Таштамаҡ
Ауыл | |
Таштамаҡ рус. Таштамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав |
сыуаштар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453495 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Таштамаҡ (рус. Таштамаҡ) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 561 кеше[2]. Почта индексы — 453495, ОКАТО коды — 80205843001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түрһәгәҙе йылғаһы (Ауырғазы йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда үткәрелгән 5-се ревизияла Таштамаҡ, икенсе атамаһы — Түбәнге Турһәғәҙе, ауылы теркәлмәй. 1811 йылда был ауылда яңы суҡындырылған 120 сыуаш асыҡланған. Тимәк, ауыл V һәм VI рәүиздәр араһында барлыҡҡа килә. 1870 йылда 49 йортта 200 кеше йәшәгән. XIX быуат башында 60 йортта 430 кеше иҫәпләнгән. Түрһәғәҙе йылғаһы буйында өс тирмән булған[3].
Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 2 һыу һәм ат тирмәне булған. 1906 йылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, тирмән, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән[4].
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]716 кеше йәшәгән Таштамаҡ ауылының үҙәк усадьбаһы. Автомобиль бәйләнеше бар[5]. Бөгөн ауыл биләмәһендә «Таштамаҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, крәҫтиән-фермер хужалығы, шәхси эшҡыуар Васильев В.Н., шәхси эшҡыуар Сидоров Г.М., шәхси эшҡыуар Сидоров И.Г. эшләй, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 829 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 769 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 689 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 577 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 863 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 561 | 290 | 271 | 51,7 | 48,3 |
- Милли состав
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (92 %)[6].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сидоров Георгий Маркелович (21 ғинуар 1961 йыл) — инженер, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы өсөн ҡалыплашмаған ҡорамалдарҙы ғилми иҫәпләү, проектлау, эшләү һәм монтажлау өлкәһендә ғалим һәм уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2004). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2015) һәм Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изге Валентина хөрмәтенә төҙөлгән ғибәҙәтхана[8].
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Түрһәғәҙе йылғаһы
- Бәхтиәр күле
- Моҡан күле
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 58. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Таштамаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ О сельском поселении
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урам исемдәре
- ↑ Храм в честь святой мученицы Валентины 2014 йыл 14 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1850 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 58. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |