Сиде
Сиде | |
төр. Side | |
Рәсми атамаһы | Side |
---|---|
Принадлежит к | Museum Directorate of Side[d] |
Дәүләт | Төркиә |
Административ-территориаль берәмек | Манавгат[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC 3:00[d] һәм TRS[d] |
Халыҡ һаны | 11 000 кеше (1 ғинуар 2014) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 185 метр |
Алдағы | Q88976790? |
Почта индексы | 07 330 |
Сиде Викимилектә |
Сиде (төр. SideSide, др.-греч.бор. грек. Σίδη) — Антальялағы боронғо грек ҡалаһы, ул Урта диңгеҙҙең көньяҡ-көнбайыш ярында урынлашҡан. Сиде — хәҙерге популяр туристик курорт — Антальянан көнсығышҡа табан 75 километрҙа һәм Манавгаттан көнбайышҡа табан 15 километрҙа ятҡан Сәлимейә ауылы янында урынлашҡан (Анталья провинцияһы, Төркиә).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Сидела грек колонияһы беҙҙең эраға тиклем VII быуатта барлыҡҡа килә, уға нигеҙҙе Кима Эолийскийҙан күсенеп килгән гректар һала. Күсенеп килгән гректарға урындағы сидет телендә һөйләшеүселәр тап була. Ошо үҙенсәлекле телдә яҙылған яҙмалар ҙа осрай. Анатолия диалектында Сиде һүҙе «гранат» емешен аңлата. Урындағылар ҡаланы нимфа Сиде исеме менән атай (ғәмәлдә улар боронғо грек пантеоны аллаһы Артемиданы шулай атай — гранат уның символдарының береһе булып тора). Сиде Памфилияла иң мөһим һәм бик ҙур порт була. Сиде ярымутрауҙа төҙөлә һәм ярымутрауҙың ике ярында ла порттары була. Беҙҙең эраға тиклем V быуатта, фарсы гегемонияһы осоронда, Сидела әйләнештә үҙ аҡсаһы йөрөй. Беҙҙең эраға тиклем 334 йылда ҡалала йәшәүселәр бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Искәндәр Зөлҡәрнәйгә (Александр Македонский) баш һала. Аҙағыраҡ улар тәүҙә Птолемейҙар, аҙаҡ Селевкидтар ҡул аҫтында була. Беҙҙең эраға тиклем 190 йылда. Сиде Родос һәм Сүриә араһында барған диңгеҙ һүғышы аренаһына әйләнә. Сүриә флотына билдәле карфаген ғәскәр башлығы Ганнибал командалыҡ итә. Артабан Сиде Пергама составына инә, уның менән бергә Рим республикаһы буйһоноуына күсә. Беҙҙең эраға тиклем II быуатта Сиде сауҙа, мәҙәниәт һәм күңел асыу үҙәгенә әйләнә. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта ҡаланы Киликия пираттары баҫып ала. Сиде диңгеҙ судоверфенә һәм ҡолдар һатыу үҙәгенә әйләнә.
Беҙҙең эраға тиклем 67 йылда Римдең ғәскәр башлығы Помпей пираттарҙы бөтөрә. Сиде халҡы рәхмәт йөҙөнән уның хәрмәтенә статуя ҡуя. Римдәрҙең ҡул аҫтында булғанда Сиде сәскә ата..
Сиде элеккесә сауҙа үҙәге һәм ҡолдар баҙары булып ҡала. Мысыр менән сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыла. Был осорҙа Сиденың ҙур флоты була. Илдә христианлыҡ тарала. V һәм VI быуаттарҙа Византия империяһы дәүерендә Сидела Көнсығыш Памфилияның епископ кафедраһы барлыҡҡа килә. VII быуатта көньяҡ Анатолияның ҙур ғына өлөшөнә ғәрәптәр баҫып инә, улар ҡаланы тулыһынса яндыра һәм юҡ итә. Ҡасандыр ҙур һәм өлөгөлө ҡала булып иҫәпләнгән Сиде бушап ҡала, унда йәшәүселәр Антальяға күсенә (VIII ьыуат).
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сиде Урта диңгеҙ климаты зонаһына ҡарай, эҫе, ҡоро йәй һәм еләҫ, йомшаҡ ҡыш. Ҡышын уртаса һауа температураһы 10 °C төшмәй, йәйгеһен эҫелек 45 °C (бик һирәк) етеүе ихтимал. Ҡышҡы айҙарҙа диңгеҙ һыуы — 17 °C, йәйге айҙарҙа — 28 °C. Май — октябрь айҙары ял итеү өсөн иң уңай осор тип иҫәпләнелә.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалаға даими рәүештә хәүеф янай, шуға ла диңгеҙ яғынан да, ғоро ер буйынса ла крепостной стеналар менән уратып алынған. Йыш ҡына ер тетрәүҙәр булыуға ҡарамаҫтан, ҡоро ерҙәге крепостной стеналар шул килеш тиүрлек һаҡланған, ә бына диңгеҙ буйындағылары бер ни тиклем емерелгән. Көнсығыш тарафтағы стеналағы ҡапҡалар — ҡалаға инеү ҡапҡалары. Үҙәк ҡапҡалар янына ике башня ҡуйылған. Ҡапҡанан ингәс тә Төп проспект башлана ,һәм ул ярымутрау тамамланғансы Көнбайыш ҡапҡаларғы тиклем барып терәлә.
Ҡаланың тарихи үҙәгендә, ҡапҡалар янында Төркиәләге иң ҙур амфитеатр урынлашған, ул бер юлы 20 мең тамашасыны ҡабул итергә һәләтле булған. Әлеге мәлдә сәхнәнең бер өлөшө тергеҙелгән һәм трибуналар һәм галереялар аҫтынан үткән юл таҙартылған. I—IV быуаттарҙа был театр сәхнәләштерелгән байрамдар үткәреү өсөн генә түгел, ә гладиатор һуғыштарын ойоштороу өсөн дә ҡулланылған. Ҡаланан ситтә Рим ҡоролмаларының харабалары ята, яр буйында — Аполлон ғибәҙәтханаһының бер нисә колоннаһы тора. Эллин һәм Рим осорондағы ҡоролмаларҙың харабалары һыу аҫтынанн күренеп ята, улар бер нисә километрға һуҙылған.
Ҡаланан ситтә бик күп некрополдәр бар. Бында төрлө типтағы ҡәберлектәрҙе күрергә була — ғибәҙәтханаға оҡшатып эшләнгән ҡәбер таштары, ябай ғына итеп, рельефһыҙ эшләнгән саркофагтар.
-
Вид на театр от агоры
-
Внешний фасад театра от храма Диониса
-
Зрительские ряды театрона
-
Орхестра и скена
-
Памятник в честь императоров Веспасиана и Тита и триумфальная арка
-
Фрагменты городской стены
-
Фрагменты городской стены
-
Городская стена, видны бойницы
-
Агора