Рубцова Ольга Николаевна
Рубцова Ольга Николаевна | |
рус. О́льга Никола́евна Рубцо́ва | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 20 август 1909[1] |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 13 декабрь 1994[1] (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | шахматсы |
Шахматный титул | Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар мастеры[d], халыҡ-ара мастер[d], ҡатын-ҡыҙҙар гроссмейстеры[d], халыҡ-ара ИКЧФ мастеры[d][2], Lady International Correspondence Chess Master[d][3] һәм мастер спорта СССР по шахматам среди женщин[d] |
Уҡыу йорто | Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты |
Спорт төрө | шахмат |
Ҡатнашыусы | Ҡатын-ҡыҙҙар шахмат олимпиадаһы 1957[d][4] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рубцова Ольга Николаевна Викимилектә |
Рубцова Ольга Николаевна (20 август 1909 йыл — 13 декабрь 1994 йыл) — СССР шахматсыһы: тарихта дүртенсе донъя чемпионы (1956-58), халыҡ-ара гроссмейстер (1976), ир-егеттәр (1973) һәм ҡатын-ҡыҙҙар (1975) араһында халыҡ-ара ИКЧФ мастеры, халыҡ-ара арбитр (1964); СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1952); инженер-ҡойоусы. СССР командаһы составында I Бөтә Донъя шахмат Олимпиадаһы еңеүсеһе (1957). Дүрт тапҡыр СССР чемпионы. Өс тапҡыр Мәскәү чемпионы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шахмат уйнарға бала саҡтан, ғалим-металлург һәм билдәле Мәскәү шахматсыһынан, турнирҙарҙа А. Алехин менән осрашҡан атаһы Н. Н. Рубцовтан өйрәнә. 17 йәшендә «Комсомольская правда» гәзите ойошторған күмәк йәштәр турнирында ҡыҙҙар араһында еңеү яулай (1926). 1927 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се СССР чемпионатында еңеүсе.
40 йыл буйы (1927-67) 20 СССР чемпионатында ҡатнаша: 1931, 1937 һәм 1949 — 1-се урын; 1936, 1948, 1952 һәм 1954 — 3-сө урын; 1945 — 3-4-се урын. Бынан тыш, 1935 йылда ил чемпионы исеме өсөн матчта Ольга Семенова-Тян-Шанскаяны еңә — 7:2 ( 6 −1 =2). 1965 йылда Бельцы ҡалаһында СССР чемпионатында ҡыҙы Елена менән бергә сығыш яһай (шәхси осрашыуҙа ҡыҙы әсәһен еңә). 3-тапҡыр Мәскәү чемпионы (1947, 1950; 1953/54 — 1-2-се урын Н. Войцик менән).
Донъя чемпионаты (1949/50, 2-се урын) һәм өс дәғәүәселәр турниры (1952, 1955 һәм 1959; иң яҡшы һөҙөмтә: Мәскәү, 1955, — 1-се урын) ҡатнашыусыһы.
1956 йылда матч-турнирҙа Елизавета Быкованы һәм Людмила Руденконы уҙып китә һәм донъя чемпионы исемен яулай.
1957 йылда Рубцова 1-се ҡатын-ҡыҙҙар олимпиадаһында СССР командаһын етәкләй һәм 14-тән 9,5 мәрәй йыя. 1958 йылда матч-реваншта Елизавета Быкованан донъя чемпионы исемен оттора.
1960-сы йылдар аҙағынан яҙышыу буйынса ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай; 1968-72 йылдарҙа 1-се донъя чемпионы була (күҙмә-күҙ һәм ситтән тороп шахмат уйындарында чемпион титулына эйә булған берҙән-бер шахматсы). 2-се чемпионатта (1972—1977) — 1-2-се урындар (Л. Яковлеваға иң насар коэффициент буйынса чемпион исемен бирә). СССР командаһы составында яҙышыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙар донъя беренселеге еңеүсеһе (1969-79).
Введенский зыяратында ерләнгән (19 уч.).
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1957).
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире һәм тренеры — Абрам Борисович Поляк. -- Ҡыҙы — шахматсы Елена Абрамовна Фаталибекова .
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Творчество советских шахматисток. (сост. Рубцова, Чудова) — М.: ФиС, 1963. — 200 с.: ил.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Hosch W. L. Olga Nikolayevna Rubtsova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ International Masters (November 2012) (ингл.)
- ↑ Lady International Master (November 2012) (ингл.)
- ↑ OlimpBase (ингл.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шахматный словарь / гл. ред. Л. Я. Абрамов; сост. Г. М. Гейлер. — М.: Физкультура и спорт, 1964. — С. 327. — 120 000 экз.
- Шахматы : энциклопедический словарь / гл. ред. А. Е. Карпов. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 342. — 624 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-005-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Партии Ольги Рубцовой в базе Chessgames.com[en] (англ.)
- Личная карточка Ольги Рубцовой на сайте 365chess.com
- Личная карточка Ольги Рубцовой на сайте OlimpBase.org
- Биография
- Могила Ольги Рубцовой
- Спортивный некрополь
Алдан килеүсе: {{{предшественник}}} |
{{{список}}} {{{годы}}} |
Һуңынан килеүсе: {{{преемник}}} |
- 20 августа тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 13 декабрҙә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- Шахмат буйынса донъя чемпиондары (ҡатын-ҡыҙҙар)
- Алфавит буйынса шәхестәр