Эстәлеккә күсергә

Тимериҙәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡһаҡ Тимер

Тимериҙәр (Тимуридтар)  — Мәүрәннәһр һәм бөгөнгө Иран, Ираҡ биләмәләрендә 1370-1507 йылдарға тиклем хакимлыҡ иткән урта быуат төрки династия ( династияның бер тармағы Бадахшанда 1585 йылға тиклем идара иткән). Династияға нигеҙҙе атаҡлы ғәскәрбашы Аҡһаҡ Тимер һалған. Ул сығышы менән барлас ырыуынан булған. Тимериҙәрҙән Заһир әд-дин Мөхәммәд Бабур 1526 йылда үҙе Һиндостанда Бөйөк Моголдар империяһы хакимдары династияһын башлап ебәргән.

Тимериҙәр империяһы элекке Монгол империяһының Сығатай улусы ерҙәрендә барлыҡҡа килә. 1370 йылда Балх ҡалаһында ҡоролтайҙа Туран әмире итеп Аҡһаҡ Тимерҙе һайлап ҡуялар. Нигеҙ итеп Үзбәкстан ( Хорезмһыҙ), Тажикстан һәм көнбайыш Афғанстан алына. Дәүләттең баш ҡалаһы итеп Сәмәрҡәнд һайлап алына. 1376 йылда Аҡһаҡ Тимер империяһы Хорезмды, ә 1384 йылда Сеистан менән Забулистанды йота (көньяҡ-көнбайыш Афғанстан). 1393 йылға Аҡһаҡ Тимерҙең көньяҡ-көнбайыш биләмәләре Бағдадҡа барып етә. 1395 йылда уның ғәскәре Алтын Урҙаға (Дешт-и-Ҡыпсаҡ), ә 1398 йылда Делийский солтанатына һөжүм итә. 1401 йылда Аҡһаҡ Тимер Дамаск ҡалаһын ала, ә 1402 төрөк солтанын еңә, шуның һөҙөмтәһендә Сәмәрҡәндкә Устан Ҡөрьәнен ғәнимәт итеп алып ҡайталар.

Аҡһаҡ Тимер 1405 йылда үлеп ҡалғас, Сәмәрҡәнд тәхетенә ейәне Хәлил Солтан ултыра, ул власты тота алмай һәм 1409 йылда атаһының туғаны Шаһрухҡа бирә. Ул резиденция итеп афған ҡалаһы Гератты һайлай. Шул осорҙа Тимери империянан Ираҡ (1405) һәм Әзербайжан (1408) ерҙәре китә. Сәмәрҡәнд Шаһрух улы Олуғбәккә бирелә. Шаһрух үлгәндән һуң ғына 1447 йылда Олуғбәк Сәмәрҡәндкә империя баш ҡалаһы дәрәжәһен ҡайтара. Әммә 1449 йылда Олуғбәкте үҙ улы Әбд әл Латиф тәхеттән бәреп төшөрә.

Үҙ-ара һуғыштарҙы тимери Әбү Сәйед кенә туҡтата, ]], ул Үзбәкстан менән төньяҡ Афғанстанға хакимлыҡ иткән була.Тап ул Үзбәкстанға күсмән кочевых (номинальных) узбеков Әбү-л-Хәйер кешеләрен саҡырып килтерә. Иран һәм Әзербайжанда Ҡара-Ҡуйынлы һәм Аҡ-Ҡуйынлы төркмән ҡәбиләләре менән алыштар бара. Әбү Сәйед тоҡомдары осоронда империя Мәүрәннаһр сиктәрендә генә ҡала.

1501 йылда күсмән үзбәктәр Мөхәммәд Шәйбани етәкселегендә Сәмәрҡәндте баҫып ала, унан һуңғы Тимери Бабурҙы ҡыҫырыҡлап сығара. 1504 йылда Бабур ғәскәре Ҡабулды яулай[1], шунан инде Һиндостанға баҫып инеп, Бөйөк Моголдар империяһына нигеҙ һала.

Династия хакимдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимериҙәр империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡһаҡ Тимер Сығатай ханлығында Сойорғатмышхан ( Суюргатмиш) менән берлектә номиналь «хан» ғына булған, уның артынан Сығатайҙа Солтан Мәхмүд идара иткән. Ул үҙе, Сыңғыҙ нәҫеле булмағанға күрә, мосолман ғәрәптәрҙәгесә «Әмир» титулы алған (Хан дәрәжәһе сыңғыҙиҙарға ғына бирелгән). Быға ла ул Сыңғыҙ затынан кәләш алып, кейәү -Гургән титулы аша ғына өлгәшкән[2]. Ғәмәлдә, ханлыҡ бөтөрөлгән, һәм Аҡһаҡ Тимер империяһы ныҡлы урынлаша.

