Сиражетдинов Сәлим Билал улы
Сиражетдинов Сәлим Билал улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1913 |
Тыуған урыны | Туңғатар, Туңғатар ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сиражетдинов Сәлим Билал улы (рус. Сиражетдинов Салим Билалович 1913 йыл — 24 май 1978 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943) менән бүләкләнгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиражетдинов Сәлим Билал улы 1913 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Туңғатар ауылында тыуа. 1941 йылда Учалы район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].
1945 йылдың 30 апрелендә Бранденбург ҡалаһы янында дошмандарҙың көслө нығытылған районына эскадрондың һөжүм итеү ваҡытында гвардия ҡыҙылармеецы Сиражетдинов немец траншеяһына шыуышып килә. Ҡул пулеметына гранаталар ташлай, бының менән эскадронға алға барыуҙы һәм уңайлы урынды биләргә мөмкинлек бирә. Һөжүм итеү һуғыштары дауамында ҡыҙылармеец Сиражетдинов Сәлим Билал улы үҙенең шәхси миҫалында ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. 2-се эскадроны ҡылыссыһы ҡыҙылармеец Сиражетдинов 1945 йылдың 30 апрелендә III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[2].
Ветеран Сиражетдинов Сәлим Билал улы 1978 йылдың 24 майында тыуған ауылында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. СИРАЖЕТДИНОВ Салим Билалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сиражитдинов Салим Беллалович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)