Эстәлеккә күсергә

Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Ҡоҙаш, Иманғол ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы
Вафат булған көнө 19 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған урыны Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм ефрейтор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы (рус. Сафаргалин Таип Аюпович 1907 йыл — 19 август 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, ҡыҙылармеец, ефрейтор. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) кавалеры.

'Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы 1907 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Ҡоҙаш ауылында тыуа. 1941 йылда Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. 64-се гвария уҡсылар дивизияһының 160-сы гвардия уҡсылар полкында, 54-се гвардия уҡсылар дивизияһында, 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 4-се эскадронында ҡылыссы, пулеметсы булып хеҙмәт итә.

Иптәш Сәфәрғәлин немец оккупанттары менән һуғышта иҫ киткес ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтә. Алышҡа һәр ваҡыт беренселәр иҫәбендә бара. Курск өлкәһенең Озерки ауылы янында оборонала булып, дошмандың ун ике һалдатын юҡ итә. 1942 йылдың 19 ноябрендәге һуңғы һуғышта дошмандың бер танкын юҡ итә. Дошмандар менән көслө һуғыштарҙа ҡаты яралар ала. Ошо батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы 1942 йылдың 17 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].

Пулеметсы ефрейтор Сәфәрғәлин Тайып Әйүп улы 1943 йылдың 19 авгусында Ростов өлкәһе территорияһында барған яуҙа һәләк була. Ростов өлкәһенең Куйбышев районы Елизветинка ауылында ерләнгән.