Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы
Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Солтанов | ||||||||||
Тыуған ваҡыты | ||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Кәпәй-Ҡобау ауылы | |||||||||
Үлгән ваҡыты | ||||||||||
Вафат урыны |
Туймазы районы Ҡандра ауылы | |||||||||
Хеҙмәт иткән урыны | ||||||||||
Ғәскәр төрө | ||||||||||
Хеҙмәт итеү йылдары | ||||||||||
Хәрби звание | ||||||||||
Часть |
8-се гвардия армияһы | |||||||||
Наградалар һәм премиялар |
| |||||||||
Отставкала |
нефть сығарыу буйынса инженер |
Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы (20 июль 1924 йыл — 4 март 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсы, гвардия өлкән сержанты. Нефтсе. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты. Дан орденының тулы кавалеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Солтанов 1924 йылдың 20 июлендә[1] (ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса 20 августа) Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Кәпәй-Ҡобау ауылында тыуған. Милләте башҡорт.
1939 йылда туған ауылы мәктәбенең 7 синыфын тамамлағандан һуң, Приморье крайының Сучан (хәҙерге Партизанск) ҡалаһына китә һәм 1941 йылға тиклем «Сучануголь» шахтаһында эшләй.
1941 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға алына, 63-сө кавалерия дивизияһының 67-се кавалерия полкында хеҙмәт итә. 1943 йылда Ҡазан пехота училищеһында уҡый.
1943 йылдың ғинуарынан Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк, Белоруссия һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. 8-се гвардия армияһы 57-се гвардия уҡсылар дивизияһы 174-се гвардия уҡсылар полкы 3-сө уҡсылар батальонының танкыға ҡаршы ҡоралдарының взвод бүлеге командиры булып хеҙмәт итә.
1945 йылдың 15 ғинуарында Грабна-Воля (Польша) тирәһендәге алыштарҙа Солтанов бер туҡтауһыҙ фашист ғәскәрҙәренә ҡарай ут аса, ике немецты юҡ итә, һөҙөмтәлә дошман һөжүме кире ҡағыла. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 7 февралдә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә. 1945 йылдың 2 мартында Ратшток (Германия) эргәһендәге алыштарҙа 8 дошман пехотасыһын юҡ итә, берәүһен тотҡонлоҡҡа ала. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 13 апрелендә II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].
1945 йылдың 16 апрелендә Альт-Тухенбанд (Германия) эргәһендәге алыштарҙа Солтанов дошман тылына үтеп инеп пулемёт нөктәһен һәм 4 немец һалдатын юҡ итә. Был алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1945 йылдың 15 майында I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].
1946 йылда демобилизацияланғас, туған яғына ҡайта. «Башнефтеразведка» тресында эшләй[3]. 1948 йылдан Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында йәшәй һәм Туймазы быраулау эштәре идаралығында эшләй:
- башта быраулау эшсеһе,
- 1949 йылдан — быраулаусы ярҙамсыһы,
- 1950 йылдан — быраулаусы,
- 1970—1989 йылдарҙа быраулау мастеры[4].
Дәүләкән, Михайловка, Добровольный нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. ХХ быуаттың 60-сы йылдарында Һиндостанға командировкаға бара, бында һинд белгестәрен уҡыта, эҙләнеүҙәр барған урында нефть табыла[3].
8-се биш йыллыҡ план йылдарында быраулау мастеры Хәтмулла Солтановтың бригадаһы 63,4 мең һум аҡса экономиялай, өҫтәмә рәүештә 12 мең м³ тау тоҡомдары быраулай. 8-се биш йыллыҡ пландарын уңышлы үтәгәне өсөн 1971 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була[4].
1945 йылдан КПСС ағзаһы. СССР-ҙың 9-сы, 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. КПСС-тың XXIV, XXV һәм XXVI съездары делегаты[4].
1994 йылдың 4 мартында Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
- Нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1969)
- 1-се дәрәжә Дан ордены (15.05.1945)
- 2-се дәрәжә Дан ордены (13.04.1945)
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (07.02.1945)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1966)
- Ленин ордены (1971)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- миҙалдар
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бүздәктә һәм Туймазы Хәтмулла Солтановҡа һәйкәл, туған ауылы Кәпәй-Ҡобауҙа — бюст ҡуйылған.
- Ҡандра һәм Туймазы урамдары Хәтмулла Солтановтың исемен йөрөтә.
- Көпәй-Ҡобау мәктәбенә Хәтмулла Солтановтың исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2019)
- ↑ 2,0 2,1 Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы . Республика Хәрби Дан музейы.
- ↑ 3,0 3,1 Забвения нет. 9 Мая. Хатмулла Султанов . Полит.ру (7 май 2015).
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Уфаркин. Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 13 июль 2016.
- Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 19 июль 2019)
- Солтанов Хәтмулла Аҫылгәрәй улы . Республика Хәрби Дан музейы.
- Зайнетдинов Э. Дважды герой // Ватандаш. — 2014. — № 9. — ISSN 1683-3554.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 20 июлдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Бүздәк районында тыуғандар
- 4 мартта вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Туймазы районында вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Октябрь Революцияһы ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- КПСС ағзалары
- 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан нефтселәре
- СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличниктары
- 10-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Туймазы районында ерләнгәндәр
- Дан орденының тулы кавалерҙары (Башҡортостан)
- Башҡорттарҙан Социалистик Хеҙмәт Геройҙары