Эстәлеккә күсергә

Сабаҡты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Сабаҡты
башҡ. Сабаҡты
Морфометрия
Абсолют бейеклеге167 м
Үлсәме2,12 × 1,53 км
Майҙаны2,4 км²
Күләме5,1 км³
Яр һыҙаты5,8 км
Иң тәрән урыны6 м
Уртаса тәрәнләк2,8 м
Гидрология
Тоҙлолоғосөсө ‰
Урынлашыуы
53°36′54″ с. ш. 58°39′24″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000537
Регистрационный номер в ГКГН: 0525840
Рәсәй
Точка
Сабаҡты
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Сабаҡты


Сабаҡты— Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районында урынлашҡан күл. Географик координаталары: 53°36'55

Күл өҫтө майҙаны — 2,4 квадрат ки; оҙонлоғо — 2.3 км; Уртаса киңлеге — 1,0 км; уртаса тәрәнлеге — 2,8 м (макс. — 6,0 м); һыу күләме — 5,1 млн кубометр; һыу йыйыу майҙаны — 9,0 квадрат км.

Сабаҡты күле Йәнгел йылғаһы үҙәнендә, Күсем руднигы аша төньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан.

Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш итәгендә, Яҡтыкүл менән Ҡарабалыҡты күлдәре араһында ята.

Яҡтыкүл менән 560 м һаҙлы муйын аша тоташҡан. Ҡарабалыҡты менән Сабаҡты күлдәрен бейек булмаған убалар айырып тора.

Тектоник күл. Ҡарамалы таш свитаһы базальттарында, кремнийлы һәүерташтарында, ирәндек свитаһы андезибазальттарының туфтарында һәм лаваларында барлыҡҡа килгән.

Соҡоро табаҡ һымаҡ. Тымыҡ күл. Ҡатнаш, башлыса ер өҫтө һыуҙары менән туйына. Күлдең һыуы тиҙ йылына.

Һыуы сөсө, натрий-магний-содалы. Күл эвтрофлы, йәғни биоген элементтарға бай. Ярҙары һөҙәк, көньяҡ-көнсығышта — текә.

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тирә-яғындағы ландшафы ҡайынлыҡтарҙан, һирәгәйгән ҡарағай һәм ҡарағас урмандарынан тора.

Күл буйы урман һәм болон үҫемлектәре менән ҡапланған, асыҡ урындарҙа күбеһенсә Йондоҙҡай (ҡан үлән) һәм ҡуян кәбеҫтәһе осрай.

Ташлы урындарҙа альп астраһы, сәнскәкле ҡуян кәбеҫтәһе һ.б. үҫә. Көнсығышта һирәгәйгән ҡайынлыҡтар Урал арьяғы далаларына күсә.

Күлдә ҡарабалыҡ, табан балыҡ, сабаҡ, суртан, алабуға һәм башҡа балыҡтар күп. Яр буйында һуна өйрәк, бүрекле мәрйенгүҙ, сумғыс өйрәк, күл аҡсарлағы, көйөлдө һәм башҡалар йәшәй.

Күлдең исеме балыҡ атамаһынан, сабаҡ (плотва) һүҙенән алынған. Күл төбө ҡомло, ләм менән ҡапланған, ылымыҡтар бик ныҡ ҡуйырған. Йөҙә белмәгән тәжрибәһеҙ кешеләр өсөн күлгә төшөү бик хәүефле.