Танаис (ҡала)
Танаис | |
бор. грек. Τάναϊς | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. III быуат |
---|---|
Дәүләт |
Боспорское царство[d] Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Недвиговка[d] |
Хәҙерге административ берәмек сиктәрендә урынлашҡан | Ростов өлкәһе |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | V быуат |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27603477? |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] һәм объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт | museum-tanais.ru |
Указания, как добраться | правый берег р. Мертвый Донец |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iii)[d] һәм (v)[d] |
Танаис Викимилектә |
Танаис[2] (Τάναϊς) — Дон тамағындағы боронғо ҡала (б. э. т. III быуат — б. э. V быуат). Беҙҙең эраның беренсе быуаттарында Боспор батшалығына ингән. Дондағы Ростовтан көнбайышҡа табан яҡынса 30 км алыҫлыҡта, Недвиговка утары ситендә урынлашҡан.
Танаис ҡурсаулығы — Рәсәйҙәге иң ҙур археология музей-ҡурсаулығы. Танаис ҡурсаулығы территорияһы 3 меңдән ашыу гектар тәшкил итә һәм палеолит осороноң төрлө дәүерҙәре һәм халыҡтарының тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре ансамбленән алып XIX быуаттың торлаҡ һәм ғибәҙәт архитектураһы һәйкәлдәренә тиклем берләштерә. Был боронғо грек цивилизацияһының иң төньяҡ пункты.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танаис — грек колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танаисҡа б. э. т. III быуатта, элек Танаис (хәҙер Дон) — Мёртвый Донец (ошо йылға атамаһынан ҡала исеме алынған) йылғаһы тамағының төп тармағы уң ярында, Боспор батшалығынан сыҡҡан гректар нигеҙ һалған[3].
Күп быуаттар дауамында Танаис Дон-Аҙау буйында ҙур иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҙәк булған. Б. э. т. I быуатында йәшәгән боронғо грек географы Страбон, ҡаланы шулай тасуирлаған: «Йылғаның күлгә ҡойған ерендә эллиндар нигеҙләгән шул уҡ исемле Танаис ҡалаһы тора». Шулай уҡ, Страбонға ярашлы, Танаис — «Пантикапейҙан ҡала варварҙың иң ҙур сауҙа урыны»[4]. Боронғо географтар һәм тарихсылар Танаистан Европа һәм Азия араһындағы сикте үткәргән. Ҡала яйлап ҡына урындағы ҡәбиләләрҙең йәшәү рәүеше өсөн хас һыҙаттарҙы алған. Танаис боспор хакимдарынан бойондороҡһоҙ булыу өсөн көрәш алып барған.
Б. э. 237 йылында уны готтар емергән. 140 йылдан һуң сарматтар тергеҙгән Танаис әкренләп игенселек һәм һөнәрселек етештереү үҙәгенә әйләнгән, әммә V быуат башында ташландыҡ хәлгә килгән.
Танаис — итальян колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа венеция халҡы яңы урында Тана сауҙа факторияһына — төп тармағы тамағынан үҙгәрә Дон тамағының хәҙер Иҫке Дон тип йөрөтөлгән үҙгәргән төп тармағында нигеҙ һалған. Һуңыраҡ ҡаланы контролдә тотоу генуя ҡәлғәһен төҙөгән Генуяға күскән.
Ҡыпсаҡ осоронда Танаис колонияһы ҡыҫҡаса Тан тип атала башланған. 1395 йылда Тамерлан ғәскәрҙәре ҡаланы, диуарҙарын тулыһынса емереп ташлап, ер менән тигеҙләгән.
Аҙау ҡалаһы урынында Тана колонияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуатта Тана колонияһы (генуя колонияһы Танаистың урта быуат атамаһы) һуңыраҡ барлыҡҡа килгән Аҙау ҡалаһы урынында өлөшләтә тергеҙелгән.
1475 йылдың көҙө аҙағында генуялыларҙың хакимлығы тамамланған. Шул уҡ йылды Танаға һөжүм итер алдынан ғосманлы төрөктәр Ҡырымдың (Готия капитанлығы) генуя ҡәлғәләрен һәм Феодоро православие ҡырым кенәзлеген баҫып алған, Тана десант төшөрөп Тана колонияһын яулаған. Ахырҙа Аҙау атамаһын алған ҡалаға, бер аҙ өҙөклөк менән (1637—1643 һәм 1696—1711 йылдар), 1475 йылдан 1736 йылға, бик күп һуғыштар һөҙөмтәһендә Аҙау Рәсәй империяһына күскәнгә саҡлы, төрөктәр эйә булған.
Археологик ҡаҙыныуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танаис археологик объект булараҡ 1823 йылда Париж академияһының ағза-корреспонденты полковник И. А. Стемпковский тарафынан асылған. Беренсе сиратта, ҡурғандпарҙың хазинаһы менән ҡыҙыҡһынған Николай I-нең шәхси күрһәтмәһе буйынса, Танаиста ҡаҙыныуҙарҙы Мәскәү университетының рим әҙәбиәте һәм боронғолоғо кафедраһы профессоры П. М. Леонтьев, ә 1867 йылдан — В. Г. Тизенгаузен үткәргән. Недвиговский ҡаласығын өйрәнеү Император археологик комиссияһы контроле аҫтында үткәрелгән. Дөрөҫөрәге, Леонтьевтың системаһыҙ үткәрелгән ҡаҙыныу эштәре ҡаласыҡҡа зыян ғына килтергән. Иғтибарға лайыҡлы бер нимә тапмағанлыҡтан, Леонтьев ҡаҙыныу эштәрен туҡтатҡан.
