Эстәлеккә күсергә

Озеро һаҙлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро һаҙлығы
урыҫ Озерское болото
Урынлашыуы
55°30′05″ с. ш. 58°07′12″ в. д.HGЯO
РФ субъектыБашҡортостан
Рәсәй
Точка
Озеро һаҙлығы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Озеро һаҙлығы

Озеро һаҙлығы — төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы, 2005 йылдың 21 июленән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[1].

Озеро һаҙлығы, Әй йылғаһы бассейнындағы һаҙлыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Дыуан районындағы Озеро һәм Һикәяҙ ауылдары араһында урынлашҡан. Үр һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 350,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 2,1 м, эшкәртелмәгән торф запасы 4675,0 мең м3. Туйыныуы буйынса ҡатнаш, Әй йылғаһы ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы башлана.

Көслө карбонатланған киртләс-һыубаҫар туғай эргәһендәге һаҙлыҡтар комплексы 492 га самаһы майҙанға, 4 м яҡын торф ҡатламына эйә, ул ҙур күлде үлән баҫыуы һәм ер аҫты һыуҙарының урғылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Уның аша Һикияҙ йылғаһы аға. Һаҙлыҡ ике: күп һанлы шишмәләр туҡланған эзбизташлы арҡа битләүе аҫтында бер нисә километрға һуҙылған тар һыҙаттан һәм көнсығыштан Озеро ауылына ингән урында ҙур булмаған, төп, участканан тора.

Күп кенә сығанаҡтарҙа көкөртлө водород еҫе һиҙелә.

Һаҙлыҡ ғилми, тәбиғәтте һаҡлау һәм һыу һаҡлау әһәмиәтенә эйә.[2]

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һаҙлыҡтың туйыныуы ҡатнаш, Әй йылғаһы ҡушылдығы Һикияҙ йылғаһы Озеро һаҙлығынан башлана. Һаҙлыҡта күрән (Шаламовка тәбиғи ыҙаны), ҡамыш һ. б. типтағы һаҙ үҫемлектәре эталон типтары берләшмәләре үҫә. Ябай балан, мурт эт муйылы, ҡара ҡарағат, дарыу бесәй үләне (валериана), бейек андыҙ, бәпкә үләне, инглиз ысыҡ үләне, тутыҡ схенус һ. б. үҫә. Һаҙлыҡтың тәбиғәт комплексы. Үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре: Лезель липарисы, һаҙ баҙыҡайы (дремлик болотный), оҙонмөгөҙ ҡурсаҡ көбө (кокушник длиннороговый) һ. б.

Бында аҫ, аҡ ҡуян, ҡоралай, йәтсә, төлкө, мышы, шәшке, һайраусы һәм һыу ҡоштары һ. б. тереклек итә.[2]

  • һаҙлыҡ массивын киптереү;
  • ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу;
  • торф сығарыу;
  • ерҙәрҙе һөрөү;
  • мал көтөү;
  • мүк әҙерләү, үҫемлектәр йыйыу;
  • яҙғы-йәйге һунар;
  • биләмәнең бысраныуы һәм сүпләнеүе, сүплектәр барлыҡҡа килеүе;
  • һәр төрлө төҙөлөш эштәре;
  • һаҙлыҡтың кибеүенә, үҫемлектәрҙең үҫеү һәм хайуандарҙың йәшәү шарттары насарайыуына килтереүе мөмкин булған һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге.[2]
  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II.

Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364

  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев

Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413

  1. Озеро һаҙлығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 Озерское болото. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).