Дәрәжә атамаһы Исеме Идара йылдары
Әмир

Аҡһаҡ Тимер
Аҡһаҡ Тимер-Аҡһаҡ Тимербек Гуркәни
1370 — 1405 A.D.
Әмир
امیر
Пир-Мөхәммәд-Пирмөхәммәд бин Йыһангир мырҙа
1405-1407 A.D.
Әмир
Хәлил-Солтан - Хәлил-Солтан бин Мираншаһ
1405-1409 A.D.
Әмир
Шаһрух - Шаһрух мырҙа
1405-1447 A.D.
Әмир

Олуғбәк
Олуғбәк - мырҙа Мөхәммәд Тарағай Мырҙа
1447-1449 A.D.
Аҡһаҡ Тимер империяһы бүленеше
Делила Хумаюн төрбәһе
  • Йәшел юлдар - ысын Аҡһаҡ Тимер империяһы хакимдары.
  • Әбү Сәйед Мырҙа Үзбәк хакимы Әбүл-Хәйер хан (Мөхәммәд Шәйбәни хан олатаһы) ярҙамында Үҙәк Азияла Тимериҙәр ерҙәрен йыйнаһа ла, ул Персияны башында Йыһан Шаһ торған төркмән ҡара эттәр менән бүлешергә риза булды, тик Оҙон Хәсәндең аҡ килмешәк һарыҡтары башта Йыһан Шаһты үлтерҙе, шунан Әбү Сәйедте лә. Әбү Сәйед үлгәндән һуң ерҙәр тарҡалыуын дауам итә
  • Әбү Сәид улдары Трансоксиананы Сәмәрҡәнд, Бохара, Һиссар, Балх, Ҡабул һәм Фирғәнә итеп бүлешеп, уны үлемгә дусар иттеләр.
  • Бабур Һиндостанды яулап алған тиклем башҡа шундай осор булмағандыр. Олатаһы Әбү Сәйед Мырҙа кеүек үк, ул Үҙәк Азияла Персия шаһы Исмәғил I ярҙамында тимериҙәр үҙәген берләштерә алды, уның ерҙәре Каспий диңгеҙенән Урал тауҙарына тиклем йәйелде, Ғәзни һәм Ҡабул, Ҡондоҙ һәм Һиссар, Сәмәрҡәнд һәм Бохара, Фирғәнә, Ташкент һәм Сейрам уға буйһондо
  • Тимери империя Үҙәк Азияла үзбәк Бохара ханлығында юҡҡа сыҡты. Әммә тимериҙәр династияһы яулап алынған Һиндостанда дауам итә, уға нигеҙҙе 1526 йылда тимери Заһир-ид-дин Мөхәммәд Бабур һала [3].


Бабуриҙар империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабур — 1526 йылда Һиндостанда Бөйөк Моголдар империяһы хакимдары династияһын башлап ебәргән. Аҡһаҡ Тимерҙең бүләһе Үмәр Шәйех Мырҙаның улы. Унан Бабуриҙар династияһы киткән Алаев[4].

Тимериҙәр — шағирҙар, ғалимдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәмәрҡәндтә Гүр Әмир төрбәһе
Сәмәрҡәндтә Гүр Әмир төрбәһе


Династияның ҡайһы бер вәкилдәре ғалим һәм әҙибтәр булып таныла.

  • Олуғбәк бөйөк астроном һәм математик була.
  • Хөсәйен Байҡара ( Хөсәйни) танылған шағир була.
  • Бабур шағир һәм «Бабурнамә» тип аталған тарихи мемуарҙар авторы.
  • Аҡһаҡ Тимер ейәне Әбү Бәкер шиғырҙар яҙған [5].
  • Аҡһаҡ Тимер ейәне Солтан Искәндәр Ширази шағир булған[5].
  • Миран шаһ улы Хәлил-Солтан шиғырҙар яҙған[5].
  • Аҡһаҡ Тимер ейәне, Шаһрух улы Байсонкур, Гератта рәсем сәнғәте галереяһы асҡан.
  • Бабур ҡыҙы — Гөлбәҙән бегим урта быуат Һиндостанында берҙән-бер тарихсы ҡатын булған.
  • Падишаһ Аурангзеб ҡыҙы — Зебунниса Шәреҡтә танылған шағирә булған.
  • Бабуриҙар
  • Тимериҙәр исемлеге
  • Могол империяһы падишаһтары исемлеге
  1. ВОЙНЫ ГОСУДАРСТВА ВЕЛИКИХ МОГОЛОВ (XVI—XVII века)
  2. Султанов Т. И., Поднятые на белой кошме. Потомки Чингиз-хана. Алматы: Дайк-пресс, 2001, с.97
  3. Алишер Навои, Собрание избранных, Сочинения. т.9. Т., 1968
  4. Л. Б. Средневековая Индия. — СПб.: Алетейя, 2003. — 304 с. — («Востоковедение: учебные пособия и материалы»). — ISBN 5-89329-590-0
  5. 5,0 5,1 5,2 Алишер Навои, Собрание избранных, Сочинения. т.9. Т., 1968