Мәүләүи
Мәүләүи |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Мәүләүи (ғәр. مولوی), шул уҡ Мәүләнә (ғәр. مولانا) һүҙе — ғәрәпсәнән «хаким» йәки «хужа» тип тәржемә ителә. Исламда абруйлы дини дәрәжә , шәриғәтте тәфсирләй белгән иң юғары шәрехләүсе[1].
Мәүләүи дәрәжәһен исемдәренә ҡушҡан шәхестәр: билдәле фарсы шағирҙары Йәләлетдин Руми һәм Йәми, шулай уҡ Мәүләүи Ибраһим -Бангладеш президентының атаһы, шулай уҡ был исемде Афғанстандың йоғонтоло сәйәсмәндәре бик йыш ҡуллана (мәҫәлән, Вәкил Әхмәт Мүтәвәкил).
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәүләнә һүҙе бик күп мәғәнәләргә эйә. Шулар араһында — дуҫ, хужа, ярҙамсы, яҡлаусы; яҡшы эштәр алып барған кеше; күрше, юлсы; вариҫ, яҡын туған ағай, уның улы, апайҙың улы һ. б. Күплек һанда — "мәүәли" [2].
Ҡөрьәндә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡөрьәндә мәүлә төшөнсәһе Раббы, Хужа, Ярҙамсы, Ҡурсыусы тигән һүҙҙәр менән Аллаһы тәғәләгә ҡарата ҡулланыла[2].
Мөмкин булғандан башҡа һис бер нәмәне Алла йәнгә йөкләмәй. Нимә ҡаҙанған булһа — уға, һәм уға ҡаршы ла — үҙе ҡаҙанғаны, «Раббыбыҙ! Әгәр беҙ онотһаҡ йәки хаталанһаҡ, беҙҙе шелтәләмә. Раббыбыҙ! Беҙҙән әүүәл булғандарға Һин йөкләткән кеүек ауырлыҡты беҙгә йөкләтмә! Раббыбыҙ! Беҙҙең тәҡәтебеҙ етмәҫте беҙгә йөкләтмә! Ҡотҡар беҙҙе, кисер, рәхимлек ҡыл беҙгә! Һин — беҙҙең хужабыҙ, кафыр халыҡҡа ҡаршы беҙгә ярҙам ит!» |
Әгәр улар артҡа әйләнһә, ул саҡта белегеҙ: Аллаһ һеҙҙең Яҡлаусығыҙ. Иң яҡшы Яҡлаусы һәм иң яҡшы Ярҙамсы! |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Маула // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Маулана // Словарь AskImam.ru
- Wensinck, A. J. «Mawlā» Encyclopaedia of Islam, First Edition (1913—1936)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Толковый словарь «Фарҳанги забони тоҷикӣ» Москва Советская энциклопедия (1969) Том I стр.614
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде, А. А. Маула // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).