Ньяса
Озеро | |
Ньяса | |
---|---|
ингл. Nyasa, ингл. Malawi, порт. Lago Niassa, суахили ziwa Nyasa | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 474 м |
Үлсәме | 560 × 75 км |
Майҙаны | 29 600 км² |
Күләме | 8400 км³ |
Яр һыҙаты | 1245 км |
Иң тәрән урыны | 706 м |
Уртаса тәрәнләк | 292 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 13—23 м |
Бассейн | |
Площадь бассейна | 6593 км² |
Впадающая река | Рухуху |
Урынлашыуы | |
11°52′ ю. ш. 34°35′ в. д.HGЯO | |
Ньяса Викимилектә |
Нья́са[1] (шулай уҡ Мала́ви, ингл. Nyasa йәғни Malawi, порт. Lago Niassa) — Көнсығыш Африкалағы күл. Көнсығыш Африка рифт үҙәне күлдәре араһында майҙаны буйынса иң ҙур күл. Малави, Мозамбиком и Танзанией. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 560 км һуҙылған, максималь тәрәнлеге — 706 м. Донъяла сөсө күлдәр араһында ҙурлығы буйынса туғыҙынсы, ә тәрәнлеге буйынса өсөнсө урынды биләй.
«Ньяса» — яо халҡының телендә «күл» тип аңлатыла.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күл Көнсығыш Африка рифт үҙәненең көньяҡ осонағы ер ҡабығынағы йыйырсыҡты тултыра. Оҙонлоғо 584 км, киңлеге 16—80 км. Майҙаны — 29 604 км²[2], уртаса тәрәнлеге 292 м, иң ҙур тәрәнлеге — 706 м. Күлдең дөйөм күләме — 8 400 км³.
Күл бассейнынң күп өлөшөн таулыҡтар һәм тауҙар биләй, улар рифт үҙәненең сиктәре булып тора.
Күлгә 14 йылға ҡоя. Төп ҡушылдыҡтары: Рухуху, Сонгве, Төньяҡ һәм Көньяҡ Рукуру, Двангва, Буа һәм Лилонгве. Күлдән берҙән-бер сығыусы йылға — Шире (Замбези бассейны)[3].
Күлдең һәм уның бассейнының ҙур өлөшө (68 %) Малави сиктәрендә урынлашҡан; күл бассейнының 25 %-ы — Танзания территорияһына, 7 % — Мозамбикка керә. Мозамбик сектороның үҙәгендә, күлдең көнсығыш өлөшөндә Малави дәүләтенә ҡараған Ликома һәм Чисумулу утрауҙары урынлашҡан.
Төрлө баһаламалар буйынса Ньясала, 500-ән 1000-гә тиклем балыҡ төрө тереклек итә[4].
Күлдә балыҡсылыҡ үҫешкән. Күлдән сыҡҡан Шире йылғаһында гидроэлектростанция төҙөлгән, ул Малави өсөн төп электрлыҡ сығанағы булып тора.
Төп порттары: Манки-Бей, Чипока, Нхотакота, Нката-Бей, Каронга (барыһы ла Малавила), Манда (Танзания) һәм Кобве (Мозамбик).
Европалылар араһынан тәүге булып 1616 йылда португал сәйәхәтсеһе Гашпар Букарру күлде күрә[5]. Әммә ғилми әҙәбиәттә бына 1860 йылда булған инглиз сәйәхәтсеһе Дэвид Ливингстон күлде «асыусы» тип иҫәпләнә, ул Ньясаны «йондоҙҙар күле» тип атаған[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Атлас мира. — М.: Федеральная служба геодезии и картографии России: Издательский дом «ОНИКС 21 век», 2003. — 448 с., ил. ISBN 5-85576-095-2
- ↑ Malawi Cichlids . AC Tropical Fish. Aquaticcommunity.com. Дата обращения: 2 апрель 2007.
- ↑ Lake Malawi . World Lakes Database. International Lake Environment Committee Foundation. Дата обращения: 2 апрель 2007. Архивировано 5 февраль 2012 года. 2007 йыл 10 февраль архивланған.
- ↑ Protected Areas Programme . United Nations Environment Programme, World Conservation Monitoring Centre, UNESCO (October 1995). Дата обращения: 26 июнь 2008. Архивировано 11 май 2008 года. 2008 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Давид Ливингстон. Жизнь исследователя Африки М. «Мысль» 1984 2009 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Luxury Malawi Safari — Lake Malawi, Liwonde, Likoma Island : Wilderness Journeys 2011 йыл 25 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Lake basin management initiative (PDF, на английском языке)
- Lake Malawi — History of Lake Malawi 2006 йыл 19 ноябрь архивланған. (на английском языке)
- Preserving the Future for Lake Malawi — экологические угрозы (на английском языке)
- Подробная карта Малави и озера Ньяса (PDF, на английском языке)
Был күл тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |