Стефания Вильчинская
Стефания Вильчинская | |
пол. Stefania Wilczyńska | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
педагог, йәмәғәт эшмәкәре |
Атаһы |
Юлиан (Исаак) Вильчинский (пол. Izaak Wilczyński) |
Әсәһе |
Саломея Вальфиш (пол. Salomea Walfisz) |
Наградалары һәм премиялары | |
Стефания Вильчинская Викимилектә | |
Стефа́ния Вильчи́нская (пол. Stefania Wilczyńska; 26 май 1886 йыл — 6 август 1942 йыл) — тәрбиәсе һәм педагог, Януш Корчактың коллегаһы һәм фекерҙәше, уның һәм етемдәр йортонан балалар менән бергә газ камераһында һәләк була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стефания Вильчинская 1886 йылдың 26 майында Рәсәй империяһының Варшава ҡалаһында йәһүд сығышлы поляк ғаиләһендә тыуған. Атаһы — буҫтау сәнәғәтсеһе Юлиан (Исаак) Вильчинский (пол. Izaak Wilczyński; ?—1911); әсәһе — Саломея Вальфиш (пол. Salomea Walfisz; ?—1929). Варшавала Ядвига Сикорскаяның (пол. Jadwiga Sikorska) шәхси мәктәбендә уҡый, артабан Бельгияла Льеж университетының тәбиғи фәндәр факультетын тамамлай. 1906 йылда Швейцарияла Женева университетында тәбиғи фәндәр өйрәнә[1][2][3].
Варшаваға ҡайтҡас, йәһүд етемдәре өсөн приютта ирекмән булып эшләй. Сиркәүҙең емерелеп барған бинаһында урынлашҡан приют ташландыҡ хәлдә булған, Вильчинская уның эшен яйға һала һәм тиҙҙән етәксе вазифаһына тәғәйенләнә. 1909 йылда бында Януш Корчак менән таныша, уның менән хеҙмәттәшлек тәнәфес менән икеһелә Треблинкала һәләк булғанға тиклем дауам итә[1][3].
Корчак менән бергә Варшавала (Крохмальная урамы, 92) йәһүд балалары өсөн Етемдәр йортона (1912—1942) нигеҙ һала һәм уның эшен алып бара итә, бында балаларҙа үҙ лайыҡлығы тойғоһон тәрбиәләүсе новаторлы педагогия методикалары ҡулланылған. Етемдәр йорто дәүләт моделе буйынса ойошторолған, уның менән балалар идара иткән — бында уның «конституцияһы» булған, балалар парламенты, иптәштәр суды һәм суд советына ағзалар һайланған[4].
Элекке тәрбиәләнеүселәрҙең иҫтәлектәре буйынса, Етемдәр йорто ойошмаһы швейцар сәғәте механизмының дөрөҫлөгө менән эшләгән[5]. Корчактың биографы Бетти Джин Лифтон буйынса, барлыҡ тиерлек етемдәр өсөн Стефания «йөрәк, мейе, тәрбиәсе, әсә» булған[6]. Балалар уны «пани Стефа» тип йөрөткән[7].
Януш Корчак Беренсе донъя һуғышы осоронда һәм уның Фәләстингә 1934 һәм 1936 йылдарҙағы сәйәхәте ваҡытында булмағанда Стефания Вильчинская Етемдәр йорто менән етәкселек иткән. Яҡын Көнсығышҡа күсеү тураһында уйлап, 1935 йылда Вильчинская шулай уҡ Фәләстингә барған, Эйн-Хародта йәшәгән, әммә Икенсе донъя һуғышы алдынан Польшаға ҡайтҡан[5][3][8].
Немец оккупацияһы башланғас, 1940 йылда Етемдәр йорто Варшава геттоһына Прохладная урамы 33-сө йортҡа, ә артабан Сенная һәм Скольская урамдары киҫелешендәге 16/9 йортҡа күсерелгән. Вильчинскаяның дуҫтары уға Польшанан ҡасырға тәғдим иткән, әммә ул бынан баш тарта һәм Корчак һәм балалар менән ҡалған[5][3].
1942 йылдың йәйендә Етемдәр йортон үлем лагерена депортациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. 6 августың иртәһендә « Alle Juden raus!» тигән команда яңғырай. Хеҙмәткәрҙәр приюттан китә алған, әммә улар аҙаҡҡа тиклем балалар менән ҡалырға ҡарар итә[К 1]. Балалар дүртәрләп колоннаға теҙелә һәм тәрбиәселәр оҙатыуында һәм фашист һаҡсылары ҡамауында Умшлагплацҡа табан атлай, унан тауар вагондарында Треблинкаға ебәрелә. Тәүге отрядты — Януш Корчак, икенсе отрядты [К 2] Стефания Вильчинская алып барған[5][10][4].
Был ваҡиғаларҙы күргән Варшавала йәһүд общинаһының сәркәтибе Наум Ремба иҫтәлектәре буйынса, нацистар тарафынан поездарға ҡыуылған ҡысҡырышҡан кешеләрҙән айырмалы рәүештә, приют балалары «тыныс лайыҡлыҡ» менән атлаған:
Был тауар вагондарына тейәүгә түгел, ә үлтереүселәр режимина ҡаршы һүҙһеҙ протестҡа оҡшаны… Әле бындай процессияны кеше күҙе күргәне юҡ ине.
Оригинал текст (инг.)This was no march to the train cars, but rather a mute protest against this murderous regime… A procession the like of which no human eye has ever witnessed.
— Лифтон, 2004, гл. 37: Последний марш…
Хәтер һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стефания Вильчинскаяның символик ҡәбере уның ата-әсәһе ерләнгән урында Варшаваның Йәһүд зыяратында (64-се участок, 1-се рәт) урынлашҡан[11]. Иерусалим янындағы Ел тауында Януш Корчак һәм Стефания Вильчинская мемориалы ҡуйылған.
1947 йылда Стефания Вильчинская үлгәндән һуң Польшаның көмөш Хеҙмәттәр тәреһе менән бүләкләнә[12].
2004 йылда Варшавала Стефания Вильчинскаяның «Балаларға һәм педагогтарға һүҙ» китабы баҫылып сыға[13].
2013 йылдың майында Польша йәмәғәт эшмәкәрҙәренең төркөмө Варшавала Польша йәһүдтәре тарихы музейы янындағы аллеяға Стефания Вильчинскаяның исемен биреү тураһында мөрәжәғәт менән сығыш яһай[14].
2015 йылда Польшала Стефания Вильчинскаяның тормшона арналған бер нисә китап нәшер ителә[15][16][17].
Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Veerman, 1990, p. 8
- ↑ Лифтон Б.-Дж. Гл. 8: Решение // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина. — М.: Текст, 2004. — 400 с. — ISBN 5-7516-0479-2.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Ковалевич П. Корчак и его дети . Jewish.ru (8 август 2011). — Глобальный еврейский on-line центр. Дата обращения: 6 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 25 ғинуар 2016 года.
- ↑ 4,0 4,1 Чабан М. Януш Корчак, старый доктор (Эрш Хенрик Гольдшмит) // Еврейская старина : альманах. — 2014. — № 2 (81).
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Veerman, 1990, p. 15
- ↑ Лифтон Б.-Дж. Гл. 18: Пани Стефа // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина. — М.: Текст, 2004. — 400 с. — ISBN 5-7516-0479-2.
- ↑ Лифтон, гл. 18: Пани Стефа, 2004: «Как-то утром в 1928 году, когда Стефе шёл сорок второй год, она поднялась с постели, совершила свой туалет, надела чёрное платье с белым воротничком и манжетами, спустилась к доске объявлений и повесила записку: «С этого дня меня следует называть „пани Стефа“. Неприлично, чтобы женщину с таким числом детей, как у меня, называли „панна“»»
- ↑ Макеев С. Моськи, Юзьки и Януш Корчак // Совершенно секретно. — М., 2006. — В. 1 мая. — № 5 (204).
- ↑ 9,0 9,1 Лифтон, гл. 37: Последний марш…, 2004
- ↑ Лифтон Б.-Дж. Гл. 37: Последний марш. Шестое августа 1942 // Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина. — М.: Текст, 2004. — 400 с. — ISBN 5-7516-0479-2.
