Ethnological Map Illustrating Hellenism in the and, 1918
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- tokat.bel.tr — Токат рәсми сайты