1860-сы йылдар аҙағында Ростов-Таганрог тимер юлы участкаһын төҙөгәдә, Недвиговка районында таш ватыу менән шөғөлләнгән эшселәр, боронғо Танаис ҡаласығына килеп юлыҡҡан. Әммә ҡаҙыныу эштәрен тергеҙеү буйынса бер ниндәй саралар ҙа ҡабул ителмәгән. Ҡаласыҡ «асылыуына» күпмелер ҡыҙыҡһыныу күрһәткән Археологик комиссияһы рәйесе граф С. Г. Строганов Дон ғәскәренең наказлы атаманы М. И. Чертковҡа хат яҙған. М. Чертков, үҙ сиратында, Недвиговкаға тикшереү менән Новочеркасск гимназияһы директоры Робушты һәм рәссам Ознобишинды ебәргән.
70-се йылдарҙан һәм совет хөкүмәте боронғо ҡомартҡыларҙы дәүләт һаҡлауы аҫтындағы халыҡ байлығы тип иғлан иткәнгә тиклемге осорға саҡлы, урындағы халыҡ боронғо ҡаласыҡтың ташын үҙ ҡоролмаларын төҙөү ихтыяжында ҡулланған[5].
1870 йылдан 1872 йылға саҡлы П. И. Хицунов Недвиговский һәм Елизаветинский ҡаласыҡтарында ҡаҙыныуҙар алып барған[6].
1955 йылда СССР фәндәр Академияһы бергә Ростов дәүләт университеты һәм Д. Б. Шелов етәкләгән Ростов крайҙы өйрәнеү музейы менән бергә Түбәнге Дон археологик экспедицияһы ойошторолған һәм ҡаласыҡты фәнни тикшеренеүгә тотонған. Дүрт йылдан һуң ҡаҙылған ҡаласыҡ һәм ҡәберлек ҡурсаулыҡ биләмәһе тип иғлан ителгән. Ә 1961 йылда бында 3 мең гектарҙан ашыу майҙанда Рәсәйҙә беренсе Археологик музей-ҡурсаулыҡ асылған. 1973 йылдан алып 2002 йылға тиклем В. Ф. Чеснок музей-ҡурсаулыҡтың алыштырғыһыҙ директоры булып эшләгән. Һуңғараҡ Ростов өлкәһенең элекке мәҙәниәт министры урынбаҫары В. Касьянов ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уның директоры булған[7]. 2005 йылда директор итеп В. Перевозчиков тәғәйенләнгән.
2009 йылдың февралендә «Танаис» археологик музей-ҡурсаулығы ЮНЕСКО-ның[8] бөтә донъя мәҙәни мираҫы объекты исемлегенә кандидат итеп күрһәтелгән.
Генетик тикшеренеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көньяҡ федераль университеты ғалимдары Дон йылғаһының түбәнге ағымында йәшәгән кеше һөйәгенең һөлдә ҡалдыҡтарын тикшергәндә, һинд-европа тел төркөмөнә ҡараған коррелировать Y-хромосомалы R1a гаплотөркөмө билдәләнгән.
«Танаис» ҡурсаулығының тарих, мәҙәниәт һәм тәбиғәт һәйкәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Археологик
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Танаис ҡаласығы
- Танаис Некрополе
- Таш Балка (палеолит дәүере)
- Лютик ҡәлғәһе (XVII—XVIII бб.)
Архитектура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Успения Богородица ҡорамы (XX быуат башы)
- Традицион казак һәм украин архитектураһына ҡараған торлаҡ йорттары
- Усадьба ансамблдәре: рәссам музей-усадьбаһы; . Чкалов ҡасабаһындағы ҡурсаулыҡ филиалы
- Ауыл хужалығы етештереү усадьбаһы (XIX быуат аҙағы)
- Астрономик обсерватория
Мемориаль
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Утар зыяратының боронғо өлөшө (XIX б.)
- Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәйкәле
- Революционер И. Д. Ченцов (1885—1937) портреты менән мемориаль таҡтаташ, Недвиговка утарында тыуған һәм йәшәгән.[9].
Тәбиғәт һәйкәлдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Аҙау буйы далаһы» дала тигеҙлеге участкаһы (26 га)
- «Чулекская Балка» урочищеһы (266 г)
- «Танаис» һәм «Үҙәк» шишмәләре
- Терновой утрауы
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ҡала некрополе урамы
-
Диңгеҙгә сығыусы ҡәлғә нығытмаһы ҡоролмаларында ҡаҙыныу эштәре
-
Акрополь - ҡаланың байыраҡ ҡатламы йәшәгән торлаҡтар
-
Ҡаланы һаҡлаусы ҡәлғә нығытмаһы диуары ҡалдыҡтары
-
Башня. Музей территорияһындағы хәҙерге заман реконструкцияһы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Большая Советская Энциклопедия, 3 издание, 1970—1977 гг.
- ↑ Танаис // Советская историческая энциклопедия / Глав. ред. Е. М. Жуков. — М.: Советская энциклопедия, 1973. — Т. 14. — Стб. 103.
- ↑ Кулишов В.И. "В низовьях Дона". — Москва: "Искусство", 1987. — 175 с.
- ↑ Танаис — древнее городище. Сайт библиотеки Мясниковского района
- ↑ Бойко А. Л. Танаис: к истории археологических исследований // Донской временник. — 2014. — № 1.
- ↑ Колобова А. Новый порядок // Литературная газета. — 2002. — 14 авг. — № 33.
- ↑ Донские археологи отметили профессиональный праздник 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ И. Д. Ченцов