Мәхмүт сәсән
Мәхмүт сәсән | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Һөнәр төрө | сәсән |
Мәхмүт сәсән (XVII—XVIII быуаттар араһы. Уның ниндәй йылдарҙа йәшәүе хаҡында аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ) — башҡорт сәсәне, ҡурайсы һәм әкиәтсе. Халыҡ хәтерендә тос йөкмәткеле йомаҡ-ҡобайырҙары менән һаҡланып ҡалған[1].
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәхмүт сәсән Башҡортостандың хәҙерге Учалы районының Әүеш күле буйында тыуған[2] һәм Яугүл йәйләүендә үҫкән. Бай булыуына ҡарамаҫтан, улын йылҡы, ә ике ҡыҙынан һарыҡ көтөүенә көтөүсе итеп ебәрә.
Тирә-йүндә Мәхмүт бәләкәйҙән оҫта ҡурайсы, әкиәтсе булып таныла[3]. Үҫә төшкәс, сәсән булараҡ ғәм халыҡ алдында үҙенең йомаҡ-ҡобайырҙары менән сығыш яһай башлай. Старшина мисәтен ҡулына алғас, атаһы, түрәлеген ҡотлатыу өсөн, оло мәжлес йыя. Шул йыйында ғәҙәттәгесә ҡурайсылар, йырсылар, сәсәндәр бәйгеһе лә үткәрелә. Мәхмүт шундағы сәсәндәр бәйгеһендә беҙҙең заманға килеп еткән «Ҡурғаштан да тосораҡ» тип аталған йомаҡ-ҡобайыры менән сығыш яһай һәм үҙе үк был йомаҡҡа түбәндәгесә яуап бирә:
Ҡурғаштан да тосораҡ,
Ҡараңғы төндән дөмөрәк,
Ҡара төҫтән сөмөрәк,
Ил өҫтөндә бей булыр,
Аяҡлы йылан шул булыр;
Тау-таш күрмәҫ аяғын
Өҫтәндә йөрөгәс, ил күрер.
Тура әйтелгән ошо һүҙҙәре өсөн атаһы Мәхмүтте Себергә каторгаға оҙата.
Ижадын ябай халыҡты яҡлауға йүнәлткән Мәхмүт сәсәнде халыҡ, әллә нисә быуат үтеүгә ҡарамаҫтан, һаман да онотмай. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, ул Ҡараһаҡал, Батырша ихтилалдарында ҡатнаша[4].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө. Китап. 1993. Т. 12 000 экз. 224 бит.
- Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. Өсөнсө китап. Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 448 бит
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө. Китап. 1993. 170-се бит
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Өсөнсө том. Эпос. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1998. — 448 бит
- ↑ Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө. Китап. 1993. 170-се бит
- ↑ Салауат Галин. Тел асҡысы халыҡта. Өфө. Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1993. 171-се бит