Эстәлеккә күсергә

Сикйылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сикйылға
Сикйылға
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Архангел районы

Координаталар

54°17′51″ с. ш. 56°51′42″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC 6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 203 813 010

ОКТМО коды

80 603 413 146

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сикйылға (Рәсәй)
Сикйылға
Сикйылға
Сикйылға (Башҡортостан Республикаһы)
Сикйылға

Сикйылға (рус. Чик-Елга) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 65 кеше[1]. Почта индексы — 453032, ОКАТО коды — 80203813010.


Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
716563
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләттәр — урыҫтар (66 %), башҡорттар (27 %).[2]

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 кеше %
71 65 -6 -8,45
  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Максим Горький): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 27 км

1891 йылда Асҡын менән Сикйылға йылғалары буйлап урынлашҡан Яңы Михайловка ауылы барлыҡҡа килә. 1920 йылда ул ҡасабаға әүерелә һәм Сикйылға (Михайловка) тип атала. Ҡасаба эргәһендә Сикйылға утары ла билдәле. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу уларҙың халҡын менән бергә иҫәпкә алған — 21 йортта 115 кеше. Игенселектән тыш, халыҡ урман кәсептәре, оҫталыҡ, ылаусылыҡ менән шөғөлләнгән[4].

  • Тау урамы (рус. Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Баллы урам (рус. Медовая (улица))
  • Йәйғорло урам (рус. Радужная (улица))
  • Таң урамы (рус. Рассветная (улица))
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая (улица))
  • Ҡояшлы урам (рус. Солнечная (улица))[5]
  • 04 августа 2021 — 12:40 ГТРК «Башкортостан» Боронғо Скандинавия дәүеренә ҡайтыу[6]
  • Сикйылға торамаһы: быуаттар төпкөлөнән алып беҙҙең көндәргә тиклем[7]