Оло Юшатыр (йылға)
Оло Юшатыр | |
Ҡайҙа ҡоя | Һайылмыш |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Көйөргәҙе йылғаһы, ba, Ҡуяныш (йылға), Кесе Гөмбәт, Кесе Юшатыр һәм Туғыҙтимер |
Бассейн майҙаны | 3393 км² |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 113 метр |
Оҙонлоҡ | 92 km |
Оло Юшатыр Викимилектә |
Оло Юшатыр — йылға, Һайылмыш йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы бассейны) уң ҡушылдығы. Күмертау ҡалаһы составындағы Маяҡ ауылынан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы, Ырымбур өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һайылмышҡа (тамағынан 55 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92 км, бассейн майҙаны 3393 кв.км. Ҡатнаш, башлыса, ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,7 куб/с. Бассейн өҫтө убалы, тәпәш ҡалдыҡ тауҙар бар. Ландшафы йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле-ҡыяҡлы далаларҙан тора; һөҙәк һыу айырғыстарҙа ҡайын сауҡалыҡтары осрай. Бассейндың күп өлөшө һөрөлгән. Йылғала 2 быуа төҙөлгән. Башҡортостан территорияһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Ҡунаҡбай, Ҡаҙлайыр, Оло Көйөргәҙе; һул — Ҡуяныш, Туғыҙтимер, Кесе Юшатыр һ. б.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Башкортостана
- ↑ GEOnet Names Server — 2018.