- ↑ Wyniki wyszukiwania (пол.). — Symboliczny grób Stefanii Wilczyńskiej w bazie danych Cmentarza Żydowskiego przy ul. Okopowej w Warszawie. Дата обращения: 6 ғинуар 2016.
- ↑ M.P. 1947 nr 103 poz. 685 (пол.). ISAP. Kancelaria Sejmu RP. — Postanowienie o odznaczeniu z dnia 20 czerwca 1947 r. za wybitne zasługi na polu opieki nad dzieckiem. Дата обращения: 6 ғинуар 2016.
- ↑ Wilczyńska St. Słowo do dzieci i wychowawców = Слово детям и педагогам / Stefania Wilczyńska ; wybór i oprac. B. Puszkin, M. Ciesielska. — Warszawa: Ośrodek Dokumentacji i Badań Korczakianum; Muzeum Historyczne m.st. Warszawy, 2004. — 262 p. — (Z Kręgu Korczaka. Tematy, Ludzie, Dokumenty). — ISBN 9788388477157.
- ↑ Czy Warszawa uhonoruje Stefanię Wilczyńską? (пол.). Izrael.org.il (май 2013). Дата обращения: 9 ғинуар 2016. 2016 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Kicińska, 2015
- ↑ Einat, 2015
- ↑ Бурек Я. Вышла в свет книга о Стефании Вильчинской . Виртуальный Штетл (23 март 2015). Дата обращения: 9 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года. 2016 йыл 5 март архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ телендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кан Ж. Педагогика Януша Корчака и еврейское воспитание / Жерар Кан; пер. с нем. И. Шиповой под ред. О. Медведевой. — М.: Рос. общ-во Януша Корчака, 2000. — 178 с. — 1000 экз. — ISBN 5-900365-33-6.
- Лифтон Б.-Дж. Король детей: Жизнь и смерть Януша Корчака = Lifton B.-J. The king of children: The Life and Death of Janusz Korczak / пер. с англ. И. Гуровой и В. Генкина. — М.: Текст, 2004. — 400 с. — ISBN 5-7516-0479-2.
Сит ил телдәрендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китаптар
- Merżan I. Pan Doktór i pani Stefa: wspomnienia (пол.). — Warszawa: Wydawnictwa Szkolne i Pedagogiczne, 1979. (пол.)
- Merżan I. Aby nie uległa zapomnieniu: Rzecz o Domu Sierot, Krochmalna 92 / Ida Merżan. — Warszawa: Nasza Księgarnia, 1987. — 137 p. (пол.)
- Kicińska M. Pani Stefa / Magdalena Kicińska. — Warszawa: Wyd.Czarne, 2015. — 272 p. — ISBN 978-83-8049-087-1. (пол.)
- Einat A. Kochana Stefo / Amela Einat. — Warszawa: Nowy Swiat; Glilit Books, 2015. (пол.)
- Мәҡәләләр
- Veerman Ph. In the Shadow of Janusz Korczak: The Story of Stefania Wilczynska (инг.) = [В тени Януша Корчака: История Стефании Вильчинской] // The Melton Journal. — N. Y., 1990. — В. Spring. — № 23. — С. 8, 15.
- Mazur E., Pawlak G. Stefania Wilczyńska – a companion in Janusz Korczak’s struggle (инг.) // Quaderni di Palazzo Serra. — 2014. — № 24. — С. 128—140. — ISSN 1970-0571.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Spots of Light — Women in the Holocaust | Stefania Wilczynska (ингл.). Yad Vashem The Holocaust Martyrs' and Heroes' Remembrance Authority. Дата обращения: 7 ғинуар 2016. 2016 йыл 25 ғинуар архивланған.
- YouTube сайтында Kochana pani Stefa Док. фильм. Реж. Беата Бель (пол. Beata Biel). Fundacja im. prof. M. Schorra. (пол.)
- 26 майҙа тыуғандар
- 1886 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Варшавала тыуғандар
- 6 августа вафат булғандар
- 1942 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Польша педагогтары
- XX быуат педагогтары
- Льеж университетын тамамлаусылар
- Польшаның йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Холокост ҡорбандары
- Газ камераһында язалағандар
- Варшава геттоһы тотҡондары