Сәхих Мөслим
| ||||
Сәхих Мөслим | ||||
Автор(ҙар) | Мөслим ибн әл-Хажаж | |||
Яҙыу ваҡыты | VIII быуат | |||
Оригиналь теле | ғәрәпсә | |||
Һүрәтләндерә | исламдың иртә тарихы | |||
Темаһы | биография | |||
Жанры | тарихи хроника | |||
Күләме | 7190 хадиса | |||
Эстәлеге | Мөхәммәт пәйғәмбәртормошонан эпизодтар | |||
Персонаждар | Мөхәммәт пәйғәмбәр, сәхәбәләр, хаҡ хәлифәләр, Пәйғәмбәр ҡатындары һ.б.. | |||
Тәүсығанаҡ | замандаштары телдән тапшырған | |||
Иҫбатлана | Ҡөрьән,Сәхих әл-Бохари | |||
Төп нөсхә | неизвестен | |||
Текст произведения в Викитеке |
Сәхих Мөслим, Мөслим Сәхихе (ғәр. صحيح مسلم; рус. Сахих Муслима) — хәҙистәрҙең алты төп сөнни йыйынтығының береһе (Күтүб әс-Ситтә). Мөслимдең сәхихе Мөхәммәт Пәйғәмбәр хәҙистәренең дөрөҫлөк буйынса, Сәхих әл-Бохариҙан ҡала, икенсе йыйынтыҡ тип иҫәпләнә. Китап Мөслим ибн әл-Хажаж тарафынан яҙылған.
Күҙәтеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөслим ибн әл-Хажаж 817 йылда Нишапурҙа тыуған һәм 874 йылда шунда уҡ вафат булған. Ираҡ, Ғәрәп ярымутрауы, Сүриә һәм Мысыр буйлап сәйәхәте ваҡытында Мөслим 300 мең хәҙис йыйған, шуларҙың бәләкәй өлөшө генә дөрөҫлөк критерийҙарына яуап биргән. Мөслимдең сәхихе 43 китапҡа бүленгән, унда дөйөм алғанда 7190 хәҙис бар, шуларҙан 2200 хәҙис ҡабатланмай. 1400 самаһы дөрөҫ хәҙисе хәҙистәрҙең башҡа йыйынтыҡтарында ла бирелгән[1].
Сөнни мосолмандар Мөслимдең Сәхихен теүәллек буйынса Әл-Бохариҙан ҡала икенсе тип иҫәпләй[2]. Ғәҙәттә был ике йыйынтыҡты «Сәхихтәр» йәки «Сәхихейн» («ике дөрөҫ йыйынтыҡ») тип атайҙар.
Үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмин Әҡсән Ислаһи Сәхих Мөслимдең ҡайһы бер үҙенсәлектәрен билдәләгән[3]:
- Мөслим сәхәбәләр араһынан ышаныслы ике тапшырыусы хәбәр иткән, һуңынан ул ике бойондороҡһоҙ өҙлөкһөҙ сылбыр (иснәд) буйынса барған риүәйәттәрҙе генә яҙып ала.
- Тема һәм бүлектәрҙең урынлашыуы. Мөслим башта хәҙисте килтерә, уның янында бөтә версияларын ҡуя (риүәйәт).
- Хәҙистәрҙең риүәйәттәре башҡа хәҙистәр кеүек үк иснәд (тапшырыусылар сылбыры) менән бергә килтерелгән.
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ибн әс-Сәләх Сийәнә Сәхих Мөслим
- ''Мөхөтдин ән-Нәүәүи'' Әл-Минһаж фи шәрх Сәхих Мүслим
- Шаббир Әхмәт Усмани Фәс әл-Мүлхим
- Мөхәммәт Тәҡый Усмани Тәкмиләт Фәс әл-Мөлхим
- Ғәлләмә Гүләм Рәсүл Сәйеди Шарх сәхих Мөслим
- Әл-ҺүмәйдиТафсир әл-ғәриб мә фи әс-Сәхихейн
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ The number of authentic hadiths (Arabic) 2018 йыл 21 май архивланған., Muhammad Amin, retrieved May 22, 2006
- ↑ Various Issues About Hadiths . Дата обращения: 12 февраль 2013. Архивировано из оригинала 16 октябрь 2012 года.
- ↑ Mabadi Tadabbur-i-Hadith, Amin Ahsan Islahi, 1989
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөслим Сәхих. Имам Мөслим хәҙистәренең ышаныслы йыйынтығы xadis.wordpress.com
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |