Эстәлеккә күсергә

Талха Ғиниәтуллин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талха Ғиниәтуллин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 20 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ураҙ, Учалы районы
Вафат булған көнө 7 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы
Уҡыу йорто А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы, псевдонимы Анатолий Генатулин (20 апрель 1925 йыл — 7 ноябрь 2019 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй әҙибе. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Талха Ғиниәтуллин

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян‑Ҡатай кантоны[1] Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, Талха Ғиниәтуллин Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала.

1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.

Әҙип 2019 йылдың 7 ноябрендә Мәскәүҙә вафат булды.

  • Рябиновая гора: Рассказы. — М.: Сов. писатель, 1969. — 2016 с.
  • Аюташ: Расказы. — М.: Россия, 1975. — 96 с.
  • Золотая моя колыбель: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1984. — 240 с.
  • Нас остается мало: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1988.
  • Вот кончится война: Повести, рассказы. — М.: Правда, 1988. — 464 с.
  • Тыуған тупһа янында: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1994. — 224 б.
  • Тау артында ниҙәр бар: Хикәйәләр, повестар. — Өфө, Китап, 1997. — 480 б.
  • Загон: Роман, повесть, рассказы. — Уфа, Китап, 2004. — 352 с.
  • Вот кончится война: Повести. — М.: Терра — книжный клуб, 2005. — 400 с.
  • Һин аҡ ҡайын янында тора инең...Повестар, хикәйәләр. - Өфө, Китап, 2007

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тормошо һәм ижады тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әминев Ә.М. Прозабыҙ ирәмәле. — «Ағиҙел», 2007 й., № 7, 114-141-се биттәр.
  • Әминев Ә.М. «Һалдат прозаһы» генералы. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 4, 60-62-се биттәр.
  • Өмөтбаев Р. Р. Кис етмәгән әле, дуҫтар. — «Йәшлек» гәзите, 2000 й., 15 апрель.
  • Әминев Ә.М. Ике китап. — «Ағиҙел», 1998 й., № 2, 179-181-се биттәр.
  • Бәҙретдинов С. М. Артылыш. — «Башҡортостан» гәзите, 1990 й., 23-24 декабрь. № 292, 293, 294.
  • Ямалетдинов М. Б. Талха Ғиниәтуллин мәктәбе. — «Башҡортостан» гәзите, 2 сентябрь, № 174.
  • Шарапов И. И. Йонсоу көндәр. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 4, 168-169-сы биттәр.
  • Яхин Ф. Халыҡтар дуҫлығы илсеһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 25 сентябрь, № 186.
  • Әхмәтҡужина Г. Ф. Ә тыуған яҡ һағындыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 1 июль, № 127.
  • Абдуллина Л. Х. Намыҫ ижады. — «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 13 май.
  • Зәйнуллин М. В., Санъяров Ф. Б. Әҙәбиәтебеҙ уҙаманы. — «Башҡортостан», 2006 й., 5 сентябрь, № 175.
  • Әҙелбаев Ф. Ҡәләменең осонда ҡуҙ баҙлай. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 28 август, № 167.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 ноябрь 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)