Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы
Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған ваҡыттағы исеме | Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы |
Тыуған көнө | 19 июль 1947 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Наурыҙ, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | дәүләт хеҙмәткәре |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (19 июль 1947 йыл) — комсомол, профсоюз, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире; 1999—2003 йылдарҙа — ЗАГС-тар идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; 1998 йылдан Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова 1947 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.
1964 йылда урта мәктәпте, 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусы булып башлай.
Ошо уҡ йылда республиканың комсомол органдарына эшкә тәҡдим ителә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына лектор итеп саҡырыла. Артабан өлкә комитеттың инструкторы итеп тәғәйенләнә, бер нисә йылдан бүлек мөдире итеп раҫлана.
1979 йылда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе итеп һайлана.
1985 йылдан Рәшиҙә Солтанова партия эшендә. 1991 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары.
1991 — 1994 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтенең идара рәйесе.
1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире.
1999 — 2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы.
2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.
2021 йылдың мартында Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе (1998 йылдың апреленән).
«Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең 2018 йылдың 15 декабрендә үткән унынсы отчет-һайлау конференцияһында Рәшиҙә Солтанова йәнә ойошма рәйесе итеп һайланды[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2021)[3].
- Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2012).
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (июль, 2007)
- Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (июль, 2007)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000)
- Ингушетия Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Радий Хабиров вручил государственные награды России и Башкортостана. ИА «Башинформ», 11 марта 2021 года (Тикшерелеү көнө: 11 март 2021)
- ↑ Рәшиҙә Солтанова йәнә Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе итеп һайланды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 17 декабрь (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2018)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йыл 30 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан»: Султанова Рашида Искандаровна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 май 2018)
- 19 июлдә тыуғандар
- 1947 йылда тыуғандар
- Учалы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Муса Мортазин исемендәге премия лауреаттары
- КПСС ағзалары
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары